Сайт газеты
Баш бит Фото йүнәтеү Мәғлүмәт Беҙҙең турала Бәйләнеш          Архив
                   

Изге көндө изге ғәмәлдәр менән үткәрегеҙ

3-02-2012, 12:22 Иман
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғә­ләй­һис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әүүәл айының 12-һендә дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы улы тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе булараҡ таныла, халыҡ араһында абруй ҡаҙана, ышаныслы ир булып үҫә.
Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн − Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталип ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылдылар. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек», − тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Аллаһуҙан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», − тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештә­ләрҙең уны: «Әссәләмәғә­ләйкүм, Рәсуллуллаһ», − тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым: бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағас япраҡ ярҙы, сәскә атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты».
Мәүлит тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр Раби­ғел әүүәл айының 11-нән 12-се көнөнә тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.
Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.




Вы можете прокомментировать статью. Для этого можете зайти через сайт вконтакте.ру.

Баҫып сығарырға Уҡынылар: 133 тапҡыр

3-02-2012, 12:22 | авторы: Нур | Фекерҙәр
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
  • Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡа ...
  • һорау-яуап
  • УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!
  • РАМАҘАН АЙЫ НИСЕК ҮТӘ?
  • Приложения
    Добавление комментария



    Важные новостиСоздание сайта на башкирском языке в Уфе

    Беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың яңылыҡтары:
    Башпортал - новости, литература, башполит, уфимский, журнал, шурале, уфимский край18 мая 2012 12:32: Правительство Башкортостана утвердило величину прожиточного ...
    Постановлением Правительства Башкортостана установлена величина прожиточного минимума в среднем за месяц первого ...

    17 мая 2012 17:41: XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчест ...
    С 24 по 26 мая 2012 года в рамках Федеральной целевой программы «Культура России», в Уфе пройдет XVI Международный ...

    14 мая 2012 12:56: История башкир
    Исключительность отношений башкир и России отражено в “Соборном Уложении” 1649 года, где у башкир под страхом ...

    11 мая 2012 23:52: Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск
    Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 9 мая 2012 года в которой участвовали 4 автомобильные фуры. После ...

    Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты16 мая 2012 13:02: Рәсәй командаһы Норвегиянан башлай
    Хоккей буйынса донъя беренселегенең төркөм уйындары тамамланды. Плей-оффҡа «А» ...

    16 мая 2012 13:00: Чемпионат тамам, алда Европа көтә
    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең яңы система буйынса тәүге чемпионаты ...

    Текэ Шонкар журналы сайты! 1 января 1970 00:00: Fatal Error
    Fatal Error: could not open XML input (http://./index.php?format=feed&type=rss)


    + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс

    Гәзиттең номерҙары: 1(2011), 10(2011), 11(2011), 12(2011), 13(2011), 14(2011), 15(2011), 16(2011), 17(2011), 19(2011), 2(2011), 20(2011), 21(2011), 22(2011), 23(2011), 25(2011), 26(2011), 29(2011), 3(2011), 30(2011), 31(2011), 33(2011), 35-36(2011), 37(2011), 38(2011), 40(2011), 41(2011), 46(2011), 47(2011), 49(2011), 5(2011), 51(2011), 65(2011), 67(2011), 7(2011), 73(2011), 76(2011), 8(2011), 84(2011), 89(2011)

    Показать все теги
      Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков  Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(Башкортостан) - Яшлек  Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты  Башҡортса юмористик журнал  Все в движение 'Хартия Честных Интернет Журналистов' - в ЧИЖ Башкирское радио Юлдаш. Прямой эфир
    Copyright c Редакция газеты "Йәшлек"2007-2010 | Создание сайтов www.ak-ufa.ru

    Directrix.ru - рейтинг, каталог сайтов