RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын

11.09.2010 Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын

Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһынБәләкәй саҡтан «таба еҫе сығарыу»ы менән иҫтә ҡалған, күңелдәрҙе ябай тел менән аңлатып та булмаҫлыҡ нурға күмгән байрам бит ул Ураҙа ғәйете! Быйыл да был байрамды билдәләү өсөн бөтә донъя мосолмандары иртә таңдан тороп мәсеткә, диндәш туғандарына ҡунаҡҡа ағылды. Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештә аша Мөхәммәт Бәйғәмбәргә (ғәләйһис-сәләм) ҡөрьәнде тап Рамаҙан айында төшөргән. Рамаҙан айында бөтә донъя мосолмандары ураҙа тотоп, сабырлығын тәрбиәләй, сәләмәтлеген нығыта. Ә инде ураҙа ҙур һәм матур байрам менән тамамлана.
Башҡортостан мосолмандары ла изге айҙы матур итеп оҙатты. Иртә таңдан Өфөнөң бөтә мәсеттәренә лә халыҡ байрам намаҙына йыйылды. Республикала, йылдағыса, иң күп халыҡ баш ҡалабыҙҙағы «Ләлә» мәсетенә тупланды. Унда байрам намаҙын Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә идаралығы рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны. Башҡа мәсеттәрҙә лә ҙур байрам киң ҡолас менән билдәләнде. ҡайһы ғына иман йортона барһаң да, байрам рухы һиҙелә ине. Килгән халыҡ мәсеттә диндәштәре, туғандары менән аралашыу ғына түгел, хәләл ризыҡ, дини тәрбиә биреүсе әҙәбиәт, Исламдың атрибуттарын һатып алыу мөмкинлегенә иреште.
«Ихлас» мәсетенә килгән мосолмандарҙың хәйерен ҡабул итеп, доға ҡылып ултырған ағайҙар менән һөйләшәм:
Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын
– Ураҙа тоттоҡ, байрамды көтөп алабыҙ. Бындай көндәрҙә халыҡ мәсеткә шул тиклем күп йыйыла, байрам намаҙына килгән йәштәрҙе күреп, бик ныҡ ҡыуанабыҙ. Аллаға шөкөр, иманға ҡайтыусылар йылдан-йыл арта бара, байрамды – байрам, ураҙаны ураҙа итеп ҡабул итәләр. Күреп тораһығыҙ бит: кешеләр мәсеткә ихлас килә, аяҡ баҫыр урын да юҡ. Аллаға шөкөр, тип әйтәһе генә ҡала! – ти улар.
Мәсеттең икенсе ҡатына менгәс, бер баланың сағыу итеп (хатта ҡысҡырыбыраҡ) «Фатиха» сүрәһен ҡабатлауын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Шым ғына тороп тыңлайым, ул саҡ ҡына хаталаныбыраҡ булһа ла сүрәне ҡабатлай ҙа ҡабатлай. Ят күҙҙәрҙән һаҡлаған стена аша дүрт кенә йәшлек Азат исемле малай менән әсәһе ултыра икән.
– Улымды кескәй сағынан мәсеткә алып йөрөнөм, теле асылғандан алып төрлө доғаларҙы ятларға тырыша, – ти ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан әсә.
Шулай итеп, йылдағы ун ике ай араһында солтан булған Рамаҙан айы тамамланды. Мосолмандарҙың был айҙа теләгән изге теләктәре ҡабул булһын! Ә алда беҙҙе тағы ла әһәмиәтлерәк көн –ҡорбан байрамы көтә.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Мулла рухын шатландырып

Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр