RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был йорттан иман бөркөлә

02.08.2011 Был йорттан иман бөркөлә

Был йорттан иман бөркөләҺуңғы йылдарҙа республиканың бик күп ауылында урындағы халыҡтың үҙ көсө менән төҙөлгән иман йорттары – мәсеттәр асылды. Нуриман районының Иҫке Исай ауылында ла йәй башында ошондай уҡ бина ишектәрен асты. Ауылды йәмләп, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған изге йорт янынан битараф ҡына үтеп китеп булмай. Бар булмышынан һиллек, иман аңҡып торған мәсет эсендә, янында ғына ла нисектер ял иткән һымаҡ булаһың. Тормоштоң мәғәнәһе, әхлаҡ тураһында уйланырға этәргән бындай матур урындарҙың көндән-көн артыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәй.
Иҫке Исай мәсетенә балалар ҙа бик теләп йөрөй. Уларҙы, башлыса, ғәрәп телендә уҡырға өйрәтәләр. Әлбиттә, намаҙ уҡыу серҙәре, был изге ғәмәлдең мәғәнәһе, файҙаһы тураһында ла аңлатыу алып барыла. Шөкөр, ауылдың үҙендә лә дини белемле кешеләр бар. Мәсеттең имамы итеп һайлан­ған Әхмәтзыя Мөхә­мәҙиев белемен Өфөгә барып камиллаштыра. Прак­тика үтергә килгән йәштәрҙең байтаҡ булыуы ла бик мәртәбәле. Уларҙың һәр береһе мәсеткә, унда уҡыр­ға, өйрәнергә килгән кеше­ләр­ҙең белемен арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Йома намаҙына мәсеткә 30-ҙан ашыу кеше йыйыла. Әлегә намаҙға баҫыусылар, башлыса, олораҡ йәштәрҙәге мосолмандарҙы тәшкил итә. Әммә бөгөн уҡып ҡына йөрөгән йәштәрҙең дә, тора-бара үҙ асылдарына ҡайтып, мосолмандар белергә тейешле биш төп ғәмәлде лә башҡара башлауына өмөт ҙур.
Мәсет үҙ ишектәрен бөтә халыҡ өсөн аса. Әммә уны дәүләт ярҙамынан тыш, халыҡтан тупланған саралар­ға ғына төҙөп сығыуы еңел эш түгел. Әлеге изге йортто күркәм итеп сафҡа индереү эшендә ҡатнашмаған кеше ҡалмаған тиерлек. Хатта күрше Ишморат, Иҫке Күл ауылдары халҡы ла мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән. Берәүҙәр – аҡса, икенселәр төҙөлөш материалдары менән ярҙам иткән. Район, ауыл хакимиәттәре етәкселәре документтар юллау эшен яйға һалған. Бына шулай, барыһы ла бергә тупланып, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтеп эшләгәнгә лә бөгөн иҫке исайҙар бынамын тигән иман йортона эйә. Ситтән килеп ярҙам итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, ауыл мәсетен сафҡа индереүгә республикала киң билдәле Хәмзә хажи Ғәлләмов тиклем өлөш индергән кеше юҡ. Ул мәсетте асыу тантанаһына ла килеп, урындағы халыҡтың ҡыуанысын уртаҡлашты, бүләктәре менән һөйөндөр­ҙө.
Һәр бер эште ойоштороп, халыҡты туплап йөрөгән кеше булмаһа, эшеңде аҙағына тиклем еткереү мөмкин түгел. Мәсеттең бер йыл эсендә төҙөлөп бөтөүе, барса халыҡтың берҙәй ҡубып был изге эштә ҡатнашыуы – бөтәһе лә Сажиҙә Нәзировна менән Нәфисә Бәҙретдинованың ныҡышмалылығына бәйле. Ғүмер буйы мәктәптә балалар уҡытҡан был кешеләргә бөгөн бөтә ауылдаштары рәхмәтле. Уға коллегалары, ауылдың хөрмәтле кешеләре – уҡытыусылар әүҙем ярҙам иткән, балалары ла һәр йомошон үтәп кенә торған.
– Үҙемде ҙур, мөһим эште атҡарып сыҡҡан бәхетле кеше итеп тоям. Мәсеткә килеп, тыныс ҡына китаптар уҡып, көнө буйы ултырып ҡайтһам, күңелгә шул тиклем рәхәт. Шундай матур итеп мәсет ҡорҙоҡ, ауылдаштарым иман йортона тағы ла күберәк килһен. Бөтәбеҙҙең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән төҙөп ултыртҡан мәсет ауылдарыбыҙға иман ҡайтыуына сәбәпсе булһын ине, – ти Нәфисә Бәҙретдинова.
Хәҙер мәсет – барса халыҡты туплап, игелеккә әйҙәп тороусы төп урын. Унда килгән һәр кем күңеленә йылылыҡ орлоҡтары һалып ҡайтһын ине! Бөгөн халыҡ сәләмәт тормошҡа, иманға һыуһап йәшәй. Әммә ошо ябай ғына сифаттарҙы үҙендә нисек тәрбиәләргә белмәй аптырай. Яңы төҙөлгән һәр бер мәсет кеше күңеленә дарыу булырлыҡ изге урын ул. Шуға ла унда ихлас күңелдән ышанып, инанып йөрөйөк.

Лилиә СИРАЕВА.
Илшат ЗАРИПОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?