RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Нарыҫтауҙа уҡылған ҡатын-ҡыҙҙар доғаһы

18.06.2011 Нарыҫтауҙа уҡылған ҡатын-ҡыҙҙар доғаһы

Әссәләмәғәләйкүм! Әғүзү билләһи минәш-шайтанир-ражим бисмилләһир рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә ошо изге байрамға йыйылған ағинәйҙәргә, аҡ яулыҡлы апайҙарға, иманлы йәш ҡыҙҙарға рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Совет йылдарында динебеҙ тап һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында һаҡланып ҡалды. Күпләп мәсеттәргә йөрөгән кешеләр ҙә, намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан кешеләр ҙә, башлыса, һеҙ булдығыҙ! Өйҙә алдарығыҙҙан намаҙлыҡтарығыҙҙы тартып алғанда ла, үҙегеҙҙе бесәй балаһындай намаҙлыҡ өҫтөнән елтерәтеп төшөрөп ебәргәндә лә иманыбыҙға тоғро ҡалдығыҙ.
Эй, Раббым! Беҙҙе был донъяға ҡатын-ҡыҙ, әсә итеп яралтҡаның өсөн мең рәхмәтлемен. «Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында», – тиелгән, үҙебеҙгә лә ошо йәннәткә лайыҡ булырға яҙһа ине!
Раббым! Һин беҙҙе донъяға көсһөҙ зат итеп яралтҡан­һың. Инде лә беҙҙе үҙеңдең яҡлауың аҫтына алһаң ине! Телебеҙҙе, ҡолағыбыҙҙы йәмһеҙ һүҙҙәрҙән, нәфсебеҙҙе йәмһеҙ теләктәрҙән, күңелдәребеҙҙе йәмһеҙ уйҙарҙан һаҡлаһаң ине!
Беҙҙе ирҙәребеҙҙең дәрәжәһен күтәреүгә сәбәпсе итһәң ине! Иманлы ҡатын – ирҙең ярты дине. Ирҙәребеҙ беҙҙән ҡәнәғәт булһын, улар беҙҙән ҡәнәғәт булһа, Аллаһы Тәғәлә үҙе беҙҙән ҡәнәғәт булыр! Ирҙәрен дәрәжәләй белгән ҡатындарҙың урыны ожмах түрендә.
Эй, Хоҙайым, ирҙәребеҙ күпләп дингә килһен! Иреңдең ышығында иркәләнеп кенә ихлас күңелдән намаҙ уҡыу – үҙе оло бәхет.
Ярабби, өйҙәребеҙҙе харам ризыҡтарҙан һаҡла! Өйҙәребеҙҙә намаҙ уҡылһын, зекер әйтелһен! Өйҙәребеҙ, йәшәгән еребеҙ мәсеткә тиң булһын! Ошо изге еребеҙгә хужа булырлыҡ баһадир кәүҙәле, иманлы, асыҡ зиһенле, тәрән фекерле, ғәйрәтле ир-уҙамандар үҫтерергә яҙһын, гүзәл әсә булырҙай күркәм холоҡло, күркәм ҡиәфәтле ҡыҙ балаларыбыҙ үҫеп етһен! Беҙ баҡыйлыҡҡа күскәс тә артыбыҙҙан доға уҡырҙай, ҡәбер­ҙәребеҙгә зыярат ҡылырҙай иманлы быуындар ҡалһын!
Халҡыбыҙҙың рухи таянысы – диндә. Динле булһаҡ, беҙ көслө буласаҡбыҙ! Иманлы кешене һындырып булмай! Бигерәк тә ирҙәребеҙ дәррәү иман юлына баҫһын! Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең ярты ҡабырғағыҙҙан яратыл­ғанбыҙ, шуға ла артығыҙҙан эйәрергә генә торабыҙ. Һеҙ динле булһағыҙ, беҙ ҙә тулы иманлы булырбыҙ!
Эй, Раббым! Барыбыҙға ла халҡыбыҙ өсөн бик күп изге эштәр эшләй торған хәйерле ғүмер насип ит! Амин!

З. ХАННАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы