RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 Намаҙ уҡыуҙың әжере

Кеше биш ваҡыт намаҙҙы һәр ваҡыт үтәһә, Аллаһы Тәғәлә уға биш төрлө яҡшылыҡ бирер. Беренсеһе шулдыр: биш ваҡыт намаҙ уҡыған кешенең ҡәбере киң булыр, ҡыҫмаҫ. Икенсеһе шулдыр: тормошо яҡшырыр, мохтаж булмаҫ. Өсөнсөһө шулдыр: ҡәбер ғазабын күрмәҫ, рәхәттә булыр. Дүртенсеһе шулдыр: сират күперенән йәшен кеүек тиҙ үтер. Бишенсеһе шулдыр: ожмахҡа хисапһыҙ (йәғни иҫәп-хисап бирмәйенсә) һәм ғазапһыҙ инер.

Әгәр берәү биш ваҡыт намаҙҙы уҡымаһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун ике төрлө яуызлыҡ бирер. Өсөһө донъяла булыр, өсөһө – йән биргәс, өсөһө – ҡәберҙә, өсөһө үлгәндән һуң терелгәс, ҡиәмәт көнөндә булыр. Донъя­ла булған яуызлыҡтарҙың әүәл­геһе шулдыр: был кешенең кәсебенән бәрәкәте булмаҫ, мохтаж булыр. Икенсеһе шулдыр: был кешене яҡшы әҙәмдәр дуҫ итмәҫ. Өсөнсөһө шул: дошманы күп булыр.

Йән биргәндә булған өс тарлыҡтың әүәлгеһе шулдыр: йән биргән ваҡытта ҡарыны ас булыр, донъяла булған ниғмәттәрҙең барсаһын ашаһа ла, туймаҫлыҡ булыр. Икенсеһе шулдыр: йән биргәндә бик һыуһар, бөтә донъяла булған һыуҙы эсһә лә, туймаҫтай булыр. Шул заман шайтан бер һауыт менән һалҡын һыу алып килер, был бәндә ул һыуҙы шайтандан һорар. Шайтан:
– Әгәр иманһыҙ булһаң, һыуҙы бирермен, юҡһа бирмәҫмен, – тип әйтер. Күп кеше шайтандың һүҙенә ғәмәл ҡылып, донъянан китер. Өсөнсөһө шулдыр: Ғазраил ғәләйһис-сәләм йәнен ыҙалатып алыр – һыуланған (еүеш) йөндән дегәнәкте алғандай булыр. Был кешенең йән биргән ваҡытта рәнйеүе мең мәртәбә ҡылыс менән сәнскәндән дә артығыраҡ булыр.

Ҡәберҙә булған өс ауырлыҡтың береһе: Мөнкир менән Нәкир фәрештәләр ҡурҡытып һорау алыр. Икенсеһе шулдыр: ҡәбере ҡараңғы булыр. Өсөнсөһө шулдыр: ҡәбере шул ҡәҙәр ҡыҫыр, хатта ҡабырғалары аралашыр.

Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә намаҙ уҡымаусыға бик асыуланыр, гонаһтары өсөн тамуҡта ғазап ҡылыр.

Һәм әгәр бе­рәй ҡаланың йә бер ауылдың, йә бер өйҙөң әһелдәре намаҙ уҡымаһа һәм йәмәғәт намаҙына бармаһа, Аллаһы Тәғәлә уларға шайтандарҙы ирекле ҡылыр: улар кешеләр менән бергә ашар, бергә түшәккә ятыр, бергә ҡатындары менән яҡынлыҡ ҡылыр.

Биш ваҡыт намаҙ уҡыу аға торған һыуҙа биш мәртәбә ҡойоноп сығыуға оҡшағандыр. Әгәр кеше ағым һыуҙа һәр көндә биш мәртәбә ғөсөл ҡойонһа, тәнендә һис кере һәм ҡаралығы ҡалмаҫ. Шуның кеүек, биш ваҡыт намаҙ уҡыһа, бөтә гонаһы ярлыҡаныр, яңы тыуған бала кеүек булыр. Башта ергә тамған тамсыһы менән йөҙөн йыуһа, күҙе менән ҡылған гонаһтары ярлыҡаныр. Һәм әгәр ҡулын йыуһа, гонаһтары бармаҡ остарынан китер. Әгәр башын һыпырһа, ҡолағы менән ишеткән гонаһтары йыуылыр. Ике аяғын йыуһа, аяғы менән ҡылған гонаһтары бөтөр.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Бер кеше камил тәһәрәттән һуң: “Әшһәдү ән лә иләһә илләллаһ, үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғабдүһү үә рәсүлүһ”, – тип әйтһә, ул кешегә һигеҙ ожмах ишектәре асылыр, Ҡиәмәт көнөндә теләгән ишегенән керер”, – тигән.



Автор: И. Хафизов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты