RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иҫерткес эсемлек эскәндең доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

30.08.2019 Иҫерткес эсемлек эскәндең доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

Ислам динендә аңды томалаусы барлыҡ әйберҙәр харам тип ҡабул ителә. Мәҙинә ҡалаһында беренсе ислам дәүләте төҙөлөп, намаҙ фарыз булғандан һуң да Мөхәммәт бәйғәбәр эскелекте туҡтатыуҙа күп ауырлыҡ кисерә һәм ул: „Раббым, был мәсьәләгә яҡтылыҡ бир, ярҙамыңды насип әйлә”, ‒ тип доға ҡыла.
Хәмерҙең аҙы, ла, күбе лә тыйыла. Иҫерткес эсемлектәр шауҡымы аҫтында шайтан барса йүнһеҙлекте эшләтә. Ана шуның өсөн дә динебеҙ кешелекте юҡҡа сығарған, әҙәм балаһының аҡылын юйған иҫерткес эсемлектәрҙе харам ҡыла. Ә кемдәр уны рәхәтләнеп ҡуллана, улар тура юлдан тайпыла. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: „Кемдәр иҫерткес эсемлектәр ҡуллана, улар Ҡиәмәт көнөндә ҡара йөҙ, көлһыу төҫтәге күҙҙәр менән телдәре түштәренә тиклем төшөп торған һәм ауыҙҙарынан туҡтауһыҙ шайыҡ ағып торған килеш баҫып торор”, ‒ тигән. Ул тағы ла ағыу эсеүселәрҙе сәләмләмәҫкә һәм ауырыған мәлдәрендә яңғыҙ ҡалдырырға, тағы ла ундайҙарҙың үлеменән һуң аяттар уҡымаҫҡа кәңәш иткән. „Кешенең аңын томалаусы бар әйбер ул иҫерткес рәтенә инә, ә кемдер уны үҙ ғүмерендә ҡуллана – улар ожмахтан үҙ теләктәре менән баш тарта“,- тип тә әйткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Аллаһ илсеһе тағы ла эскеселәр хаҡында: „Ундайҙарҙың ҡәберенән үләкһә еҫенән дә насарыраҡ еҫе сығыр, тәнендә йылан менән саяндар мыжғып торор, ике аяҡ кейемендә лә тулы ут булыр, хатта улар мейене лә ҡайнатыр. Кемдәр эскеселәр менән бер өҫтәлдә ултырған – ул Бөйөк Яуап көнөндә һуҡыр булыр”, ‒ тип әйтеп ҡалдырған. Шулай уҡ бәйғәмбәребеҙҙең:”Намаҙ уҡыусы бер тапҡыр ғына эсә икән, уның 40 көн дауамында намаҙҙары ҡабул ителмәй”, ‒ тигәнен дә хәтерҙә тотоу зарур. Хәҙистә лә әгәр ҙә кеше үлеме алдынан иҫерек була икән, ул иманһыҙ үлгән һанала.
Үҙен ысын мосолман тип һанаған кешегә бөтә яҡлап та спиртлы эсемлектәр һәм уға бәйле әйберҙәрҙән һаҡланыу мөһим. Кемдәр ошоғаса алкоголь менән мауыҡҡан, тиҙерәк тәүбәгә килеп, Аллаһы Тәғәләнән был гонаһтарҙан уны аралауын һорарға кәрәк. Ислам диненең тәмәке тартыуҙы ла хупламауын онотмайыҡ.
Беҙҙең ғүмер ҡыҫҡа, донъя үҙгәреүсән, ә баҡыйлыҡ – мәңгелек. Күберәген был фани, ваҡытлыса донъя хаҡында түгел, ҡиәмәт көнө хаҡында ҡайғыртығыҙ. Кешенең яҡшылығы ла, яманлығы ла үҙе менән юҡҡа сыҡмай, эҙһеҙ юғалмай. Яҡшылыҡтарҙың да, насарлыҡтарҙың да йоғонтоһо уның вариҫтарында, нәҫелендә, уның менән бергә ғүмер һөргән кешеләрҙә тороп ҡала. Эскелек менән балаларығыҙға кире өлгө күрһәтмәгеҙ. Хаталанмаған бәндә юҡ. Мосолман ‒ тәүбә итә белеүсе, тәүбә итеүсе. Киләсәгебеҙ хаҡында уйлап, иманға ҡайтырға бер ҡасан да һуң түгел.
Интернет селтәренән



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Мулла рухын шатландырып

Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!