RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

02.08.2019 Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Аллаһы Тәғәләне Юныс бәй­ғәмбәр Мосул ҡалаһына рәсүл итеп, халыҡтарҙы иманға өндәү ниәте менән ебәрә. Был ва­ҡытта ҡалала йөҙ меңгә яҡын кеше йәшәй. Әммә халыҡ бер ҙә бәйғәмбәр артынан эйә­рергә теләмәй. Бер көндө ул, асыуланып, сабырлығын юғал­та һәм: «Өс көндән һеҙгә Алланың ғазабы килер!» – ти ҙә ҡаланан сығып китә. Юныс Раббының әмеренән тыйыла. Яффа тигән ҡалала Кипр утрауына китергә торған кәмәгә ултыра. Шулай итеп, үҙ халҡын ташлап китә.

Кәмә диңгеҙ уртаһына еткәс, дауыл сығып, бата башлайҙар. Кешеләр: «Беҙҙең арала кемдер артыҡ. Уны һыуға таш­лаһаҡ, башҡаларҙы ҡотҡарып ҡаласаҡбыҙ», – ти. Берәү ҙә кәмәнән төшөргә теләмәгәс, шыбаға тоталар һәм ул Юнысҡа сыға. Бәйғәмбәр, кейемен һа­лып, диңгеҙгә һике­рергә тор­ғанда, кәмә хужаһы, дөрөҫ булманы, ахыры, тип уйлай. Сөнки Юныстың итә­ғәтле, дини, доға уҡыған кеше булыуы күренеп тора. Шыба­ғаны яңынан тоталар. Быныһы ла Юныс өлөшөнә төшә. Өс мәртәбә ошо хәл ҡабатлана. Һуңынан был әҙәм­дең кәмә­ләге кешеләр ара­һында иң гонаһлыһы икәнлеге аңла­шыла: ул Аллаһы Тәғәләнең бойо­роғон үтәмәй ҡасҡан бит!

Юнысты диңгеҙгә ырғыта­лар. Бер йыртҡыс балыҡ уның тирәләй әйләнгеләй ҙә, тә­рәнгәрәк сумып, һыу менән йота. Хоҙай: «Юнысты йот, ләкин тәненә йәрәхәт һалма!» – тип бойора. Ир хайуандың ашҡаҙанына эләк­кәс, йән би­рәм инде, тип уйлай. Балыҡ диңгеҙ буйлап йөҙөүен дауам итә, һыу өҫтөнә лә сыға, аҫҡа ла төшә. Диңгеҙ төбөнә төшкәс, бәләгә тарыусы ба­лыҡ­­тарҙың зекер ҡылыуын ишетә һәм үҙе лә доға уҡый башлай: «Лә иләһә иллә әнтә субханакә инни күнтү минәз­залимин». Мәғәнәһе: «Һинән башҡа Илаһ юҡ. Һин пакһың һәм дөрөҫлөктә мин залим­дарҙан булдым». Фәреш­тәләр, ошо доғаны ишетеп, Аллаһы Тәғәлә тарафына менә һәм: «Йә, Раб­быбыҙ, беҙ урынын да теүәл белмәгән ерҙән тоноҡ ҡына сыҡҡан доға ҡылған тауышты ишеттек», – тиҙәр. Раббыбыҙ Юныс бәйғәмбәр­ҙең доғаһы икәнен әйткәс, фәрештәләр: «Уны ошо бәлә­һе­нән ҡот­ҡарһаң ине», – тип ялбара. Аллаһы Тәғәлә: «Мин уны һеҙҙең шәфәғәтегеҙ һәм уның ҡылған доғаһы менән ҡотҡарам. Юныс бәйғәмбәр электән ихлас күңелдән доға ҡылыусы һәм ғибәҙәт үтәүсе булмаһа, ҡиәмәт көнөнә тиклем балыҡ ҡарынында ҡала ине», – ти.
Хоҙай уны ярға сығарып ташларға әмер биргәс, балыҡ эсендәге һыуы менән уны төкөрә. Юныс ҡабаҡ үҫкән урынға эләгеп, шуның менән туҡлана. Ҡырағай кәзәләрҙе һауып, һөтөн эсеп, аяҡҡа баҫа.

Кеше хаталанғанда ихлас күңелдән доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һораһа, уны алдағы изгелектәре өсөн ауырлыҡтан азат итә.



Автор: Т. АМАНОВ.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!