RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

04.06.2019 Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ҡайһы берәүҙәр миңә, һин көнө буйы компьютерҙа ултыраһың , «онлайн»даһың, эшең юҡтыр, ти. Бер мәртәбә тоҡандырып ҡуйған был нәмәнең эргәһенә барып урарға ваҡыт еткереп булмай, улай ғына түгел, һүндерергә ваҡыт юҡ.

Әле бына саҡ һыйыр һауып бөтөп, өйгә ингән мәл. Көнөм иртәнге сәхәрҙән башланып китһә, төнгө намаҙ менән тамамланып ҡуя.
Кемдер мине, йонсоп, мал аҫрайһың, тип йәлләй, икенселәр, ыҙаланып ураҙа тотаһың, ти.

Әйтһәләр әйтәләр инде, заманында үҙемдең дә, яңы ғына намаҙ уҡый башлаған улымды йәлләп, ыҙаланма, тип әйткән сағым булды...
Ул саҡта Арыҫлан башланғыс класта ғына уҡый ине. Атаһы, ҡаты талаптар ҡуйып, биш намаҙын да ҡалдырмай уҡып барырға ҡушты. Улым таңдан тороп та, көндөҙҙәрен дә, уйынынан бүленеп, кис ныҡ арыһа ла, йоҡларға ашыҡмай, намаҙ уҡый башланы.

Ә мин, ул саҡта диндән алыҫ кеше, эй йәлләйем улымды. Ҙур, ҡаты бер эш менән шөғөлләнгән кеүек күрәм. Тоттом да бер көн Арыҫланға: “Ҡуй, ыҙаланма, уҡыма ла ҡуй”, – тинем.

Ул миңә аптырап ҡараны ла: “Намаҙ уҡыуҙың ни ҡыйынлығы бар ул, әсәй?” – тип һораны.

Ошо бер генә һорауы мине ҡаты уйға һалды. Ысынлап та еңелме икән ни, тип уйлана башланым. Ул арала ураҙа ла килеп етте. Арыҫлан ураҙа ла тота башланы. Уйға ҡалдым. Ошо бәләкәй бала тота алғанды, мин тота алмаҫмынмы икән ни?

Икенсе йылы мин дә ураҙа тоторға ниәт иттем. Ул килеп еткәнсе ҡырҡ уйландым. Ураҙа тота башлаһам, башым әйләнерме, ҡан баҫымым күтәрелерме икән? Үҙемде төрлө ҡиәфәттә күреп, йәлләп бөттөм. Рамаҙан айы килеп еткәйне, ураҙа тота башланым. Көткәнсә башым да әйләнмәне, танауымдан ҡан да китмәне. Һәүетемсә көн артынан көн үтте. Киреһенсә, ваҡытым күбәйҙе. Шул саҡ аңлап ҡалдым: ғүмеремдең күп кенә өлөшө сәй эсеп үтә икән.

Ҡайһы берәүҙәр, ураҙа айында кешеләр төнө буйы ашап сыға, тип тә уйлай. Ай-һай, улайтып ашаһаң икән. Юҡ шул. Бер нисә стакан һыу эсеп, бер телем икмәк, бөтәүләй бешерелгән бер картуф ашаһаң, артығына урын да ҡалмай. Ябай ғына һыуҙың тәмлелеге ана шунда һиҙелә.

Иртәнге намаҙҙы ла уҡый башланым. Бишәүһенә күсә алмай аптырабыраҡ торғанда, ҡәҙерле әсәкәйем беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китте. Был донъяның фани ғына икәнлеген шул саҡта ныҡлы аңланым. Бар ҡайғымды намаҙ уҡып тараттым...

Бына инде нисәнселер йыл намаҙ уҡып, ураҙа тотам. Иң мөһиме – Аллаһы Тәғәлә уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, тотҡан ураҙа­ларыбыҙҙы ҡабул итһен. Имандарыбыҙҙы арттырһын.

Ә мин һеҙгә Арыҫлан улымдың һүҙҙәре менән әйтәм: намаҙ уҡыуҙың бер ҡыйын­лығы ла юҡ.



Автор: Ф. Хөсәйенова-Әбдрәхимова
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Мулла рухын шатландырып

Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар