RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мулла рухын шатландырып

31.05.2019 Мулла рухын шатландырып

Шанлы золом башҡорттоң күпме аҡыл эйәһен, илем, халҡым, тип йәшәгән аҫыл заттарын юҡ иткән. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, йәбергә дусар ителгәндәрҙең исем-шәрифен ул дәүер барыбер тарих битенән юҡҡа сығара алмаған.

Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәгән Солтанмәхмүт мулла Юлдаши (Юлдашев) – тап шундайҙарҙың береһе. Ауылда мулла һәм уҡытыусы булған Солтанмәхмүт Ҡотләхмәт улы үҙ заманында күренекле кешеләр иҫәбенә ингән. Үкенескә күрә, уның биографияһы әлегәсә ныҡлап өйрәнелмәгән. Яҡындары әйтеүенсә, Солтанмәхмүтте һигеҙ йәшлек сағында әсәһе тыуған ауылы Күсемдән Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙ­рәсәһенә алып килә. Ҡатын улы янында булыр өсөн мәҙрәсәгә кер йыуыусы булып эшкә урынлаша. Зәйнулла ишандың шәкерте, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп теле, медицина буйынса төплө белем ала. Бер аҙ ҡаҙаҡ яғында балалар уҡытып йөрөгәс, тыуған яҡтарына юл тота. 1905 йылда Тамъян-Түңгәүер улусының Ташбулат ауылында Верхнеурал меценаты Кәлимулла Хажинин яҡшы мәсет төҙөтә. Алла йортон уҡымышлы егеткә ышанып тапшыралар. Солтанмәхмүт мәсеттә үҙенең “Солтаниә” мәҙрәсәһен аса һәм ир-егеттәргә белем бирә башлай, уның шәкерттәре араһында урындағылар ғына түгел, Учалы, Белорет яғынан да уҡыусылар була. Ауылда бынан тыш тағы ике мәҙрәсә эшләп килгән була – “Йыһаниә” һәм “Ғәббәсиә”. Уларҙа хәлфәләр малай-шалайҙы уҡыта.

Ҡанлы сыуалыш йылдарында репрес­сияға дусар булған дин әһеле, үкенескә күрә, меңәрләгән. 1937 йылда Солтан­мәхмүт Юлдаши ҙа ошо ауыр золом тәгәрмәсе аҫтына эләгә һәм даны сыҡҡан 58-се статья буйынса атып үлтерелә. Уйлап ҡараһаң, ниндәй вәхшилек – халыҡ араһынан дошмандар табыу буйынса өлкәләргә, райондарға план ҡуйыла. Ауыл­даштарға, хатта туғандарға бер-береһенең өҫтөнән ошаҡлашыу мәжбүри бурыс итеп ҡуйыла...

Солтанмәхмүт имамдың мәсете колхозлаштырыу осоронда клубҡа әйләндерелә. Ул оҙаҡ йылдар ауылдың мәҙәниәт усағы булды. Мулла ҡулға алынғас, ғаиләһен яҡшы йорттарынан ҡыуып сығаралар һәм алмашҡа бәләкәй генә өйҙә йәшәтәләр. Юлда­шевтарҙың өйөндә колхоз контораһы урынлаша. Был йорт шундай ныҡ булып сыға – кәнсәнән һуң быуат буйына кешеләргә хеҙмәт итте. Әле лә тергеҙеп, төҙөкләндергәндә был йортта йәшәргә була, ти ағас эшен белеүселәр.

Мулланың ҡатыны Зөһрә юғалып ҡалмаған. Балаларын йәшәтәм, кеше итәм тип, барлыҡ эшкә тотонған. Ләкин уҡымышлы йәки хәлле кешене күрә алмаусылар, ошаҡсылар һәр заманда ла булған шул. Таштимер ауылынан мәғариф ветераны, Солтанмәхмүт мулланың ейәнсәре Зифа Юлдашеваның һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел:

– Минең әсәйем Ғәлимә Ноғоманова атайым Әсғәткә, Солтанмәхмүттең оло улына, 1940 йылда кейәүгә сыға. Улар был мәлдә ярлы, көндө-көнгә ялғап ауыр йәшәй. Мулланың кинйәһе Даянға ни бары биш йәш була. Балаларҙың ҡайһы берәүҙәре аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан яҡты донъя менән хушлаша. Золом йылдарында халҡына ярҙам итәм, тормошон яҡшыртам тип йәшәгән кешене үҙ кешеләре үк юҡ иткән. Юлдашевтарҙы ла, “халыҡ дошманы” балалары тип, ситләтәләр, ҡыйырһыталар. Ауылдаштарҙың береһе лә улар менән аралашмай. Зөһрә өләсәйемде үҙенең улы һәм ире нахаҡҡа ҡулға алынып, атып үлтерелгән Фатима Ситдиҡова ғына аңлай. Ҡул эшенә оҫта Фатима әхирәтен тегенгә өйрәтә, үҙенекеләрҙең тамағынан өҙөп булһа ла мулла балаларына өлөш сығара. Әсәйем дә был апайҙан мәҙәнилеккә, рус теленә һәм донъя көткәндә башҡа файҙалы һөнәрҙәргә өйрәнә. Ул үлеп киткәнсе оло йөрәкле был ҡатынға рәхмәтле булды: “Фатима еңгәйҙән күргән изгелекте һөйләп бөткөһөҙ”, – ти торғайны.

Ташбулат ауылы мәсетенә килгәндә, халыҡ дингә ҡайта башлағас, уға реконструкция эшләнеләр. Тик ҡаты ҡуллы хужа табылмағанлыҡтан, ғибәҙәт йорто эшмәкәрлеге алға барманы һәм ишеге йоҙаҡлы торҙо. 2010 йылда етемһерәп торған мәсетте яңынан асырға теләүсе активистарға урындағыларҙың ҡайһы берҙәре ҡаршы сығыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Ләкин инициатив төркөм үҙ һүҙендә ныҡ торҙо һәм Алла йортон бынамын тигән итеп ремонтлап ҡуйҙы. Мәсет асылды, тип әйтеүе генә анһат, күпме йөрөүҙәр, баш эйеүҙәр ята был һүҙ артында! Был изге эште ойоштороусыларға еңел булмауын яҡшы беләм, уларҙың тырышлығы оло хуплауға лайыҡ. Ниһайәт, буяу еҫе аңҡып торған, төҙөкләндерелгән, газ үткәрелгән иҫке-яңы мәсеттең ишектәрен асып, ташбулаттар уға тантаналы рәүештә Солтанмәхмүт мулланың исемен бирҙе. Халыҡ арҙаҡлы шәхесте иҫтә тотоп, данлыҡлы имамды һис тә хәтеренән сығармауын дәлилләне. Киләсәк быуын белһен өсөн, башҡортом, тип йәшәгән ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү – сауаплы эш.

1924 йылда Башҡортостандың ғилми-тарихи йәмғиәте (һуңынан – Башҡортостан академия үҙәге) уҡымышлы кешеләрҙән, атаҡлы муллаларҙан, уҡытыусыларҙан башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, халыҡ ижады, көнкүреше, топонимикаһы буйынса анкета тултыртҡан. Был яуаптарҙың бик һирәге генә беҙҙең көндәргә килеп еткән. Академик Ғайса Хөсәйеновтың ҡулына тап Солтанмәхмүт Юлдашиҙың ниндәйҙер ғиллә менән һаҡланып ҡалған анкета яуаптары килеп эләккәс, ул ғәрәп графикаһынан хәҙерге телгә яраҡлаштырып эшкәртә һәм баҫтырып сығара. Мулланың боронғо башҡорт йәшәйеше буйынса яуаптары бөгөн оло тарихи әһәмиәткә эйә. Был сығанаҡты ғалимдарға ҡолас йәйеп тикшереү мөмкинлеге бар.

Ошо көндәрҙә Солтанмәхмүт мулланың вариҫтары Ташбулат мәсетенә килеп, ҡорбан салды һәм олаталары рухына аят уҡытты. “Олатайыбыҙҙы ҙурлап, уның эшмәкәрлеген юғары баһалап, ошо сауаплы эште башҡарыусы ауыл халҡына рәхмәт!” – тип мәсеткә ҡул-көс менән дә, матди яҡтан да ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтен еткерҙе имамдың ейәндәре һәм бүләләре. Улар буш ҡул менән килмәгән, үҙҙәренең шәжәрәһен дә тәҡдим итте. Хәтер кисәһе ҡорбан итенән тәмле бишбармаҡлы, һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында дауам итте. Уҡымышлы, ҡөҙрәтле көскә эйә булған шәхес танылыу тапһын өсөн, уның хаҡында мәғлүмәт ейәндәре тарафынан тулыланыр, байытылыр, тип ышанғы килә.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар