RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

24.05.2019 Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Баймаҡ районы, Билал ауылынан Гөлдәр хажиә ӘЛИБАЕВА яҙған:

Тыуған көн тураһында уйҙарымды яҙып үткем килә. Сөнки кешенең ғүмер байрамдары күмәкләп хәмер эсеүгә тағы бер сәбәп булып китте.
Тыуған көн үткәреү – урыҫтан килгән йола. Иисус Христостың тыуған көнөн йыл да иҫкә ала улар. Тимәк, ул – өлгө, йәнәһе лә, беҙгә лә ҡабатларға кәрәк...

Башҡортта бындай йола булманы. Элек әбей-бабайҙар үҙҙәренә нисә йәш икәнен әйтмәне: «күҙ тейә» йә «мыҫҡыл тейә» тиҙәр ине. Тыуған көндәрен дә «ураҡ ваҡыты» йә «аҡман-тоҡманда ине», ти торғайнылар. Мин дә тик бишенсе класта ғына тыуған көнөм бар икәнен белдем. Әсәйем ҡотлап, муйынсаҡ алып бирҙе. Ҡабат тыуған көндө иҫләмәнем дә. Иҫкә төшөрһәләр ҙә, яратмайым.

Хәҙер балаларға сабый ғына сағынан, тыуған көнөң тип, мәжлес йыйып бер булалар, ҙурайғас, үҙҙәре үк йыйылыша башлайҙар. Тәүҙә һут эсәләр, ә аҙаҡ...

Бәләкәй ваҡыттарында йыл да бүләк алғас, аҙаҡ талап итә башлайҙар. Олатай-өлә­сәй­ҙең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре күп булһа (күп булыуы һәйбәт), тик пенсиялары резина түгел шул.

Бер көн Фәриҙә апай: «Иртәгә тыуған көнөм, аят уҡытам», – тине. «Бик сауаплы эш башҡараһың!» – тип хупланым үҙен.
Икенсе көндө Ҡөрьән сүрәләре, аяттар уҡып, Фәриҙә апайға һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләп, ата-әсәһенең рухына аяттар бағышлап, бүләктәр бирешеп, сәй эсеп, риза булып таралыштыҡ.

Бер нисә көндән Сәрүәр апай: «27-һендә бабайымдың тыуған көнө», – ти. Мин: «Әйҙә, аят уҡыт, Фәриҙә апай һымаҡ», – тинем.
Шулай итеп, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе рухына, ғүмер биреүселәргә, бабайына арнап, ул да аят уҡытты.

Ғүмер байрамдарын бил­дәләгәндә Ҡөрьән уҡытыу йолаһы булдырғанда һәйбәт булыр ине. Әйҙәгеҙ, тыуған көнөбөҙҙә атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә аяттар уҡытып, башҡортса үткә­рәйек. Урыҫса хәмер эсеп түгел. Һәр беребеҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла, өйөндә аят уҡыта бит. Тыуған көн дә бер генә, ә икенсеһен ҡушып үткәреү бик яҡшы булыр бит. Яңыраҡ Темәстә бер ҡатын: «Ҡабаланам, апайымдың тыуған көнө, аят уҡыта», – тине. Был хәбәренә ҡыуанып тороп ҡалдым.

Мин балаларымдың тыуған көндәрен үткәрмәнем. 12, 16 йәштәрендә бүләк бирҙем дә, шуның менән бөттө. Ҡыҙым: «Ана, ҡәйнәм тыуған көнөн өс тапҡыр үткәрә», – ти. Ә мин: «Тыуған көн тип, аҡса түгеп килеп тә йөрөмәгеҙ, ваҡытығыҙ булһа, килегеҙ, эшегеҙҙе өҙмәгеҙ», – тим.



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?

Шәүүәл айында намаҙ ваҡыты

Мулла рухын шатландырып

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар