RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн — Миғраж кисе

02.04.2019 Бөгөн — Миғраж кисе

26 рәжәб, шишәмбе, 2 апрель (2019 йыл) – ҡояш байыу менән – Миғраж кисе башлана.
Ошо изге кистә пәйғәмбәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә үҙенең хозурына саҡырып бик күп хикмәттәр, йәннәт һәм йәһәннәмде күрһәткән һәм мосолмандар өсөн ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр изге бүләк булған биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән.


Был кистә йәстү намаҙынан һуң ун ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыла, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фатиха»- нан һуң ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм һәр ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Намаҙҙан һуң дүрт тапҡыр «Әл-Фатиха» һәм 100 тапҡыр:
“Сүбхәналлааһи үәлхәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллааһу үә Аллаһу әкбәр! Үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә
илләә билләәһил-ғәлийил-ғәҙыым” тип уҡыла.

Унан һуң 100 тапҡыр:
“Әстәғфирул-лааһәл-ғәҙыым үә әтүбү иләйик”, — һәм 100 тапҡыр “Салауат” уҡыла.

Алда әйтелгән намаҙ 12 рәҡәғәт урынына 100 рәҡәғәт итеп тә уҡыла ала.
Белешмә. Риүәйәткә ярашлы, төндә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡотдос ҡалаһының Әл-Аҡса мәсетендә ул Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осрашып, улар менән намаҙ уҡый. Унан һуң Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә. Мөхәммәт үҙе әйткәненсә, күктең беренсе ҡатында Әҙәм уға күк ҡапҡаларын аса, икенсе ҡатында уға — Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөһөндә — Йософ, дүртенсеһендә — Иҙрис, бишенсеһендә — Һарун, алтынсыһында – Муса, етенсеһендә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бөтә ҡаттарын үтеп, ул Аллаһы Тәғәлә менән осраша һәм уның менән һөйләшә. Был юлда пәйғәмбәргә ожмах менән тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ ул Аллаһы Тәғәләнән, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер ала. Мәккәгә кире ҡайтҡас, уның сәйәхәте бер мәл генә дауамында булғаны асыҡлана. Хатта юлға сығыр алдынан пәйғәмбәр ҡолатҡан һауыттан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

Мәрхүмдәргә  доға ҡылыу тәртибе

Шәғбан айында намаҙ ваҡыты

Һуңғы юлға оҙатыусылар

Һәр йән эйәһе үлем кисерер

Иманға әйҙәүсе, ауылды күтәреүсе

Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ

Рәжәб айында намаҙ ваҡыты

Бисмилла

01.03.2019 - Иман Бисмилла


Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йомадиәл ахыр айында намаҙ ваҡыты