RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәйбәт – оло гонаһ

25.01.2019 Ғәйбәт – оло гонаһ

Ғәйбәт һөйләү ислам динендә иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөрьәндә ғәйбәт һөйләүҙе үлгән кешенең итен ашау менән сағыштыра. Ғәйбәт – кеше тураһында үҙе юҡта нахаҡ һүҙ һөйләү. Аллаһы Тәғәлә: «Һаҡланығыҙ насар уйҙарҙан», – тип әйтә. Сөнки улар шиккә алып килә. Шик – шулай уҡ ғәйбәт. Әгәр берәй ир сит ҡатын менән бүлмәлә булһа йәки машинала китеп барһа, бер кеше быларҙы күреп: «Былар бергә бит, юҡҡа түгел», – тип шикләнә. Шикләнгән кеше ҙур гонаһ ҡыла.

Беҙҙә лә шулай, мәсет асҡас, балалар уҡыта башланыҡ. Мәсеткә яҡын йәшәгән бер ҡатын (күптән намаҙҙа) ҡыҙҙарҙы намаҙ уҡыр­ға өйрәтергә тотондо. Икәү ҡалған осраҡтар ҙа булды. Күп тә үтмәй, беҙҙең турала ғәйбәт тараттылар. Кем башлап һөйләгән, осона сығырлыҡ түгел. Беҙҙең динебеҙ ирҙәргә сит ҡатындар менән яңғыҙ ҡалыу­ҙы тыя. Әгәр тура килә икән, ишекте асып ҡуйыр­ға ҡушыла.

Ләкин хәҙерге тормошта эш буйынса ирҙәргә сит ҡатындар менән бергә булырға тура килә. Аллаһы Раббыбыҙ үҙҙәрен ғәйбәттән һаҡлаһын! Шул турала бер риүәйәт тә бар.

Солтан Морат ябай ғына кейенеп, үҙенең һаҡсылары менән ҡала буйлап сығып китә. Юлда саң-туҙан араһында аунап, үлеп ятҡан кешене осраталар. Уның кем икәнен һораш­ҡас, эскесе, зина ҡылыусы, гонаһлы әҙәм икәнен әйтәләр. Солтан Морат мәйетте өйөнә алып барырға ҡуша. Ҡатыны, ирен күргәс, илап ебәрә, яҡшы кеше булды, тип һамаҡлай.
– Нисек яҡшы булһын, уны бит бик гонаһлы кеше тип әйтәләр? – тип һорай батша.
– Эйе, кеше һөйләне уны. Ләкин ирем көн һайын кибеткә барып, кешеләр әҙерәк эсһен өсөн, шарап һатып алып, уны түгә ине. Шулай уҡ, кис етһә, тәүфиҡлы булһын тип, фәхишә ҡатынға аҡса бирә ине.
Солтан Морат, уны йәлләп, илап ебәрә. Һуңынан халыҡты йыйып, ирҙе хөрмәтләп ерләйҙәр.
Һығымта шунда: кемдең нисек икәнен, уның күңелен тик Алла ғына белә.

Динебеҙҙә ғәйбәттең гонаһы зина ҡылыуға тигеҙ тип әйтелә. Алла күп кәмселекте ғәфү итә, ләкин ялған һүҙ һөйләү ғәфү ителмәй. Риүәйәттә ошо турала әйтелә.

Ғәйбәт һөйләп, нахаҡ тағып, бер кешене төрмәгә ултырталар. Был кеше төрмәнән сыҡҡас, ғәйбәтсе уның янына килә, ғәфү итеүен һорай. Төрмәнән сыҡҡан кеше мендәр алып сығырға ҡуша. Алып сыҡҡас, мендәр­ҙең тышын йыртып, йөнөн туҙҙыра. Унан ялған һөйләүсегә шул йөндө кире тулты­рырға ҡуша. «Нисек быны йыйып бөтәйем? Был мөмкин түгел», – ти ғәйбәтсе. «Бына шулай, әйткән һүҙҙе, таралған ғәйбәтте кире йыйып булмай. Һине ғәфү итә алмайым», – ти ғәйбәттән зыян күргән кеше.
Динебеҙҙә ғәйбәт һөйләгән кешенең са­уаптары кемде һөйләйҙәр – шуға күсә. Унда кешегә тау һымаҡ сауап килә. Ялғанды һөйләүсе кеше күп нәмәнән яҙа:
1. Алла рәхмәтен юғалта.
2. Фәрештәләр уны һаҡламай, «Амин» тип әйтмәй.
3. Ожмахтан алыҫлаша.
4. Ҡәбер ғазабы күбәйә.
5. Тамуҡтың иң төбөнә эләгә.
6. Алланың яҡлауынан ваз кисә.
7. Үлгәндә йәне сыҡмай йонсота. Иманлы, гонаһһыҙ кешенең йәне тиҙ сыға. Ә инде гонаһ ҡылған, ғәйбәтсе кешегә Ғазраил фәрештә яман тауыш сығарып килә. Йән сыҡмаҫҡа тырыша, йәбешеп ята. Ғазраил кешенең ауыҙына ҡулын тығып, йәнде һөйрәп сығара. Бындай михнәт, ыҙаланып йән биреүҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын. Раббыбыҙ: «Бер-берегеҙҙән кәмселек эҙләмәгеҙ, үҙегеҙҙән эҙләгеҙ», – тигән. Шулай уҡ өйҙә булған кәмселектәрҙе, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте урамға сығарып һөйләргә ярамай. «Кәмселектәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ, йәшерегеҙ. Мин һеҙҙең гонаһтарҙы ла йәшерермен», – тигән Раббыбыҙ. Ғәйбәт ишетеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡайғырып йөрөүҙе Ҡөрьән хупламай. Сөнки ҡайғырыу йөрәкте бөтөрә. Шайтан кешенең һағышлы сағын ярата. Үткәнде, кисәге көндө уйлап, бөгөнгө көндөң бәрәкәтен юғалтмағыҙ. Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа, ҡайғырып, уны тағы ла ҡыҫҡартмағыҙ. Аллаға ышанығыҙ, ауырыған, сырхаған ваҡытта Раббыбыҙ үҙенең шифаларын насип итһен. Иҫәнлектә, һаулыҡта булайыҡ.




Автор: Р. ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?