RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һуғымығыҙ бәрәкәтле булһын!

21.12.2018 Һуғымығыҙ бәрәкәтле булһын!


йәки Хәрәмдән тыйылыуҙың мотлаҡлығы хаҡында

Декабрь – ҡыш миҙгеленең тәүге, йылдың һуңғы айы һәм шул уҡ ваҡытта борон-борондан халҡыбыҙҙа һуғым һуйыу мәле булараҡ билдәле. Көндәр һыуынып, ҡәҙимге ҡыш килеп еткән был осорҙа һуйылған ит, әлбиттә, һаҡлаулы була. Хәҙерге һымаҡ ҙур-ҙур туңдыр­ғыс “һандыҡ”тар булмаған элекке заманда, әлбиттә, тап ошо айҙа һуғым һуйыуҙан ҡулайлыраҡ мәл булмаған. Һуғымлыҡ малдың да көр сағы, бесәнлектәрҙәге кәбәндәр ҙә әле генә тейелә башлаған тап бына ошо муллыҡ осоронда күпселегебеҙ үҙенә йыл буйына етерлек ит әҙерләп ҡала.


Йыл да, һуғым һуйыу мәле яҡынлашып килеү менән, иң беренсе нәүбәттә “хәләл” һәм “хәрәм” төшөнсәләре хаҡында айырыуса уйлана башлайым. Ифрат та етди булған ошо нәмәләр хаҡында уйланыу ғына түгел, мосолман кешегә быны аныҡ белеү фарыз. Аҙыҡ-түлек магазиндарында йыш ҡына “яйцо халяль” тип яҙылған этикетканы күреп ҡалғылайым. Шундай мәлдәрҙә: “Хәләл түгел йомортҡа буламы икән?” – тигән һорау һәр саҡ килеп тыуа... Бәлки, бындай нәмәләргә кемдер иғтибар ҙа итмәйҙер. Яҡташтарыбыҙҙың хәләл ашамлыҡтар ҡулланырға тырышыуы, әлбиттә, бик яҡшы. Әммә күптәребеҙ хәрәм менән хәләлдең айырмаһын аңлап етмәй. “Хәләлә” тигән һүҙ ғәрәпсәнән “рөхсәт итеү” (руссаһы – разрешать) тип тәржемәләнә, ә “хәрамә” – тыйыу (запрещать). Ошо хаҡта һүҙ барғанда, әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан рөхсәт ителгән йәиһә тыйылған нәмәләр күҙ уңында тотола. Изге Ҡөрьәндә Раббыбыҙ хәмер эсеүҙе, сусҡа һәм үләкһә итен ашауҙы, ҡан эсеүҙе хәрәм ҡылған, йәғни ҡәтғи тыйған. Ә инде төрлө йомортҡа, һөт, үҫемлек продукттары хәрәм тип һаналмай. Шулай уҡ балыҡтың да бөтә төрө хәләл. Шуға күрә магазиндан икмәк, макарон йәки ниндәйҙер ярма алғанда, былар хәләлме икән, тигән икеләнеү һис булырға тейеш түгел. Башта әйтелгәнсә, “хәләл йоморт­ҡа” тип яҙмаһалар ҙа, беҙ уның һәр саҡ хәләл икәнен беләйек.

Ә инде ит мәсьәләһенә килгәндә, быға ифрат та етди ҡарау кәрәк. Һыйырҙыҡы, йылҡы йәиһә һарыҡтыҡы булыуы ғына иттең хәләллеген аңлатмай. Шәриғәт ҡанундары буйынса, Аллаһы Тәғәләгә иман килтергән (Уның барлығына һәм берлегенә һис шикһеҙ ышанған һәм һәр тарафтан Уға буйһоноп йәшәгән, йәғни мосолман) кеше тарафынан, Раббыбыҙҙың исемен иҫкә алып, “бисмиллә” (“би исми Аллаһ” ғ. – Алла исеме менән) тип әйтеп боғаҙланған малдың ите генә хәләл. Шуға күрә мосолмандарҙың иткә тәғәйенләнгән хайуанын үҙе йәки үҙҙәре белгән башҡа берәй мосолман кешеһенән салдырырға тырышыуы – дөрөҫ. Үкенескә күрә, күптәребеҙ үҙенең ҡыш буйы ашаясаҡ “һуғымлығын” кем салғанын да белмәй. Ниндәйҙер берәй ауылға заказ биреп, һуйылған әҙер итте генә барып алыуҙы хуп күрә бәғзеләр. Әммә үҙен мосолман тип һанаған һәр кем был мәсьәләлә битараф булырға тейеш түгел. Ит һатып алырға теләүселәр өсөн “хәләл” тип аталған магазиндар республикабыҙҙың һәр ҡалаһында бар. Унда хәләллек хаҡындағы штамп ҡуйылған эре, ваҡ мал, ҡош-ҡорт ите һәм төрлө колбаса продукттары, билмән, манты кеүек ризыҡтар ҙа һатылып тора. Бәғзе берәүҙәр: “Уларҙы нисек һуйғандарын кем ҡарап торған?” – тип, шундай кибеттәрҙәге ит продукттарының хәләллегенә икеләнә башлай. Минеңсә, бында икеләнергә һис ярамай. Сөнки иттең ысынлап та хәләл булыуы өсөн һатыусы йәки уға һатырға итте тапшырған ойошма Аллаһы Тәғәлә алдында яуаплы. Мәҫәлән, “Турбаслы” тип аталған бер ойошманы телеканалдарҙан да күрһәткеләйҙәр. Унда малды боғаҙлаусылар­ҙың үҙҙәре дин тотоп, намаҙ уҡып йөрөгән кешеләр булыуы ла, әлбиттә, улар сығарған продукттарҙың хәләл булыуын иҫбатлай. Ә туҡмап йәиһә башҡа төрлө ысул менән үлтерелгән малдың ите – хәрәм.

Хәләл һәм хәрәм хаҡында һүҙ йөрөткәндә, фәҡәт аҙыҡ-түлекте генә күҙ уңында тоторға кәрәкмәй. Аллаһы Тәғәлә тарафынан тыйыл­ған йәки рөхсәт ителгән төрлө ғәмәл (эш) күп. Мәҫәлән, алдау, урлау, ғәйбәт һөйләү, отош­ло уйындар, процентҡа аҡса биреү йә алыу һымаҡ насар нәмәләр барыһы ла хәрәм һанала. Берәй кеше хәләл тип һаналған нимәнелер урлап ала икән, шул урланған нәмә был кеше өсөн, әлбиттә, хәрәм була. Кешеләрҙе алдау юлы менән тапҡан аҡсаға һатып алын­ған аҙыҡ-түлек, кейем йә башҡа берәй әйбер ҙә хәләл түгел. Быларҙан тыш, Алла илсеһе ғәләйһис-сәләм тарафынан ҡәтғи тыйылған, хатта оло гонаһҡа һаналған башҡа нәмәләр хаҡында ла белеү мотлаҡ. Төрлө хөрәфәткә ышаныуҙың хәрәм икәнлеген, үкенескә күрә, күп кешеләр белмәй, ә бик күптәр белергә теләмәй. Ошо хаҡта компетентлы булған бәғзе дин белгестәренең: “Ырым-юрауҙарға, күрәҙәселеккә ышаныу күркәм эш түгел”, – тип ифрат та тыйнаҡ ҡына итеп кенә әйткеләүен ишетәм. Әммә ошо бик етди мәсьәләне ябай кешеләргә аңлатҡанда күпкә принципиаллерәк булыу кәрәк, минеңсә. “Бәйғәмбәр хәрәм тип әйткән нәмәне үҙ-үҙеңә йәки бүтәндәргә рөхсәт итеү оло гонаһтарҙан һанала”, – тип, аныҡ ҡына әйтелергә тейеш был турала. Шулай уҡ Алла илсеһе, үҙе ҡушҡандарҙан тыш, динебеҙгә башҡа ғибәҙәт төрҙәре өҫтәп индереүҙе лә ҡәтғи тыйған. Ә Рә­сүлулланың һәр бойороғо – Аллаһы Тәғәләнән.

Беҙ – мосолмандар, доға ҡылғанда: “Йә, Раббым Алла, беҙгә ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып ғүмер итеүҙәребеҙҙе насип ҡыл!” – тип Аллаһы Тәғәләгә ялбарабыҙ. Әгәр беҙ Раббыбыҙ тыйған нәмәне “хәләл”, йәғни мөмкин тип һанайбыҙ икән, Уның әйткәндәрен инҡар итергә маташыу була бит! Быға миҫал өсөн алыҫҡа барырға кәрәкмәй. Киң мәғлүмәт сараларында йыш ҡына “шарап эсеү мәҙәниәтен күтәреү” хаҡында йәиһә араҡыға хаҡ өҫтәү юлы менән илдә эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙе хуплаусы төрлө фекер ишетергә тура килә. Бөйөк Алла ҡәтғи тыйған хәмерҙе, “аппетит өсөн” йәки “күңел өсөн” тип, хатта илле грамм ғына “төшөрһәң” дә бының гонаһы “бер-ике литр” эскәндең гонаһынан айырылмай. Икенсе бер миҫал. Кемдер берәү аңлы рәүештә билмәнгә “тәм өсөн” йә “йомшаҡлыҡ өсөн” бер аҙ ғына булһа ла сусҡа майы ҡушып ебәрһә, ундай ризыҡты ашау – хәрәм. Әгәр шундай аш төрөнә сусҡа ите ҡушыл­ғанлығын йә һуғымының мосолман булмаған кеше салғанлығын йәшереп, икенсе кешегә, хәләл ул, тип ниҙер ашата икән, быға тик хужабикә яуаплы. Ҡунаҡҡа килгән кеше, әлбиттә, алдына ҡуйыл­ған ит хаҡында төпсөнөп: “Кем быны һуйған, нисек салған?” – тип һорашҡылап ултырмай, хужаларға тулыһынса ышана...

Ҡәҙерле туғандар, бынан тыш, тағы түбәндәге бер мәсьәләгә иғтибар итеүҙе мотлаҡ тип һанайым: ҡайһы берҙә, киреһенсә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан рөхсәт ителгән нәмәләрҙе “хәрәм” тип һанау осраҡтары ла булғылай. Был да яраған эш түгел. Үкенескә күрә, ошо өлкәлә лә артыҡ шаштырыусылар бар. Әйтәйек, берәү икенсе дин кешеһенән йомортҡа, һөт, он һатып алды, ти. Уға кемдер: “һин урыҫтан алғанһың бит, был – хәрәм”, – тип әйтә икән, был кеше хаталана! Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һәм уның сәхәбәләре мосолман булмаған халыҡтар менән дә алыш-биреш иткән. Бәғзе берәүҙәр­ҙән хатта, торт, шоколад һымаҡ нәмәләр ҙә хәрәм, имеш, тигәнде ишетергә тура килә. Йәнәһе лә, яһаған ваҡытта уларға ниндәйҙер миҡдар­ҙа этил спирты ҡушалар... Уларҙы яһау технологияһына артыҡ инеп ваҡланыу ҙа ярамай, һөҙөмтәлә сыҡҡан продукт бында төп мәғәнәгә эйә. Эш уға китһә, кефир, ҡатыҡ составында ла аҙ ғына миҡдарҙа спирт була! Биохимик анализдар юлы менән генә табыла торған бындай ваҡ-төйәктәргә артыҡ иғтибар итеү, урыҫса әйткәндә, “перестраховка” – килешмәгән нәмә!

Беҙҙең башҡортта ғаилә ҡорған кешеләр бер-береһен борон-борондан “хәләл ефет” тип атай. Никахты шәриғәт ҡанунына ярашлы итеп төҙөгәс кенә кешеләр бер-береһенә хәләл була, йәғни Аллаһы Тәғәлә тарафынан ирле-ҡатынлы булып йәшәргә уларға рөхсәт ителә, тип аңлау кәрәк. Мосолман динендәге булған шаһиттар алдында никахҡа егеттең һәм ҡыҙҙың, ҡыҙ яғынан үәлидтең ризалығы алынып (үәлид ғ. – ҡыҙҙың атаһы йәиһә бәлиғ булған икенсе бер ир туғаны, улар булмаған хәлдә был ролде башҡарыу мәсет имамына рөхсәт ителә), шунан һуң ғына ғаилә төҙөүсе кешеләрҙең бер-береһенә хәләл була алыуы хаҡында ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән ата-олаталарыбыҙ борон-борондан белгән. Ә шунан тыш (мәҫәлән, бер ниндәй шаһитһыҙ төҙөлгөн “граждан никахы”) бер ниндәй ҙә никах хәләл була алмай. Бына шул хаҡта һәр мосолман белергә тейеш.

Һәр кемебеҙ, ниҙер һорап, Аллаһы Тәғәләгә үтенәбеҙ. Үҙебеҙ белмәгән осраҡта, был хаҡта дин ҡағиҙәләрен белгән бүтән берәй кешегә әйтеп, Раббыбыҙға доға ҡылдырабыҙ. Бәйғәмбәрҙең хәҙистәрендә, хәрәм ашаған йә эскән, йә иһә башҡа тыйыл­ған нәмәләр менән булышҡан кешенең доғаһына Аллаһы Тәғәләнең яуап бирмәү ихтималлығы хаҡында әйтелә. Бына ошо турала ла барыбыҙҙың белеүе мотлаҡ. Һәммәбеҙ Раббыбыҙҙың тыйғандарынан тыйылып, Уның ризалығына ирешергә ынтылып, шунан ғына Уға доғаларыбыҙ менән мөрәжәғәт итәйек. Беҙ – мосолман кешеләре ошо ифрат та етди мәсьәләгә бармаҡ аша ғына ҡарамайыҡ.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.



Автор: "Йәшлек"
Фото: Shutterstock





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты

Дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ!

Фани донъя мәңгелек түгел

Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән