RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яҙмыш һәм уның серҙәре

07.12.2018 Яҙмыш һәм уның серҙәре


Аллаһы Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиға асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, Ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ нәмә тәҡдир программаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шуның бер өлөшө.

Раббыбыҙ үҙенең ҡөҙрәте менән ғаләм барлыҡҡа килгәндән алып уның һуңғы көнөнә ҡәҙәр, кеше танып белһен өсөн, сер һәм хикмәте менән сорнап, буласаҡ бөтә нәмәне раҫлаған. Был план һәм тәртип ҡадар йәки Алланың ихтыяры тип атала. Ошо хәҡиҡәт хаҡында Аллаһы Тәғәлә изге аятта: «Шик-шөбһәлә булмағыҙ, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ», – тип әйткән («Ҡәмәр», 54/49).
Ваҡиға башланғансы, уның раҫланған башланғыс планы (ҡадар) ғәмәлдәр китабында – «Ләүхүл-мәхфүз»дә һаҡлана, уны тормош­ҡа ашырыу ваҡыты етһә, ҡада (тормошҡа ашыу ваҡыты) башлана.

Раббыбыҙға булып үтәсәк бөтә ваҡиға мәғлүм. Йыһандағы һәр нәмәнең алдан билдәләнгән Илаһи күрһәтмә буйынса барлыҡҡа килеүенә беҙ ышанырға тейешбеҙ. Тәҡдиргә ышаныу алты иман бағанаһының береһе булһа ла, ысын мәғәнәһендә уны ҡабул итеү кешегә ауырыраҡ. Әйтергә кәрәк, диндә булмаған кеше лә ниндәйҙер бөйөк көстөң йоғонтоһон тоя, яҙмышына һүҙһеҙ буйһона. «Миңә шулай яҙған», – ти ул. Хатта бөтә нәмәне инҡар итеүсе лә тәҡдиргә бәйлелеген йәшерә алмай: «Уңыш миңә арты менән боролдо», «Мине әсе яҙмыш эҙәрлекләй», – тип һөйләп ҡуя.

Уйлана белгән, тирә-йүндәге ваҡиғаларҙың асылын аңлаған кешеләр шуға төшөнә: бөтә йыһан йәшәйеше сценарийы Илаһи ҡәләм менән яҙылған.

«Алла бер кемгә лә көсө етмәҫлекте йөкмәтмәҫ» («Бәҡара», 2/286) тигән аяты менән Аллаһы Тәғәлә кешегә көсө еткән эште йә бурысты йөкмәтеүен белдерә. Әммә, биргән һәләттәренә ярашлы, ғәмәл ҡылыу-ҡылмауы хаҡында әхирәттә һәр кемдән һораласаҡ, тимәк, яҙмышҡа һылтанып, ғәмәлдәрҙән баш тартыу – иҫәрлек, наҙанлыҡ.

Кеше рухиәтенә тыйнаҡһыҙлыҡ һәм Раббыһынан ҡурҡыу кеүек сифаттарҙы һалған Аллаһы Тәғәлә, һайлау хоҡуғы биреп, уны һынарға теләй, йәғни ул ер тормошонда билдәле бер сиктәрҙә үҙ ихтыярына ҡуйыла. Бала ла бит ваҡ-төйәккә ата-әсәһе биргән аҡсаны яҡшыға ла, яманға ла тотона ала. Әҙәм һайлаған юл кешенең мәңгелек тормошона туранан-тура йоғонто яһай – уға йә бәхет, йә һәләкәт әҙерләй.

Хоҙай ихтыярынан тыш ғаләмдә бер эш тә ҡылынмай, хатта япраҡ та һелкенмәй. Һәр нәмә Уның ихтыяры менән эшләнә. Берәү: «Тәҡдирем шундай», – тип әйтә икән, был ғәмһеҙлеген генә аҡларға маташыу. Алла намаҙ уҡырға теләгәндәргә был мөмкинлекте бирә, намаҙ уҡырға теләмәгәндәргә лә бихисап сәбәп бирә. Тимәк, әгәр кеше яҙмышына һылтана икән, ул хәҡиҡәткә ҡаршы бара.

Яҙмыштың билдәһеҙлеген танып, Алланың ихтыярына буйһоноу – иң яҡшыһы. Өмөт­тәреңде Аллаға бағлау, үҙеңде Уға тапшырыу – мәрхәмәт ишектәре. Тәҡдир, ана шул ишектәр аша үтеп, шатлыҡ һәм хозурлыҡ алып килә.

Ҡәнәғәтлек үҙеңде Аллаға тапшырыу, мөмкин булған бәләләр­ҙән һаҡланмайынса, ялҡау һәм пассив рәүештә көтөү тигәнде аңлатмай. Именлекте тәьмин итеү, яманлыҡты еңеү өсөн бөтә сараны күргәс кенә өмөттәрҙе Аллаға бағлау кәрәк. Сәбәп ит­мәһәң, һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ. Ғәмәл ҡылмайынса, өмөт бағ­лап ҡына ул­тырыу ҙа дөрөҫ түгел.

Тәҡдир сиктәренән ситкә сығыу мөмкин түгеллеге мәғлүм. Шуға күрә ҡол, тейешле саралар күреп, маҡсатына ынтылырға тейеш.
Зирәк күҙ ме­нән ҡарағандар белә: яҙмышыңды аҙағынаса асыҡлау мөмкин булмаған эш, һәм был бәлә түгел, киреһенсә, беҙгә ҡарата бөйөк мәрхәмәт. Әгәр бәндә үҙенә яҙмыштың нимә әҙерләгәнен алдан белһә, икенсе сиккә ташланыуы ихтимал. Әйтәйек, кеше төҙәлә алмаҫлыҡ сирҙән үләсәген белмәй. Әгәр ул быны белһә, һау сағында уҡ үлә башлар, иҫен юйыр, фалиж һуғыр, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине. Балаһы үҙенән алда үләсәген белгән әсә ҡайғы һәм һағыш эсендә ғүмер кисерәсәк. Һөҙөмтәлә тормош гармонияһын юҡҡа сығарасаҡ.
Ҡапыл килеп баҫҡан һынауҙар­ҙы һәм яҙмыштың боролоштарын тәҡдиргә ышаныусылар ғына тыныс, күндәм үткәрә ала.

Бәхеткә илтеүсе ҡаҡшамаҫ ҡағиҙә – тормош имтихандарын аҡылың менән ҡабул итеү, йөрәгеңде гүзәл әхлаҡи сифаттар менән биҙәү, яҙмыштың көтөлмәгән боролоштарында ла ҡәнәғәт булыу. Ә бәхет – тормошто нисек бар шулай ҡабул итеү, ауыр мәлдәрҙә түҙемлек күрһәтеү, һәр нәмәнең яҡшы яғын күреү һәм Ғаләмдәр Раббыһы ихтыярына буйһоноу.

Хаҡ Тәғәлә Үҙенең мәрхәмәтен – ҡайғы рәүешендә, ә ҡайғыны мәрхәмәт рәүешендә биреүе ихтимал. Ҡайһы бер нәмәләрҙең йәшерен булыуы тормоштоң һынау урыны булыуы менән аңлатыла.

Аллаһы Тәғәлә был турала: «Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булғандар­ҙы ла яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Алла белә, һеҙ белмәйһегеҙ» («Бәҡара», 2/216).

Мөьмин үҙе менән булғандарҙы ыңғай баһаларға, Илаһи тәҡдир менән ҡәнәғәтләнергә, уны мәңгелек бәхеткә ирешеү юлы тип ҡабул итергә һәм түҙемле, рәхмәтле, күндәм булырға тейеш.

Эй Раббым! Беҙҙе Үҙеңә иң тоғро ҡолдарыңдан ит, Үҙең риза булырҙай ғәмәлдәр ҡылырға насип ит. Биргән тәҡдиреңә ҡәнәғәт булғандарҙан ҡыл беҙҙе!

Төрөксәнән Дауыт Ҡадиров тәржемәһе.
(«Һуңғы һулыш» китабынан).



Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Редакция архивынан




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән

Сәфәр айына намаҙ ваҡыты

Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы


Мөхәррәм айында намаҙ ваҡыты

ҠОРБАН БАЙРАМЫ /Аңлатыу/

Ҡатын-ҡыҙ мәсеткә  йөрөргә тейешме?