RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн – Миғраж кисе

Иман Бөгөн – Миғраж кисе

Бөгөн  – Миғраж кисе
Бәйғәмбәр күккә күтәрелгән көн

Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.
Миғраж ‒ һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаға бәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер бәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорай.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад