RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәнйеш алмағыҙ!

20.04.2018 Рәнйеш алмағыҙ!

Рәнйеш алмағыҙ!
Бер көндө иңбашынан ҡулы ҡырҡылған бер ир урамдағы кешеләргә өндәшеп:
– Мине күргән кешеләр ғибрәт алһын. Ғәҙелһеҙлек ҡылып, кеше рәнйетмәһендәр, – тип ҡысҡырып йөрөй. Уның янында булғандар:
– Һинең менән нимә булды? Ҡайһы ереңә ҡарап ғибрәт алайыҡ? – тип һорайҙар.
– Тормошомда шундай бер хәл булды, – тип һүҙен башлай әлеге сәйер кеше. – Бик уҫал, холоҡһоҙ кеше инем. Кешене нахаҡҡа рән­йетеү минең өсөн бер ни торманы. Бер көндө балыҡсының ҙур ғына балыҡ тотоуын күреп ҡалдым. Балыҡ миңә бик ныҡ оҡшаны һәм хужанан уны миңә биреүен һораным. Ул иһә: «Мин һиңә балыҡты бушҡа бирә алмайым. Сөнки ул бөгөн минең тотҡан берҙән-бер балығым. Әгәр ҙә был табышымды бөгөн баҙарҙа һата алмаһам, балаларым ас ҡаласаҡ», – тип яуап ҡайтарҙы. Әммә мин уның балығын талап алдым.
Ҙур ғына балыҡты алып ҡайтып барғанда ул минең ҡулымды тешләне. Бармағым шешеп китте һәм бик эренләне. Һыҙланыуҙан төн буйы йоҡлай алманым. Иртә менән табипҡа барҙым. Ул бармағымды ҡырҡырға ҡушты. Мин ризалаштым. Ләкин бармағымды ҡырҡһалар ҙа, ауыртыу бөтмәне. Һуңынан терһәккә тиклем киҫтеләр. Ауыртыныуҙарым баҫылмағас, ҡулымды бөтөнләй ҡырҡып ташланылар.
Дауаханалағы бер кеше: «Берәйһен рәнйеттеңме әллә?» – тип һораны. Уға балыҡ менән бәйле ваҡиғаны һөйләнем. Был кеше мине тыңлап бөткәс: «Бармағың ауырта башлау менән нахаҡҡа рәнйеткән ул кешенән ғәфү үтенергә ине. Хәҙер барып ғәфү үтенмәһәң, гангрена бөтә тәнеңә тараласаҡ. Кеше рәнйеше һине ҡәбергә индерәсәк», – тине.
Теге балыҡсыны шунда уҡ эҙләп таптым. Уның аяҡтарына йығылып: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мине ғәфү ит», – тинем. «Мине ҡарғаныңмы әллә?» – тип һораным.
– Һин минең берҙән-бер малымды тартып алғас: «Эй, Раббым, был кеше үҙенең көсөнә таянып, миңә насип булған малды ғәҙел­һеҙлек менән талап алды. Һин уны үҙеңдең көсөң менән ғазапла, был ғәҙелһеҙлектең һөҙөмтәһен үҙ күҙем менән күрергә насип ит», – тип ялбарҙым, – тине ул.
Минең менән булған ваҡиға һеҙҙең өсөн ғибрәт булһын. Шуны онотмағыҙ: әҙәм балаһының рән­йеп доға ҡылыуы ҡабул булмайынса ҡалмаҫ.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең хәҙисендә: «Өс кешенең доғаһы, һис шикһеҙ, ҡабул булыр. Шуларҙың береһе – рәнйетелгән кешенең доғаһы», – тигән. Кеше­нең йөрәге түренән әрнеп сыҡҡан доға һәм теләк тауҙарҙы ла урынынан ҡуҙғата ала.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тыуған көндә аят уҡытайыҡ

Ураҙа тотоусыларға табип кәңәштәре

Рамаҙанда тотасаҡ ураҙаларыбыҙға  сауабы насип булһын!

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Ғәйбәт тураһында хикәйәт

Хәҙистәр

19.04.2019 - Иман Хәҙистәр


Ауырыуҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар

Мәрхүмдәргә  доға ҡылыу тәртибе

Шәғбан айында намаҙ ваҡыты

Һуңғы юлға оҙатыусылар

Бөгөн — Миғраж кисе

02.04.2019 - Иман Бөгөн — Миғраж кисе


Һәр йән эйәһе үлем кисерер