RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусы

10.11.2017 Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусы

Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусыРаббыбыҙ – тәрбиәсе һәм уҡытыусы. Беҙ барыбыҙ ҙа – унан дәрес алыусылар. Хоҙай үҙенең хикмәте менән һәр көн ҡолдарына дәрес бирә. Беҙ, донъяға яратыл­ған бәндәләр, тормош һабаҡтарынан ниғмәт алып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, саф-пак хәлдә ҡабат Алла хозурына ҡайтырға тейешбеҙ. Бер кем дә, баймы, ярлымы ул, йәнен үҙе теләгән тиклем тота алмай, ҡасандыр Аллаға ҡайтыр­ға тейеш. Шуға ла йәнебеҙҙе, күңелебеҙҙе паклар өсөн беҙгә ислам дине бирелде. Бөгөн дин тоторға, дини белем алырға мөмкинлектәр күп. Әммә беҙ гонаһ ҡылыуҙан һаман да туҡтамайбыҙ. Бәйғәмбәребеҙ: «Хәрәм юл менән ингән бер һум аҡсанан баш тартыу мең һум саҙаҡа биреүҙән хәйерлерәк», – тигән. Бөгөн күбебеҙ, ниндәй юл менән килеүен аңламайынса, мал йыйыу менән мәшғүл. Ә күп осраҡта байлыҡ һәм дәрәжә кешеләрҙең нәфсеһе аҙыуына сәбәпсе була. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Йәннәткә иң һуңынан байҙар инер», – тигән. Икенсе бер хәҙисендә: «Бер сәғәт ауырыу-сырхау­ға, бер аҙ мәшәҡәткә сабыр итеү бер йыл нәфел ғибәҙәтенән артыҡ», – тип белдергән.
Алла үҙенең ниғмәттәрен сикләп тә, беҙҙе уйланырға мәжбүр итә, дәрес бирә, дөрөҫ йәшәмәүебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә. Шуның өсөн, ниндәй генә борсоу-мәшәҡәт, зыян, ауырыу килһә лә, хаталарыбыҙҙы эҙләргә һәм тәүбә ҡылырға кәрәк. Алланың рәхмәте шул ҡәҙәр киң – Ул бер ҡасан да тәүбә ишеген япмай. Ҡөрьән Кәримдең «Фуркан» сүрәһендә лә: «Берәү гонаһтарынан тәүбә ҡылып, Алла ризалығы өсөн ғәмәлдәр ҡылһа, Раббыбыҙ уның әүәлге гонаһтарын изгелеккә алмаштырыр», – тиелә. Бәйғәм­бәребеҙ ҙә: «Берәү тәүбә ҡылһа, Алла ризығын киң ҡылыр», – тигән. Ҙур гонаһтарҙан да яманыраҡ гонаһ – тәүбәне кисектереү. Тиҙерәк тәүбәгә кил, иман менән донъянан үтеүҙе кәсеп итә башла, һуңға ҡалыуың бар. Алла боҙоҡ эштәрҙән ҡалҡан итеп беҙгә намаҙ ғибәҙәтен бирҙе. Бөгөн намаҙҙы өйрәнергә бөтә мөмкинлек бар. Ниндәй генә ҡаза килһә лә, Хоҙайға тәҡүә ҡылырға һәм шөкөр итергә кәрәк.
Алла бирер әле, тип ҡыбырламай ятыу ҙа дөрөҫ түгел. Биргән ниғмәттәргә шөкөр итергә лә кәрәк. Ҡөрьән Кәримдең «Ибраһим» сүрәһендә: «Әгәр ниғмәттәремә шөкөр итһәгеҙ, ниғмәттәрегеҙҙе арттырырмын», – тип иҫкәрткән. Ризыҡты күбәйтә торған тағы бер ғәмәл – туғандар, дин ҡәрҙәштәр менән аралашыу, изге ғәмәлдәр ҡылыу. Хатта бит Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Күршең ас булһа, мул табын артында ултырыуың дөрөҫ түгел», – тигән.
Иҫән-һаубыҙ, сәләмәтлек бар икән, тағы нимә кәрәк? Хоҙайға инанып, ул ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ. Гонаһ­тарыбыҙ өсөн тәүбә ҡылһаҡ, намаҙға баҫһаҡ, дин ҡушҡандарҙы үтәһәк, булғанына шөкөр итһәк, иншалла, Раббыбыҙ ризығыбыҙҙы киңәйтер. Изге эштәребеҙҙә бер-беребеҙгә ярҙамсы булып, ислам динендә йәшәргә, донъяла: «Ләәә иләәһә илләллааһү мүхәммәҙәррәсүлүллаааһ», – тип иман менән үтергә һәм Алланың йәннәттәрендә осрашырға насип булһын.

Йәлил ФАЗЛЫЕВ,
хәҙрәт.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы