RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәт

01.09.2017 Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәт

Ҡорбан – мал менән үтәлә торған ғибәҙәтҠорбан – бидәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә күңелебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ҡайһы бер ғибәҙәттәр тән менән булһа, был ғибәҙәт мал менән үтәлә торған ғибәҙәттән булып һанала.
Ҡорбан барыһынан да алда Хоҙай әмер иткәне өсөн салына. «Хаж» сүрәһендә дә лә: «Беҙ һәр өммәткә Алла тарафынан ризыҡ булараҡ бирелгән хайуанды салғанда, Алла исемен иҫкә алһындар тип, үҙен ҡорбан үтәү ғибәҙәте ҡуйҙыҡ», – тип әйтелә.
Беҙҙең Әбү Хәнифә мәҙһәбендә ҡорбан салыу вәжип ғәмәл (үтәлергә тейеш, үтәмәһәң гонаһлы булаһың). Дәлиле: Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә «Кәүҫәр» сүрәһендә: «Ҡорбан салығыҙ!» – тип әмер иткән.
– Эй, Мөхәммәт, һин Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал! – тип бойорған.
Шулай бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә вәжеп булғас, беҙгә, уның өммәте булараҡ, ҡорбан салыу ғибәҙәтен үтәү – барыбыҙға ла мотлаҡ ғәмәл.
Бер хәҙистә: «Эй, мосолмандар, ҡорбан салығыҙ, сөнки ул атағыҙ Ибраһимдың изге ғәмәленән», – тип әйтелә. Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, беҙ ҡорбан салыу ғәмәлен үтәргә тейешбеҙ, үтәмәһәк – бәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәмәүсе булабыҙ.

Һәр мосолман кешеһе үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ошо бурысын үтәргә тейеш. Ҡорбан малы һатып алырға һәр кемдең хәленән киләлер, фәҡир тигәнебеҙ – шул эшкә, донъяға ынтылмаусы әҙәмдер.
Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Һеҙҙең ҡайһы берегеҙ ҡорбан салырға көсө етеп тә, шуны үтәмәһә, ул кеше беҙҙең намаҙ уҡый торған еребеҙгә яҡын килмәһен”, – тигән. Әгәр мосолман кешеһе ихлас күңелдән ҡорбан салһа, ҡиәмәт көнөндә бының күп тапҡыр әжерен күрер. Бәйғәмбәребеҙ был хаҡта былай тип әйткән: “Әҙәм балаһы, Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салып, Аллаһы Тәғәлә алдында оло мәртәбә ҡаҙана. Ул ҡорбан ҡиәмәт көнөндә мөгөҙө, тиреһе һәм тояҡтары менән килер. Хайуандың ҡаны ергә тамғансы уҡ, ҡорбан ҡабул ителгән булыр.Ҡорбан эйәһе шул ҡорбанына атланып, сират күперен үтер”, – тип әйтелә хәҙистә.
Аллаһы Тәғәләнең аятыңда: “Ул ҡорбан итен ашағыҙ, фәҡир­ҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ”, – тип бойоролған (“Хаж” сүрәһе, 36-сы аят).
Хоҙай насип итһә, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, уның ҡушыуы буйынса Ҡорбан байрамы көндәрендә ҡорбанға рөхсәт ителгән мал салайыҡ.

Нәзир САБИТОВ,
Таштимер ауылының имам-хатибы.
Әбйәлил районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Рабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты

Яҙмыш һәм уның серҙәре

Баймаҡ районының Билал ауылы мәсете бына ниндәй күркәм!

Бөгөн - Мәүлит кисе

19.11.2018 - Иман Бөгөн - Мәүлит кисе


Намаҙ уҡыһағыҙ, бәрәкәт килер

Исламда никах яңыртыу юҡ

Доға ҡөҙрәте

12.10.2018 - Иман Доға ҡөҙрәте


Насар ҡылыҡтарыңдан арыныуың – үҙеңдән

Сәфәр айына намаҙ ваҡыты

Ир һәм ҡатын  хаҡы

05.10.2018 - Иман Ир һәм ҡатын хаҡы


Мөхәррәм айында намаҙ ваҡыты