RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙрәсәгә уҡырға саҡырабыҙ!

26.06.2015 Мәҙрәсәгә уҡырға саҡырабыҙ!

Мәҙрәсәгә уҡырға саҡырабыҙ!Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының урта һөнәри дини белем биреүсе Октябрьский ҡалаһындағы «Нурул ислам» мәҙрәсәһе 2015 – 2016 уҡыу йылына уҡыу­сылар ҡабул итә.

Урта һөнәри белем биреүсе дини белем биреү учреждениеһында имам-хатип, мәзин, ислам нигеҙҙәре уҡытыусылары әҙерләнә. Мәҙрәсәлә белем алыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу рәүешендә ойошторола. Уҡыу ваҡыты – 2 йыл. Ғәрәп телен, грамматикаһын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Икенсе семестрҙан уҡыу ғәрәп телендә алып барыла. 9-сы синыфты тамамлаусылар параллель рәүештә дөйөм белем биреү мәктәбендә лә уҡый. Ҡыҙҙар өсөн тәрбиәсе, уҡытыусы һәм ғәрәп теле тәржемәсеһе бүлектәре асылған. Уҡыу өсөн бөтә шарттар – иркен синыфтар, китапхана, ашхана, кер йыуыу урыны, душ бүлмәләре бар. Документтар 12 июндән 30 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Уҡырға инеү әңгәмәләшеү нигеҙендә.
Ғаризаға белем тураһында документ, автобиография, паспорт күсермәһе, N 086-у формаһында медицина справкаһы, 3Х4 ҙурлығында алты фото, мәктәптән йәки эш урынынан характеристика, хәрби билет йәки приписное свидетельство талап ителә. Шәкерттәргә ятаҡ бирелә. Йәшәү бушлай. Студенттар өс мәртәбә йылы аш менән тәьмин ителә.

Белешмәләр өсөн телефон:
тел/факс (34767) 66964, 8 937 485 2630
эл.почта: medrese_nurul-islam@mail.ru,
web сайт: oktmedrese.ru










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?