НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Лимонад
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 16-08-2018, 07:00


Лимонад
Эҫе көндә гел генә һыу йә сәй эсеп йөрөп булмай ҙа инде. Ҡымыҙы ла һәр кемгә тәтемәй. Шуға ла ҡул аҫтындағы емеш-еләктән компот, морс эшләргә була. Түбәндә лимон менән бөтнөктән (мята) ябай ғына эсемлек.
Һигеҙ порцияға иҫәпләнгән лимонад өсөн ни бары ике лимон, алты ботаҡ бөтнөк, 125 грамм шәкәр, 2,5 литр һыу кәрәк. Лимондың һутын һығабыҙ. Әсе емештең ҡалғанын һәм япраҡтарын өҙгөләп бөтнөктө һыулы кәстрүлгә һалып, өс минут ҡайнатабыҙ. Шәкәр ҡушып болғағандан һуң, уттан алып һыуытабыҙ. Тамам һыуығас ҡына һөҙәбеҙ. Шунан лимон һутын ҡушып, йәнә болғайбыҙ. Лимонад әҙер! Теләгәнсә бал ҡушырға ла була. Эҫе көндә үҙең эшләгән һыуыҡ ҡына лимонад хәтәр тәмле....

Тубырсыҡтан ҡайнатма
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-08-2018, 06:00


Тубырсыҡтан ҡайнатма
Ғәҙәти булмаған файҙалы ҡайнатма тәҡдим итәбеҙ. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә бына тигән тәмлекәс ул. Билдәле булыуынса, тубырсыҡ төрлө витаминға, эфир майына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Тубырсыҡ ҡайнатмаһы тымау һәм вируслы ауырыуҙар мәлендә яҡшы профилактик сара булып тора, тән температураһын төшөрә, тын алыуҙы еңелләштерә һәм йүткереүҙән ярҙам итә. Оҙаҡҡа һуҙыл­ған бронхит, пневмония, туберкулез сирҙәренә ҡаршы көрәшә. Ҡанды шыйыҡлатыусы сара булараҡ, инсульт хәүефе янаған ауырыу­ҙарға уны табиптар үҙҙәре тәҡдим итә.
Ҡарағай йәки шыршы тубырсыҡтарының асылмағандарын һайлап ҡына, ыуыҙ сағында йыйырға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ундай тубырсыҡ йәшел төҫтә, сама менән диаметры 4 сантиметр була. Ҡатын-ҡыҙ енесле тубырсыҡтарҙы йыйырға тырышығыҙ, улар сайыры күберәк һәм ҙур булмаған тәңкәле ҡабырғалы булыуы менән айырылып тора. Уларҙы яҡшылап йыуығыҙ, тик бының өсөн резина бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Сөнки бүленеп сыҡҡан сайырҙы таҙартыуы еңел булмаясаҡ....

Татлы табын – һыйлы табын
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 3-08-2018, 12:58


Татлы табын – һыйлы табынЙәйҙе ни өсөн яратабыҙ икән? Был һорауға бик күп сәбәпте һанап бирергә мөмкин. Ә иң мөһиме – йәй айҙары емеш-еләккә, файҙалы үләндәргә бай булғанға күрә, шулаймы? Әлбиттә, емеш-еләк йыйыуы бер ҙә рәхәт эш түгел. Шулай ҙа мөлдөрәмә тулы биҙрәләрҙе күреп, барлыҡ арып-талыу юҡҡа сыға. Ә инде уңышты ҡайнатып, урын-еренә еткереп ҡуйғас, донъяң түңәрәкләнә. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тап шул ҡайнатма-компоттарыбыҙҙы өҫтәлгә сығарып, йәй миҙгелен иҫкә алабыҙ ҙа инде.
Хәҙер файҙалы еләк-емештән әҙерләгән запастар менән уңған хужабикәләрҙе ғәжәпләндереп булмай. Еләкте, ғәҙәттә, өс төрлө юл менән – утта оҙаҡ ҡайнатып, блендер менән иҙеп йәки шул килеш туңдырып һаҡлайҙар. Компоттарға килгәндә, уларҙы барыһы ла тиерлек өс литрлы банкаға бер стакан шәкәр иҫәбенән сығып яһай.
Шуға күрә бөгөн һеҙгә ғәҙәти булмаған рецептар бирергә булдыҡ....

Ашҡабаҡлы мантыйҙар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 1-08-2018, 10:13


Ашҡабаҡлы мантыйҙар
2008 йылды хәтерләйһегеҙме? Ҡоролоҡ булғайны. Шунан алып алты йыл рәттән баҡсабыҙҙа бәрәңге уңманы. Элек тоҡлап ултырған ризыҡты һатып алыуы әллә нисек тойола торғайны. Ә ашағы килә. Икенсе икмәк ине бит ул, нисек кенә төрләндереп бешермәй торғайныҡ!
Бәрәңге булмағас, беҙ шул йылдарҙа ашҡабаҡлы мантыйҙар бешереп ашай башланыҡ. Тәүҙә әллә нисек кеүек тойолһа ла, аҙаҡ өйрәнеп киттек. Хатта хәҙер ҙә, бәрәңге булғанда ла, һирәкләп бешереп алам.
Бер стакан йылымыс һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һалып бутайым да, ярты колограмм тирәһе он менән йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫам. Эслек әҙерләгәнсе уны йылы урынға ҡуйып торорға кәрәк.
500 грамм артыҡ майлы булмаған ит фаршына 4 баш һыуған, 500 грамм тирәһе таҙартылған ашҡабаҡ турап һалырға, самалап тоҙ, борос һибеп, яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп мантыйҙар яһайбыҙ. Майлыраҡ булһын тиһәгеҙ, һәр береһенә бал ҡалағы менән иретелгән һары май һалып сығырға була.
Әҙер мантыйҙарҙы парҙа 40 минут тирәһе бешереп алырға....

Зраза йәки бәлеш-кәтлиттәр
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-07-2018, 16:00


Зраза йәки бәлеш-кәтлиттәр
Бала саҡта әсәй менән район үҙәгенә барғанда ашханаға индек. Шунда тәүге тапҡыр зраза ашап ҡарап, бәлеш-кәтлиттәр тип исем ҡуштым. Уларҙың тәме һаман да тел осонда ғына торған кеүек. Үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе матур ғына инеләр... Ә әсәй нишләптер уларҙы өйҙә бешермәне. Минең дә тәүге осорҙа оҫталыҡ булманы, йәмшәйеп, кителеп, тишелеп бөтә торғайны. Әммә һүҙемде һүҙ иттем: мин хәҙер зразаны бик оҫта бешерә беләм, вәт! Бөгөн һеҙгә лә бәшмәк менән бешерергә өйрәтәм.
Уның өсөн артыҡ майлы булмаған ит фаршы кәрәк. 500 грамм ит иҫәбенә 100 грамм тирәһе сухари оно, самалап тоҙ, борос, бер йомортҡа һалып яҡшылап бутайбыҙ. Фарштан ҡул менән әүәләп бәләкәй генә йәймәләр эшләп уртаһына эслек һалырға. Һаҡ ҡына итеп уларҙы кәтлит формаһына килтереп төрөргә лә майланған табаларға теҙеп һалырға кәрәк. Өҫтәнә һарымһаҡ менән буталған майонез яғып, духовкала 30-40 минут тирәһе бешереп алырға. Бешеп сығырға 5 минут ҡала ҡырғыс аша үткәрелгән сыр һибергә була.
Эслек өсөн 200 грамм бәшмәкте ваҡлап турап, 1 кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, 2 һуған ҡушып үҙемлек майында 10-15 минут тирәһе ҡыҙҙырырға....

"Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 17-07-2018, 07:00


"Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, “Сәләм” тапшырыуының алып барыусыһы Гөлмирә ИСМӘҒИЛЕВА бүлешә....

Мәкле кекс
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-07-2018, 08:00


Мәкле кекс
4 йомортҡа, 150 г шәкәр, 125 г аҡ май, 150 г он, 150 г мәк, бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ванилин, 70 мл һөт кәрәк.
Мәктең өҫтөнә һөт ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатып алыр­ға ла, һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 20 – 30 минут ултыртып торорға. Һуңынан мәкте һөҙөргә. Һөт һарҡып бөткәс, массаны төйөп, тағы ла йомшартырға. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, һа­рыһына шәкәр, май һалып, миксер менән болғатырға, ҡамыр ҡа­бартҡыс, он, мәк ҡушып, ҡамыр әҙерләргә. Йо­мортҡаның ағын ныҡ итеп күпертергә һәм әҙер ҡамырға өлөшләп һалыр­ға. Кекс 180 градуслы мейестә ярты сәғәттә бешә....

Бишенсе фән кандидаты
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-07-2018, 09:58


Бишенсе фән кандидаты
Бәләкәй генә Илкәнәй ауылында тыуып үҫкәндәр араһынан Әлиә Ишҡолова бишенсе булып кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы...

Витаминлы аштар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 30-06-2018, 07:00


Витаминлы аштар
Йомортҡалы, майлы ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡты йыуып, әҙ генә тоҙ һалынған һыуҙа бешереп, һыуын һарҡытығыҙ һәм вағыраҡ итеп турағыҙ. Табаға май, һуған һалып, әҙ генә ҡыҙҙырып алығыҙ. Унан әҙер ҡуҙғалаҡты һалып, өҫтөнә йомортҡа һытығыҙ һәм бешкәнсе талғын утта тотоғоҙ.
500 г ҡуҙғалаҡҡа 4 ҡалаҡ ирегән май, 3 баш һуған һәм 2 йомортҡа кәрәк. Тоҙ сама менән алына.
...

"Йондоҙло табын"
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 20-06-2018, 06:00


"Йондоҙло табын"
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының иң талантлы актерҙарының береһе Аида КҮЛБАЕВА бөгөн “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.

Алдаҡ кәтлиттәр
8 ҡалаҡ һоло онтағын (“Геркулес” ярмаһы) өс йоморт­ҡа менән туҡып, бер аҙ ултыртып торорға. Табаға аҙ ғына үҙемлек майы ҡойоп утҡа ултыртырға ла, һоло массаһынан бәләкәй ҡоймаҡтар яһап, ике яҡлап ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға. Шул арала бер стакан һыуға бер шаҡмаҡ “Магги” йәки “Галина Бланка” ҡоро һурпаһын һалып иҙергә. Уны ҡыҙҙырыл­ған кәтлиттәр өҫтөнә ҡойоп, табаның ҡапҡасын ябырға ла, 20 минут талғын утта быҡ­тырыр­ға. Табынға ҡайнар килеш тә, һыуытып та бирергә мөмкин.

Тултырылған картуф
Уртаса ҙурлыҡтағы бәрәңгеләрҙе әрсеп, үткер бысаҡ менән эсен соҡоп алырға. Урынына алдан әҙерләнгән ит иҙмәһен тултырып, кәстрүлгә матур ғына итеп теҙеп сығырға. Тоҙло һыу ҡойоп, талғын утта әҙер булғансы бешерергә.
Иҙмә өсөн артыҡ майлы булмаған һарыҡ итен ит үткәргестән үткәреп, тоҙ, борос, ваҡлап туралған һуған, ҡырылған кишер һалып бутарға кәрәк.


Тоҙлоҡ

Алда яҙып үтелгән ризыҡтар­ҙы табынға махсус әҙерләнгән соус менән бирергә була. Уның өсөн 250 грамм ҡаймаҡҡа 5 бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалырға ла, тоҙ, борос өҫтәп, яҡшылап туҡырға. Был соусты шулай уҡ табынға башҡа төр ризыҡтарға ла ҡушып бирергә мөмкин.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM