НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халҡым йолалары
Махсус бит / Письма // 27-09-2018, 06:00


Халҡым йолалары
Атайымдар ауылдағы бер туған тейешле кешенең туйында ҡатнашты. Туйға барыу өсөн бер күршенән – дебет шәл, икенсеһенән толоп һорап алып, кашауай санала (атайым уны үҙе эшләй ине) күрше ауылға туйға китте былар. Элек туйҙар бер аҙна була торғайны.
Беҙ, алты бала, үҙебеҙ донъя көтәбеҙ (ике ҙуры интернатта уҡый ине). Ут яғыуы бигерәк үҙәккә үтте. Тоҡанмай ыҙалата. Иҙәнгә ятып өргән булабыҙ. Өҫтәребеҙ ҡарайып, үҙебеҙ ҡором булып, күҙҙәребеҙ саҡ күренеп ултыра инек. Һарай тултырып мал көткән саҡтары, мал аҫтын алабыҙ, бесән һалабыҙ, Ҡыҙыл буйына алып барып һуғарабыҙ... Эш муйындан....

Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел
Махсус бит / Письма // 19-09-2018, 15:23


Яңғыҙлыҡ – ул хөкөм түгел
Тормош бит ул бер алдын, бер артын күрһәтә. Бер ҡасан да яҙмышым улай булмаҫ”, – тип әйтер ине әсәйем.
Яңғыҙ ҡалғас, ауырлығын йәнемдә тойоп, үҙем ишеләрҙең ҡәҙерен белә башланым шикелле.
Әле генә юл сатында торған Ғәфәргә илле һум тоттороп киттем. Хәйерҙән булыр. Икмәккә етер әле...
Өйгә килеп еттем тигәндә артымдан Алмас ҡыуып етте....

Боронғо кәсепте һаҡлаусы
Махсус бит / Письма // 14-08-2018, 07:00


Боронғо кәсепте  һаҡлаусы
Салауат районының Ишембай ауылынан Флиза Ғарипова әҙерләгән талҡанды олоһо ла, кесеһе лә яратып ашай

Талҡан – көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған туҡлыҡлы ризыҡ. Боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы – талҡан эшләүселәрҙе әле лә арабыҙҙа осратырға мөмкин. Шундай оҫталарҙың береһе – Салауат районының Ишембай ауылынан Флиза Ғарипова. Ул 25 йылдан ашыу китапханала эшләй....

«Үс итеп!»
Махсус бит / Письма // 9-08-2018, 06:30


«Үс итеп!»
Эй яратты инде Наилә ошо һүҙҙе. Әйтерһең дә, тыуғанда уҡ ошо һүҙ менән донъяға ауаз һалған! Ятаҡта йәшәгәндә үк бергә ҡатнашып йәшәгәйнек.
Ире тураһында: «Тәүге егетемә үс итеп, ошо егеткә сыҡтым әле!» – тип үҙе һөйләне. Бер тап булғанда: «Ирем һулға йөрөй, тиҙәр, мин дә үс итеп йөрөй башланым!» – тип хыянат итеүен дә һөйләп ташланы.
Күп йылдар уҙғас, урамда тап булды. Өҫтө-башы бысранып бөткән, йөҙө танығыһыҙ...
Эй, Хоҙайым, тағы кемгә үс итеп ошо хәлгә ҡалды икән, был меҫкен?!
Ниндәй һорау биреремде алдан тойҙо, ахыры: «Тегегә үс итеп эсеп йөрөйөм тағы», – тине, ғәйебен аҡларға тырышҡандай.
– Унан үс алам тип, үҙеңдең йәнеңде алаһың бит, иҫәркәй!......

Бесән бәләһе (Булған хәл)
Махсус бит / Письма // 8-08-2018, 06:00


Бесән  бәләһе  (Булған хәл)
Биктимер ағай төпкөлдәге ауылдар­ҙың береһендә үҙен­сә йәшәп ята ине. Үткән быуатта уҡ тыуған кеше булараҡ, колхоз тормошонда ҡушылғанды эшләп, тегеләй-былай әйбер ятһа, алып ҡайтып өйрәнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, капитализм арбаһына эләгеп китә алмаған умыртҡаһыҙ быуын вәкилдәренең береһе. Быға тиклем әштер-өштөр генә кейенеп, ауыҙынан тәмәкеһен төшөрмәй, бик бошонмай ғына йәшәп ятҡан Биктимер ағай, ауылдаштарын аптыратып, ҡапыл теремекләнеп китте, тырышып донъя көтә башланы. Бының сәбәбенә, күпме генә баш ватһалар ҙа, ауылдаштары төшөнә алманы. Ҡарамаҡҡа ябай кеше кеүек булһа ла, ағай үҙе лә серҙе сисмәне....

Тамырлы кәбән (Булған хәл)
Махсус бит / Письма // 21-07-2018, 07:00


Тамырлы  кәбән (Булған хәл)
Заманында комсомолда бергә хеҙмәт иткән дуҫым килеп инде лә, оҙаҡ ҡына гәпләшеп алғас, һүҙ ҡыҙыҡлы хәтирәләргә күсеп китте. Атаһы һуғыш ветераны, күптән инде гүр эйәһе булһа ла, уны яратҡан улы бик йыш ҡына иҫкә ала, осрашҡан һайын ғәзиз кешеһе хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
– Йәйҙең эҫе бер мәлендә атай ҡарт менән бесән сабабыҙ. Ул йыуан итеп төрөлгән махоркаһын ҡырын ҡабып ала ла, бер туҡтамай яландың осона тиклем оҙон бакуй­ҙарын һалып, салғыһын һелтәй ҙә һелтәй......

Ни күрергә теләһәң…
Махсус бит / Письма // 24-06-2018, 07:30


Ни күрергә теләһәң…
Бер ир дуҫына ҡунаҡҡа барған. Тегеһе уға яҡты йөҙ күрһәтеп һыйлаған, шарап та ҡойоп биргән. Ҡунаҡ эсәйем, тип кәсә эсенә ҡараһа, күҙенә йылан ба­лаһы ятҡан кеүек күренгән. Тик ду­ҫының күңелен төшөрмәйем, тип эскән дә бөткән.
Аҙағыраҡ, өйөнә ҡайтҡас, был ауырып киткән. Ашҡаҙаны ныҡ ауыртҡан, ашамаған дарыуы ҡалмаған. Хатта ки үлер хәлгә еткән.
Уның был хәлен ишетеп, теге дуҫы тағы ҡунаҡҡа саҡырған. Барһа, дарыу һалдым, тип шыйыҡлыҡ тулы кәсә биргән. Сирле ир һауыт эсендә тағы йылан балаһы күргән. Тик был юлы шым ҡалмаған, дуҫына һауытта нимә ятҡанын әйткән.
Дуҫы иһә түшәмгә төртөп күрһәткән. Баҡһаң, ундағы биҙәк кәсәлә йылан рәүешендә күренгән. Ҡунаҡтың ауырыуы һыпырып ташлағандай юҡ булған.
…Кеше шикләнергә ярата шул.
...

Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Письма / Гәзиткә яҙылыу // 7-06-2018, 07:00


Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Һаумыһығыҙ «Йәшлек»тәр! Мин бик өлкән йәштәге кешемен, ләкин йәштән үк баҫмағыҙҙан айырылғаным юҡ. Ул уҡыусыларымды тәрбиәләү, телгә һөйөү уятыу сығанағы булды. Беҙҙең быуын күп уҡыған, ҡосаҡ- ҡосаҡ гәзит-журналдарға яҙыла торған быуын булды шул.
Әле 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Һуғыш ветерандарына I, II инвалидтарына ташлама менән 10 көнлөк иғлан ителгән. Мин 2017 йылдың сентябрендә үк 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылып ҡуйғайным . «Осҡон», «Әбйәлил» район гәзиттәре, «Башҡортостан», «Йома», «Йәшлек», «Киске Өфө», «АИФ – Башҡортостан», «Тамаша», «ЗОЖ», «Тайны здоровья», «Һәнәк» журналдарына яҙылдым, балалар йорто менән хосписҡа ла подписка эшләнем. Үҙемдең дә һаулығым ҡалманы, бер күҙем күрмәй, шулай ҙа матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуымды дауам итәм.
Һеҙгә мәҡәләләр ҙә ебәргеләй торғайным, баҫмай ҡалманығыҙ. Төрлө ярыш, дәртләндереү саралары ойоштора инегеҙ, бүләктәр ҙә ебәрҙегеҙ.
«Йәшлек» – уҡымлы, йөкмәткеле гәзит. Башҡалар әйтмәгәнде (әйтә алмағанды) ул әйтә. Тура һүҙле. Тематикаһы бик бай. Унда ҡыҫҡа һәм тос мәҡәләләр өҫтөнлөк ала.
Баш мөхәррир Артур Хәсән улы Дәүләтбәков гәзиттең уҡымлы булыуы өсөн бөтәһен дә эшләй, ныҡ хөрмәт итәм уны. Телевизорҙа ла йыш үҙен күрәм. Күрһәм ныҡ ҡыуанам. «Һаумы, улым!» – тип сәләмләйем һәм уңыш теләйем.

Нәғимә ИЛҺАМОВА, тыл ветераны.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы....

Ойошмаға ҡушыл, изгелек ҡыл!
Махсус бит / Письма // 11-05-2018, 07:30


Ойошмаға ҡушыл,  изгелек ҡыл!
Изгелек – ул ысын күңелдән башҡарылған эш, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә хис-тойғолар эҙемтәһе. Үкенескә күрә, кешеләр­ҙең күңеле йылдан-йыл ҡата бара. Баҙар иҡтисады заманында йәшәгәнгәме, күптәр үҙен генә ҡайғырта, башҡалар тураһында уйлап та бирмәй. Ә ярҙамға, яҡлауға мохтаж булған, осон-осҡа ялғап йәшәгән, бер үҙҙәре бишәр баланы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ғаиләләр аҙмы ни? Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсаты менән райондың ике супермаркетына “Изгелек кәрзине” урынлаштырылғайны. Әммә бөгөн ул контейнер ташландыҡ хәлдә. Билдәһеҙҙәр аҙыҡ-түлек урынына сүп-сар тултыра. Контейнер ваҡыт-ваҡыты менән таҙартылып тороуға ҡарамаҫтан, унда сүп ташлаусылар табыла....

Ҡондоҙҙар уянды
Махсус бит / Письма // 19-04-2018, 07:00


Ҡондоҙҙар уянды“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Кәшәлә утарына юлланғанда йылға янында бер ағасҡа тап булған. Йыуан ғына уҫаҡ ҡондоҙҙарға “ашхана” булып хеҙмәт итә икән!

Коллегаларыбыҙ был күренеште фотоға төшөрөп алғандан һуң ғына тапал­ған һуҡмаҡты күреп ҡалған. Урман юлы уларҙы “ашхана” хужаларына алып барған – эҙҙәр ҡондоҙҙарҙың ояһына инеп юғал­ған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡондоҙҙар ояларынан март урталарында уҡ сыға башлаған. Әйткәндәй, улар яңы ризыҡ артынан өңдәренән ҡыштың йылы көндәрендә лә килеп сыға икән. Үткер тешле йәнлектәр ҡыштың күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, ә тыныс ҡына йоҡлар өсөн, әлбиттә, тулы ҡарын кәрәк. Әйтеүе генә анһат, бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡыш сығыу өсөн тоннанан ашыу ағас ботағы талап ителә. Ҡондоҙ көнөнә бер килограмм ағасты ашап бөтә. Ағас ҡайырыһы һәм уның аҫтындағы йомшаҡ өлөшө – уларҙың иң яратҡан аҙығы.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында былтыр 33 ҡондоҙ ғаиләһе иҫәпләнгән, улар йылғаларҙа 37 плотина төҙөгән.

Раушания Ғәлина,
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

Ҡондоҙҙар уянды...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!



  • Радио Юлдаш FM