«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ



28.09.2010 Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ

Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар.
Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
«Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә. ҡалған өсәүһе ер аҫты ысулы менән үҙләштереләсәк. Мәғдән ятҡылыҡтары 584 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан. Уларҙа 9,4 миллион тонна самаһы руда бар. 2018 йылға улар йылына 400 мең тонна руда табыуҙы тәьмин итергә тейеш. Ул саҡта рудниктың етештереүсәнлеге 650 мең тоннаға тиклем артасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға