«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Магнитогорск агломерацияһына инделәр



12.12.2018 Магнитогорск агломерацияһына инделәр

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет һәм Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы Магнитогорск төбәк-ара агломерцияһына индерелгән.

Силәбе өлкәһендә Агломерацияның үҫеш стратегияһы буйынса фекер алышыуҙар үтте. Ғөмүмән, агломерация латинсанан «ҡушыу»тигәнде аңлата, йәғни, халыҡ йәшәгән тораҡ пункттарҙың (башлыса ҡалаларҙың) интенсив үҫешкән производство, транспорт, мәҙәни бәйләнештәре булған күп компонентлы динамик системаға берләшеүе — бер ҙур «ҡыйыҡ» аҫтына инеүе.

Магнитогорск агломерацияһына башҡорт төбәктәрен индереү — электән килгән үҙ-ара социаль - иҡтисади бәйләнештәргә һәм биләмәнең географик хәленә нигеҙләнгән. Был яңырыш иҡтисади яҡтан уңайлы, ти белгестәр. Мәҫәлән, транспорт яғынан. Стратегия авторҙары әйтеүенсә, Рәсәй юл федераль агентлығына Магнитогорск аша Екатеринбург – Ырымбур трассаһын төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә була. Был осраҡта Мәғнит эре логистик үҙәккә әйләнәсәк.

Ә төп йүнәлештәрҙең береһе — туризмды һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү. Ҡорос ҡойоусылар ҡалаһында 600 урынлыҡ күп профилле медицина үҙәге төҙөү күҙаллана. Бында күрше урынлашҡан Башҡортостан һәм Ырымбур райондары халҡына ла хеҙмәт күрһәтеләсәк. Ә быға тиклем Мәғнит табиптары күрше райондарҙан күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы икән?! Район дауаханаларында дөрөҫ диагноз ҡуйылмағанлыҡтан һуңғы сиккә еткән бихисап ауырыу, үҙ эшен яҡшы белгән һәм шәфҡәтле медицина хеҙмәткәрҙәренә эләгеп, улар ярҙамында терелеп китә. Шуға күрә, кемдер реформаларға «йомро башлы» етәкселәребеҙҙе, көнъяҡ башҡорт райондарын сит өлкәгә ҡушмаҡсылар, тип әрләһә лә, был йәһәттән, агломерация беҙҙең файҙаға килеп сыға түгелме?

Магнитогорск агломерцияһына барлығы 900 мең кеше инә.





Автор: Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға