«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Теплицаны нисек таҙартырға?



17.11.2018 Теплицаны нисек таҙартырға?

Теплицаны нисек таҙартырға?
Теплицала һулып, кибә башлаған үҫемлек ҡалдыҡтарын йыйып алығыҙ. Үҫемлек һабаҡтары һаман да йәшел ултырһа, 5 процентлы мочевина эретмәһе йәки 20 процентлы суперфосфат һиптерегеҙ. Бер аҙнанан улар кибеп ҡороясаҡ. Бәйләп ҡуйған шпагаттарҙы, үҫемлек ҡалдыҡтарын, синтетик ептәрҙе йыйып, яндырығыҙ. Фитофтораны барлыҡҡа килтереүсе инфекциялар тупраҡта йыйыла, уларҙы юҡ итергә кәрәк. Бының өсөн бөтөн тупраҡты ҡаҙып бөтөрөп юҡ итә алмайһығыҙ, өҫкө ҡатламын ғына алығыҙ. Ерҙе 5 см тәрәнлегендә алығыҙ ҙа, уның урынына яңыһын түшәгеҙ. Яңы тупраҡҡа тиреҫ йәки компост индерергә онотмағыҙ. Тупраҡты алып мәшәҡәтләнгегеҙ килмәһә, 3 процентлы водород перекисе йәки 1 процентлы бордо шыйыҡсаһы һиптерегеҙ. Бер нисә көндән ашлама һибеп, ҡаҙып сығығыҙ.
Ҡышҡа инер алдынан теплицаның үҙен дә йыуырға кәрәк. Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса йәки горчица порошогы, сода менән һөртөп сығырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға