«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Үҫентене нисек тиҙ тамырландырырға?



28.10.2018 Үҫентене нисек тиҙ тамырландырырға?

Үҫентене нисек тиҙ тамырландырырға?
Бүлмә гөлдәрен үрсеткәндә ҡайһы бер хужабикәләр үҫентене тамырландыра алмай аҙап­лана. Япраҡтан үрсегән бегония, миләүшә гөлдәре япраҡтары тамырланһын өсөн күп ваҡыт кәрәк. Һыуға ҡуйһаң, тамыр ебәрмәй серей. Тамырланыу процесы тиҙ барһын өсөн “Корневин”, “Гетероауксин” препараттарын ҡулланырға була. Махсус иретмәне өй шарттарында ла эшләргә мөмкин.
Бал. 1,5 л һыуға бер балғалаҡ бал һалып иҙергә. Үҫентенең ботағын йәки япрағын 12 сәғәт тоторға.
Картуф. Тамыр йәйҙереү өсөн ҙур картуф та һәйбәт. Иң тәүҙә уның күҙҙәрен алырға кәрәк. Һуңынан эсенә һыу ҡойоп, үҫентене урынлаштырырға. Картуфта күп туҡлыҡлы матдә бар.
Алоэ һуты. Үрсетмә ултыртҡан һыуға 6 – 7 тамсы алоэ һуты тамыҙырға була. Был иретмә иммун системаһына яҡшы.
Тал ботаҡтары ултыртылған һыуҙа ла үҫентеләр һәйбәт тамыр ебәрә.
Әсетке. 1 литр һыуға 100 мг әсетке һалып, гөлдәрҙең ҡырҡып алын­ған ботаҡтарын бер тәүлеккә ултыртырға. Һуңынан таҙа һыуға урынлаштырырға.
Үрҙә һанап үтелгән иретмәләр үҫентене файҙалы матдәләр менән туҡландыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға