«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Һарымһаҡ эре булһын тиһәгеҙ...



25.10.2018 Һарымһаҡ эре булһын тиһәгеҙ...

Һарымһаҡ эре булһын тиһәгеҙ...
Аш-һыу әҙерләгәндә һарымһаҡ – хужабикәләрҙең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Уны ултыртмаусылар бик һирәктер. Был бик талапсан йәшелсәне үҫтергәндә тамам өлгөрөп еткән, сифатлы, эре бүлбеләрҙе генә алыр­ға, сортты дөрөҫ һайларға, тупраҡты ашлама менән туҡландырырға һәм ваҡытында сәсергә кәрәк. Яҡшы уңыш алам тиһәгеҙ, ярым серегән тиреҫте яҙҙан һарымһаҡ ултыртыласаҡ урынға һалып ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә ундай мөмкинлек булмаһа, ул ултыртыласаҡ түтәлдең һәр квадрат метрына ярты биҙрә серетмә, бер шырпы ҡабы мочевина, бер ҡалаҡ суперфосфат, ярты стакан ағас көлө индереп ҡалдырығыҙ. Беҙҙең төбәктә октябр­ҙең тәүге ун көнлөгө – һарымһаҡ ултыртырға иң ҡулай ваҡыт.
һарымһаҡты ҡуйы марганцовка иретмәһендә 20 минут тотҡас, бураҙналар араһын – 20 см, бүлбеләр араһын 8 – 9 см ҡалдырып, 6 – 8 см тәрәнлектә ултыртырға. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа өшөмәһен өсөн ҡыяр түтәленән алынған серетмәле тупраҡ менән ҡапларға, 5 – 6 см ҡалынлыҡта торф йәки бысҡы сүбен таратырға була. Һарымһаҡтың эре тештәрен бүлеп ултыртыу – киң таралған ысул. Ғәҙәттә, орлоҡтан үҫкән һарымһаҡта сирҙәр булмай. Ҡайһы бер баҡсасылар орлоҡтарҙы дым яҡшы һаҡланған ағас ҡыуаҡтары араһына ла сәсә. Ҡыш бында ҡар ҙа яҡшы тотола. Баҡса еләге араһына ултыртыу – еләкте ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың бер ысулы. Был түтәлдә һарымһаҡ иртә өлгөрә, эрерәк була.
Ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ өҫтөнә ҡаплап ҡалдырылған тәбиғи япманы иртә яҙҙан тыр­матыр­ға. Яҙғы ҡояш нурҙарында бүлбеләр тиҙ генә шытым бирә. Үҫентеләрҙе 1:6 нисбәтендә һыу ҡушылған һыйыр тиҙәге әсеткеһе, өс аҙнанан ҡош тиҙәге төнәтмәһе (1:15), көл менән туҡландырыу шарт. Һуған менән һарым­һаҡҡа кесерткән төнәтмәһе һибергә ярамай. Яҡшы үҫһен өсөн тупрағын йомшартыу, уны микроэлементтар менән байытыу кәрәк. Эре һарымһаҡ йыйып алғығыҙ килһә, уҡтарын ваҡытында һындырығыҙ. Уларҙан бына тигән тәмләткес әҙерләргә лә мөмкин. Өлгөр­гәнлеген белеү өсөн бер нисә уҡты ҡалдырырға мөмкин. Улар һарғая башлаһа, уңыш өлгөргән тигән һүҙ. Һәнәк менән һарымһаҡты ҡаҙып алғас, һабағы менән киптерергә ҡуйыр­ға. Ул шунда ғына тамам өлгөрөп етә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға