«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Баҡса эштәрен тамамлап ҡуйығыҙ



19.10.2018 Баҡса эштәрен тамамлап ҡуйығыҙ

Баҡса эштәрен тамамлап ҡуйығыҙ
Октябрь айында көндәр ҡыҫҡар­ғандан-ҡыҫҡара, һыуыта. Ҡайһы бер көндәрҙә хатта ҡар күҙе лә төшөп ҡуя. Ләкин ҡар ятырға иртәрәк әле.
Баҡсасылар уңыш йыйып алып бөткәс, был осорҙа ерҙәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Алмағас, слива төптәрендә сереп ҡойолған емештәр йыйыла. Уларҙы ҡалдырһаң, ҡоротҡостар тупраҡҡа төшөп, унда ҡышлап, яҙ етеүгә үрсеп тә китә. Ҡороған йәки һынған ботаҡтарҙы ла яндырырға кәрәк. Бысылған ҡоро ботаҡтар урынын баҡса елеме менән һылап ҡуйығыҙ. Сатнаған ботаҡтар араһында емеш ҡорттары оялай. Уларҙы ла иғтибар­һыҙ ҡалдырмағыҙ. Ҡарағаттың да емеш биреп ҡороған ботаҡтарын ҡырҡып ташлағыҙ. Алмашҡа көслө булып үҫеп килгәндәрен генә ҡалдырығыҙ. Ҡойолған япраҡтарҙы яндырыу, ағас-ҡыуаҡ төптәрен ҡаҙып ҡуйыу шарт. 8 – 10 йыллыҡ ҡыуаҡтарҙы бөтөнләй төпләһәң дә була. Ағас төптәрен йомшартҡанда көрәк менән 10 – 12 сантиметрҙан да тәрән ҡаҙмағыҙ. Ҡышҡылыҡҡа емеш ағастарын һыу менән тәьмин итеү ҙә көҙгө эштәрҙең береһе. Йәш ағасҡа 20 – 25 биҙрә һыу кәрәкһә, алты йәштән өлкәнерәктәренә 400 литрға тиклем һыу запасы талап ителә. Һыу һибеүҙе бик ашыҡтырмағыҙ, сөнки көндәр йылы торһа, ағастарҙа ҡабаттан үҫеш осоро башлана. Ер аҫты һыуҙары тәрәндә булһа, ике метр тәрәнлектә дымландырырға кәңәш ителә. Һыулы урында бер метр ҙа етә. Ергә органик, минераль ашламалар индерегеҙ.
Ағас ултыртыуҙы һалҡындар башланыу­ға 25 – 40 көн ҡала башҡарырға кәрәк. Үҫентенең япраҡтары бар икән, өҙөп алығыҙ. Былай эшләгәндә ағас үҙәгендә дым һаҡланып ҡаласаҡ. Күптәр бөгөн баҡсаларында клон ялғанмалы алмағас­тар, хатта персиктар үҫтереү менән мауыға. Уларҙы ел-һалҡындан һаҡлау өсөн ағас төбөнә 30 см бейеклектә тупраҡ өйөргә кәңәш ителә. 1 – 2 метр диаметр­ҙа, 10 см бейеклектә үлән һалып сығырға ла мөмкин.
Һауа температураһы 3 – 4 градусҡа тиклем төшкәс, кишер ҡаҙып алына. Аҫҡы япраҡтары һарғая башлаһа, уны ҡаҙырға ла мөмкин. Ҡайһы бер баҡсасылар, өҫтөнә япраҡ, торф өйөп, ҡышҡылыҡҡа ла ҡалдыра. Ер ҡарҙан әрселеү менән һыуһыл кишерҙе ҡаҙып алырһығыҙ. Уңыш йыйып алынған түтәлдәргә сидераттар – горчица, фасоль, борсаҡ сәсергә лә ярай. Улар үҫһә, дым да яҡшы һаҡланыр, тупраҡ та органик ашламаларға байып ҡалыр.
Ҡырауҙарҙан һуң баҡсала сәскә атып ултырыусы бер йыллыҡ сәскәләр ҡалманы тиерлек. Георгин, гладиолустарҙы ҡаҙып алырға ваҡыт. Бының өсөн йылы һәм ҡоро көндө һайларға кәрәк. Ай аҙағында роза ҡыуаҡтарын да ҡышҡылыҡҡа ҡаплап ҡуйырға ваҡыт етә. Көҙ артыҡ ҡоро булмаһа, тупраҡҡа һыу һипмәһәгеҙ ҙә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға