«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Гүзәллек булдырыусы



13.09.2018 Гүзәллек булдырыусы

Гүзәллек  булдырыусы
Учалы ҡалаһынан 77 йәшлек Рәүил Хәйруллин үҙе йәшәгән күп ҡатлы йорт алдын гөл-сәскәгә күмгән

Төҙөк, таҙа йәшәүгә үтә уңайлы Учалы ҡалаһы йәйгеһен бигерәк матур – тулыһынса гөл-сәскәгә күмелә! Шул гүзәллекте тыуҙырған кешеләрҙең береһе күршебеҙҙә йәшәй. Ғәҙәттә, гүзәллекте ҡатын-ҡыҙ булдыра, ә беҙҙең күрше – көслө заттан: етмеш ете йәшлек Рәүил Хәйруллин ҡара яҙҙан күп ҡатлы йорто янында ер менән булыша башлай һәм ҡар яуғанға тиклем шул кескәй баҡсаһын, бәләкәй баланы ҡарағандай, тәрбиәләүҙән туҡтамай. Әллә күпме ағас, ҡыуаҡ килтереп ултыртҡан, түтәлдәр яһап, гөлдәр үҫтергән Рәүил Закир улы, ҡышҡыһын машиналар тапамаһын өсөн, баҡсаны бер яҡлап кәртәләп тә алды. Юҡҡа барыһы ла туҡ, ә ул кәртәгә рәшәткәләрҙе сүплеккә ырғытылған төҙөлөш материалдары араһынан эҙләп табып, бысып, ҡырҡып, йүнәтеп алған.

Көрәк тотоп эшкә сыҡҡан ыңғайына өйрәтеүселәре лә янына йыйыла: йә “дөрөҫ” ҡаҙырға өйрәтергә самалайҙар, йә – үҫентеләрҙе “дөрөҫ” ултыртырға һ.б. Тегеләй эшлә, былай ит, тигәндәр менән Рәүил ағай һүҙ көрәштереп, көсөн, ваҡытын әрәм итмәй. Эш рәтен-сиратын яҡшы белгәс, мә, эшләп ал, арып ҡына тора инем, ағайыңа ял бир, тип тыныс ҡына эш ҡоралын һона. Ҡайҙан, эшләй торғандары бармы... Шунда уҡ “белгестәрҙең” эҙе һыуына – һәр кемдең шул ике арала ашығыс йомошо барлыҡҡа килеп, күҙ асып йомғансы ҡасалар.
– Ер ҡаҙыу менән тел сарлау бер иш түгел бит, – тип көлә Рәүил ағай. – Ә миңә оҡшай. Өйҙә тик ятҡансы, ошонда эш менән булыуым мең артыҡ.
Белорет районының Ботай ауылында тыуып үҫкән Рәүил ағайҙы баҡсасылыр, тип уйлағайным, баҡтиһәң, һөнәре буйынса электрик икән. Ҡырҡ биш йыл хеҙмәт стажы бар! Тәүҙә Межгорьела егерме йыл эшләһә, һуңынан ҡатыны, Бөйҙө ауылынан Әсмә Нуриәхмәт ҡыҙы яғына – Учалыға килеп төпләнеп, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына тоғро хеҙмәт итә.
– Эшем шундай оҡшай, – ти хаҡлы ялдағы электрик. – Иң һәйбәт, еңел эш – плоскогубцы менән отвертканан ауырыраҡ бер ни күтәреп йөрөмәйһең, рәхәт. Ғүмеремдә бер тапҡыр, төнгө сменала әле ул уныһы ла, дөм-ҡараңғыла, токтан һуғылдым. Елле генә эләкте, шулай ҙа һөнәремде алмаштырыу уйы башыма инеп тә сыҡманы. Кеше сәмле булырға тейеш. Ир кеше айырыуса. Баҡсаны ла бына шулай сәмләнеп ҡарайым. Элек, баҡсабыҙ булғанда, түтәлдәрҙе ятып тороп утай торғайным. Бер көн күрше ҡатын, бәй, Рәүил, нишләйһең ул, тип ғәжәпләнеп ҡарай. Түтәл утайым, тим. Бот сабып аптыраны: “Ятыпмы?!” Ә минең бил ауырта ине, әммә утарға кәрәк. Шуға һуҙылып ятып сүп үләндәрен йолҡтом.
Булмышы менән эшсән, гүзәллеккә ғашиҡ күршебеҙҙең ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫкән: Роза ҡыҙҙары невролог булып эшләй, Мәүлиҙәләре – һатыусы, ә йәшләй арабыҙҙан киткән Рәзилә ҡыҙҙары ғүмерлек йөрәк яраһы булып ҡалған.
– Шул эш арҡаһында йәшәлә, эш­кә әүрәйем, – тип Рәүил Хәйрул­лин ҡабаттан көрәккә эйелә. – Эшләһәң үҙеңә лә файҙа, башҡалар­ға ла ҡыуаныс. Миңә күптәр үтеп барышлай йыш ҡына рәхмәт әйтеп китә. Шул мәлдә кинәнес тойғоһо кисерәм: хаҡлы ялда булһам да, минән кешеләргә файҙа бар әле, тим.
Бик ҙур файҙа бар Рәүил ағай кеүек хазина-кешеләрҙән – улар донъяны йәмләй! Улар булғанға ти­рә-яҡ матурыраҡ, күңелгә яҡтыраҡ, йылыраҡ. Һәм ҡалабыҙ гүзәлерәк!

Баныу Ҡаһарманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға