«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Пион сәскә атһын өсөн



29.07.2018 Пион сәскә атһын өсөн

Пион сәскә  атһын өсөн
Баҡсалағы пиондарым сәскә атмай. Бының нилектән булыуы мөмкин?
Р. Вәлиева.
Иглин районы.

Пиондар күләгәле, артыҡ дымлы урынды яратмай. Шуға уларҙы ҡыйыҡ башынан һыу төшөп торған стена буйҙарына ултыртмағыҙ. Был сәскәне бүлеп ултыртһағыҙ ҙа, ул 1 – 2 йылдан һуң ғына сәскә атасаҡ.
Иҫке тамырҙан улар оҙаҡ көс йыя. Ултыртҡандан һуң 4 – 5 йыл теймәгеҙ. Азотлы ашламалар менән йыш туҡландырып торһағыҙ ҙа сәскә атыуҙан туҡтаясаҡ. Әсе тупраҡты ла яратмай. Йыл ҡоро йәки ямғырлы килгәндә лә үҫемлек сирләй. Сысҡандар тамырын зарарлаһа ла, үҫә алмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға