«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Картуф бесән аҫтында үҫә



04.07.2018 Картуф бесән аҫтында үҫә

Картуф бесән  аҫтында үҫә
Йортобоҙ һаҙлыҡлы урында ултыра. Шуға ла июнь айында ла баҡса еребеҙ кипмәй. Картуфты күп йылдар инде бесән аҫтында үҫтерәбеҙ. Был ысул баҡсалағы эште лә еңеләйтә. Сүбен утарға ла, күмергә лә кәрәкмәй. Картуфты 20 – 25 см ҡалынлығында бесән йәки һалам менән ҡапларға кәрәк. Алдан шыттырылғаны тиҙ сыға. Дым яҡшы һаҡлана. Көҙ еткәс, һаламын ғына йыйып алаһың, картуфты тупраҡтан таҙартырға ла кәрәкмәй. Һарай янында кәбән, эҫкерт ултыртылған урында һеҙ ҙә ошо ысул менән картуф сәсеп ҡарағыҙ.
В. НУРИЕВ.
Илеш районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға