«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Балсы ҡулынан бал тамыр



03.05.2018 Балсы ҡулынан бал тамыр

Балсы ҡулынан бал тамыр
йәки Бал ҡорттарын рамһыҙ ҡарау ысулын һеҙ ҙә өйрәнһәгеҙ, һис тә үкенмәҫһегеҙ

Бал ҡорто үҙенең хужаһы – умартасыға ғына түгел, ә бөтә кешегә, тәбиғәткә ыңғай йоғонто яһай. Бер күрәҙәсе: “Ҡорт бөтһә, кешелек тә бөтә”, – тигән. Ул бының менән беҙҙең йәшәйештә бал ҡорттарының ифрат ҙур роль уйнағанын әйтергә теләгәндер. Бал, балауыҙ, ҡорт елеме, һитә, инә һөтө – бына беҙгә был йән эйәләре биргән төп ризыҡтар. Бөтәһе лә файҙалы: үҙең ҡулланһаң да, һатыу итһәң дә. Ул ғына ла түгел, бал ҡорттарын тәрбиәләү, эшмәкәрлектәрен күҙәтеү, умарталар араһында йөрөп эшләү – үҙе бер ләззәт. Тәү ҡараш­ҡа ябай бөжәктәр умартасы тормошона күпме йәм өҫтәй, дәртен арттыра.

Умартасылыҡ (ҡортсолоҡ) – халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсебе. Тәүҙә солоҡтарҙа, шунан түмәр һәм рамлы умарталарҙа ҡорттар­ҙы ҡарағандар. Хәтеремдә, үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында ауылдарҙа өй аша тип әйтерлек бал ҡорто булды. Ләкин һуңынан төрлө ауырыу таралыуы һәм экологияның насарайыуы сәбәпле, уларҙың һаны ҡырҡа кәмене.
Аҙаҡҡы йылдарҙа был шөғөл менән булышыусылар тағы арта башланы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең районда бал ҡорттарының ғаиләләре һаны, бөгөн 2000 йылдар башы менән сағыштырғанда, өс тапҡырға артып 10 меңгә еткән. Был һан барыбер ХХ быуаттың әйтеп үткән йылдарына ҡарағанда күпкә ҡалыша. Сәбәбе нимәлә һуң? Әллә балды яратмайбыҙ? Күптәр, теләктәре булһа ла, был эшкә тотоноп бармай. Ниңә, тигән һорауға: йә ваҡыт юҡ, йә белем етмәй, йә башлап ебәрергә аҡса юҡ, тип яуаплайҙар.
Эйе, бал ҡорттары менән булышыу – миҙгелле эш. Яҙын ваҡытында осороп алырға, ояларын киңәйтергә, айырһа, күсте ваҡытында тотоп ябырға кәрәк. Был осорҙа умарталыҡтан китеп булмай. Ҡортсолоҡ серҙәре лә күп һәм тәжрибә яйлап туплана. Ниндәй төр умарта уңай? Ни эшләп бер умартаның ҡорттары шәп эшләй, ә икенсеһе һүлпәнерәк? Ни өсөн ҡайһы берҙәре йыйған балы менән умартаһын тотошлай ташлап, осоп сығып китә? Уңышлы эшләр өсөн минималь кимәлдә булһа ла ошо һорауҙарға яуапты белеү кәрәк.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙе башлар­ға күпмелер кимәлдә аҡсалата сығым да талап ителә. Умарта ҡорто яҡынса 8 – 10 мең тора. Унан башҡа эш ҡоралдары, ҡорамалдар, махсус кейем, дарыу­ҙар һәм ҡышлау урыны. Бөтәһе лә аҡса. Бына шулай, бал ҡорттарын ҡарау ваҡыт та, махсус белем дә һәм һумдар ҙа талап итә.
Ә мин ошо мәҡәләмдә умартасыларға (һәм дә ваҡыттары, белеме, аҡсаһы етмәгәндәргә, ләкин баш­ҡорт балын яратҡандарға) ҡорттар­ҙы ҡарауҙың ябай ысулын тәҡдим итәм. Ул күптәр өсөн яңылыҡ булыр. Ә ысынында, уны күптән һәм күп ил­дә ҡулланалар. Был турала гәзит-жур­налдарҙа мәғлүмәттәр баҫылып тора, интернетта ла табырға мөмкин.
Был ысулды бал ҡорттарын рамһыҙ ҡарау тип атайҙар. Умартаһын фотола күрерһегеҙ. Уның эске ҙурлығы 30x30 см, түмәр умарта һымаҡ, ләкин унан айырмалы рәүештә ул тотош түгел, бер нисә өлөштән – корпустарҙан тора. Корпустың бейеклеге – 21 см. Һәм уларҙың иҫәбе күстең көсөнә ҡарап ҡуйыла. 3 – 5 корпус булырға мөмкин. Умартаның төҙөлөшө ябай, эшләүе еңел һәм таҡта ла күп китмәй. 12 рамлы дадан умарта менән сағыштырғанда, 50 – 60 процентҡа әҙерәк. Рамдар ҙа, сыбыҡ тимер ҙә, балауыҙ табаҡтар ҙа (вощина) кәрәкмәй. Һәр корпус өҫтөнә 8 рейка һалаһың. Шуларҙа ҡорттар кәрәҙ төҙөй, шунда бал йыя, бала сығара. Йәй башында умартаға күсте ябаһың, ә аҙағында тулы баллы бер корпусты алаһың. Шуның менән йәй миҙгелендә башҡарыла торған эштәр тамам.
Умартасыға бер умартанан 14 – 15 килограмм экологик тап-таҙа кәрәҙле бал эләгә. Ҡалғандары ҡорттарҙың үҙҙәренә, ҡышҡылыҡҡа. Шыйыҡ бал кәрәкһә, баллы кәрәҙҙәр­ҙе ағас пресс менән (йәки ике таҡта араһына һалып) һығып алаһың. Шуға күрә ҡиммәтле бал ҡыуҙырғыс (медогонка) кәрәкмәй. Был ысул менән бал ҡорттарын теләгән һәр бер кеше (аллергия булмаһа) ҡарай ала. Әйҙәгеҙ, элекке ваҡыттарҙағы һымаҡ, һәр ғаилә өҫтәлендә хуш еҫле кәрәҙле бал булһын.

Ф. ТОЛОМБАЕВ.
Ейәнсура районы,
Сирғол ауылы.
P.S. Мин үҙем был ысул менән ике йәй эшләп ҡараным. Элекке йәй­ҙә ике умартанан башлағайным, үт­кән йәй бишәү иттем. Өсәүһенән берәр корпус бал алдым. Балы бына тигән! Кәрәҙле бал кәрәҙле бал инде. Супер! Бал + балауыҙ + һитә. Ҡышлауға өсәүһен тышта ҡалдырҙым. Икәүһе көсһөҙөрәк – баҙға индерҙем. Киләсәктә улар­ҙың иҫәбен арттырырға уйлайым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға