«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Нисек ҡарбуз үҫтерергә?



25.04.2018 Нисек ҡарбуз үҫтерергә?

Нисек ҡарбуз үҫтерергә?
Беҙҙең тәбиғәт шарттарында ҡарбуздың һыуыҡҡа сыҙамлы, районлаштырыл­ған һәм иртә өлгөрә торған сорттарын ултыртырға кәрәк. «Огонек», «Сахарный малыш», «Ультраранний», ҡауындың «Колхозница», «Золотинка» сорттары яҡшы. Орлоҡтарҙы иң тәүҙә марганцовка иретмәһенә һалып алығыҙ. Еүеш марля, һыулы мүк һалынған тәрилкәлә шыттырып алғас (өс көндә морон төртәләр), бәләкәй стакандарға сәсәбеҙ. Үҫенте ултыртҡан һауыттың төбөн тишегеҙ. Был эштәр апрелдең һуңғы аҙнаһында теүәлләнә. Үрсетмә мотлаҡ ҡояш төшкән, яҡты урында ултырһын. Уны майҙың икенсе яртыһында йылытылған теплицаға сығарырға. Ҡауын менән ҡарбузды ҡыярҙан мөмкин тиклем алыҫ ултыртырға кәрәк. Сөнки уларҙың ауырыуҙары бер төрлө. Үҫентеләр өсөн кесерткән үҫкән, кәҫ аҫтынан алынған тупраҡ яҡшы. Бер биҙрә тупраҡҡа ике стакан ярым көл ҡушыла. Иң яҡшыһы – һалам көлө. Ошо һауытҡа ике шырпы ҡабы азотлы ашламалар ҙа өҫтәлә. Әлбиттә, тупраҡҡа яҡшы серетмә лә ҡушығыҙ. Асыҡ ергә ҡыяр менән ҡауынды тупраҡ йылынғас, ҡырауҙар бөткәс, июндең урталарында сығарырға мөмкин. Түтәлгә тиреҫ, бысҡы сүбе, ҡом һалыу ҙа яҡшы. Үҫемлектәрҙе 40 – 50 см ара ҡалдырып, шахмат тәртибе рәүешендә ике рәт итеп ултыртырға.
Был баҡса культуралары өсөн иң насар сир – тамыр сереүе (корневая гниль). Һыу һипкәндән, ямғыр яуғандан һуң һыу йыйылып ятмаһын. Һыуҙы үҫемлеккә түгел, бураҙнаға һибеү шарт. Үҫентеләрҙе сығарып ултыртҡас, һалҡын көндәрҙә, оҙайлы ямғрҙарҙа улар өшөмәһен өсөн тимерҙән дуғалар эшләп, өҫтөн пленка менән ябығыҙ. Бик булмаһа, ҙур пластик һауыттарҙы ҡырҡып, шуның менән ҡаплағыҙ. Яҡшы уңыш үҫтереп алыу өсөн төп шарт – үҫемлектәр дүртенсе япрағын сығарғас, уның осон өҙөргә кәрәк. Был емешле сәскәләр тиҙерәк сыҡһын һәм ҡыҫырҙары аҙ булһын өсөн эшләнә. Яҡында бал ҡорттары юҡ икән, ҡулдан һеркәләндереү ҙә файҙа бирә. Рәт араларын гел йомшартып, сүптәрен утап тороғоҙ. Ҡыяр, ҡауындар барлыҡҡа килеп, үҫә башлаһа, тупраҡта ятмаһын, улар аҫтына ҡом һалығыҙ. Ашламалар һалырға ла онотмағыҙ. Сәскә ата башлағас, ун биш көн һайын туҡландырығыҙ. 5 литр һыуға ике шырпы ҡабы аммофос йәки башҡа ашлама һалып һибегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға