«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Юлдарыңа гөлдәр һибелһен



25.03.2018 Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Юлдарыңа гөлдәр һибелһен
йәки Йәш рәссам Нургөл Айсыуаҡова донъяны биҙәп йәшәй

– Үҙ илеңә ҡайт, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, – тигән кәңәш бирә Ҡәнифәгә ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән башҡорт әбейе. Ун һигеҙ йәшенә яңы аяҡ баҫҡан Сураш батыр ҡыҙы хәүеф-хәтәр тулы юлға сыға. Артынан ҡыуа төшкән ҡаҙаҡтарҙан да, бүре өйөрөнән дә имен ҡотола ул. Сая ҡыҙҙың бар теләге – тыуған еренә ҡайтып етеү. Ул әленән-әле кире яҡҡа ҡарап ала, йәнәһе, баҫтырып килмәйҙәрме. Ләкин туҡтамай, тик алға бара, һағая, әммә йөрәге ҡурҡыу белмәй... “Ҡәнифә юлы” риүәйәтендәге ҡыҙ образында батырлыҡ, тәүәккәллек, илһөйәрлек, ауырлыҡтарға баш бирмәү кеүек сифаттар сағыла. Бөгөнгө тормошта ла ҡәнифәләр етерлек. Рәхимһеҙ яҙмышҡа буйһонмай, үҙ бәхетенә ҡыйыу юл ярған гүзәл зат аҙмы ни арабыҙҙа?!
Күптән түгел, интернет киңлеген айҡағанда, Ҡәнифә скульптураһының фотоларына юлыҡтым. Был эштең авторы менән танышыу теләге барлыҡҡа килде. Бар донъя нурға сумған, яҙ һулышы күңелде ҡытыҡлаған көндә йәш рәссам Нургөл АЙСЫУАҠОВА менән осраштыҡ. Матурлыҡты күрә белгән кешенең күңеле лә матур, үҙе лә изге була, тиҙәр бит. Нургөл тап шундайҙарҙан, тәү ҡараштан уҡ әсир итте лә ҡуйҙы.

Ҡыҙ Ейәнсура районынан, 2005 йылда уның ғаиләһе Өфөгә күсеп килгән. Өс бүлмәле иркен йорттағы тормошто улар баш ҡалалағы тар бүлмәгә алмаштыра. Нургөлдөң ата-әсәһе Айгөл менән Илфат Айсыуаҡовтарҙы көнкүреш ауырлыҡтары ҡурҡытмай, уларҙың маҡсаты – өс балаһына ла Башҡортостандың абруйлы уҡыу йорттарында сифатлы белем биреү. “Гөлсибәр апайым – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, мин – Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында, ә Ил­һам ҡустым Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡый башланыҡ”, – тине Нургөл. Уның әсәһе һөнәре буйынса педагог, хеҙмәтен шул юҫыҡта дауам итә, ә атаһы төҙөлөш өлкәһендә үҙ эшен асып ебәрә.
Кескәй саҡтан уҡ ябай ғына күренештән дә йәм табып, уны матди сағылдыра алыусы Нургөл яңы мөхиттә һәләтен камиллаштыра. Киләсәген тик һынлы сәнғәт менән бәйләргә теләп, артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡый.
– Әсәйем “Ҡәнифә юлы” риүәйәтен һөйләгәйне. Сая ҡыҙҙың тарихы йөрәгемә үтеп инде, ул төштәремә ҡабат-ҡабат инә ине. Байыш ауылында йәшәгән 92 йәшлек өләсәйем Мәфтуха Шәмсетдин ҡыҙы Йылҡыбаева­ның хәтирәләре лә көслө тәьҫир итте. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уны Белорет ҡалаһына ФЗО-ға ебәрәләр. Ҡыҙ бала ауыр шарттарҙа эшләй. Һуңынан, күп михнәт күреп, алыҫ араны атлап ҡайта, – тине Нургөл.
Диплом яҡлау ваҡыты еткәс, рәссам күңелендә күптән йөрөткән образды – Ҡәнифә һынын эшләргә йөрьәт итә. Был – физик яҡтан ауыр, ир-ат көсө талап ителгән эш. Уға, ижади эҙләнеүҙәрҙән тыш, хатта иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерергә тура килә. “Атайым 8 Март байрамына шөрөп борғос бүләк иткәйне”, – тине ул, йылмайып.
“Нургөл, Ҡәнифәнең фотолары оҡшағайны, эшеңде бик-бик күрге килә”, – тип әйтеүгә ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәштәр ялтыраны. “Балсыҡтан әүәләп эшләнгән һын ваҡыт үтеү менән кибә башлай, ә уны металдан ҡойоу өсөн аҡса талап ителә. Оло үкенесемә, уны һаҡлау мөмкинлеге булманы... Киләсәктә Ҡәнифә скульптураһын тергеҙеү мөмкинлеге барлыҡҡа килһен ине, тигән ҙур теләгем бар”, – тине, һағышланып.
Теманан ситкә китергә тырышып, сираттағы һорауымды бирергә ашығам: “Һәр ижад кешеһенең яратҡан өлкәһе була. Унда эшләү эске рәхәтлек, кинәнес тойғоһо уята, ә һинең күңелеңә нимәләр яҡын?”
– Бала саҡтан уҡ милли кейемдәге кешеләрҙе һүрәтләргә яратам. Һәр биҙәк, һәр нағыш ниндәй ҙә булһа мәғәнәгә эйә. Шуға ла халҡыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә күп ваҡыт бүләм. Күптән түгел милли ҡо­мартҡыларыбыҙ – биҙәүес әй­бер­ҙәр һәм үҙенсәлекле стилдәге түшелдеректәр эшләй башланым. Әйткәндәй, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында зауыҡлы биҙәүестәр тағып, милли күлдәктәр кейеп йөрөү ғәҙәткә инә. Үҙе бер илаһи күренеш ул, хатта башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙығып, беҙҙеңсә төҙәнеп-яһана башланы, – тине.
Әлеге мәлдә Нургөл “Ижади лаборатория” студияһында һын­лы сәнғәт серҙәрен аңлата. Уның уҡыусыларының кесеһенә йәш ярым булһа, иң олоһона – 53 йәш. Ҡыҙ әйтеүенсә, һүрәт төшөрөргә өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел. “Бөтөнләй эшләй белмәйем” тигәндәрҙең дә бер аҙҙан бына тигән шәхси коллекцияһы барлыҡҡа килә. Һүрәт төшөрөү күңелдәге ауыр тойғоларҙы тарата, эске донъяла тәртип урынлаштырырға ярҙам итә. Юҡҡа ғына психологтар был эш менән шөғөлләнергә кәңәш итмәйҙер.
Яңыраҡ һылыу ҡыҙҙың тормошонда мөһим ваҡиға булған. Үҙе кеүек үк башҡорт мөхитендә үҫкән Илдар Әхмәткирәев менән сәстәрен сәскә бәйләгәндәр. Илдар әүҙем КВН-сы булараҡ йәштәр араһында билдәле. Ул һөнәре буйынса нефтсе, әле Сорғот ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Йәш ғаилә киләсәккә матур хыялдар ҡора. Шуларҙың береһе – милләт бәҫен арттырырҙай балалар үҫтереү.
Йәшлек дәрте ҡайнап торған рухлы Нургөлдөң изге ниәттәре бойомға ашыр, һис шикһеҙ. Шуларҙың береһе – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының көслө һыҙаттарын кәүҙәләндергән Ҡәнифә скульптураһы ла, бәлки, ысынбарлыҡта урын алыр. Иң мөһиме, тормош юлдары нурға, гөлгә сорналһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға