«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Петунияларҙы нисек сәсергә?



16.02.2018 Петунияларҙы нисек сәсергә?

Петунияларҙы нисек сәсергә?
Йәйге баҡсалағы күпереп сәскә атҡан петуния кемде генә һоҡландырмай икән. Уңған баҡсасылар уны гөл һауыттарына, аҫылмалы көршәктәргә ултыртып, ихаталарын, йорттарын биҙәй. Был сәскәләр июнь башында уҡ сәскәләре менән һеҙҙе һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, үҫентеһен февраль башында уҡ ултыртыр­ға кәрәк. Май аҙағы, июнь уртаһына тиклем ҡырауҙар булғас, беҙҙә март башында әлеге сәскә үҫентеһен ултыртырға мөмкин. Асыҡ тупраҡҡа ултыртыу өсөн сәскә 12 – 13 аҙна йылыла үҫергә, тамыр системаһын йәйелдереп, нығытырға тейеш. Петуния еңел, һауа үтеп ингән, ашламалы тупраҡты ярата. Орлоҡтары ваҡ булғас, сәсеүе лә мәшәҡәтле. Шуға ла тупраҡ өҫтөнә тәүҙә ҡар һалыр­ға, һуңынан орлоҡто уның өҫтөнә һибеп сығырға кәрәк. Бер урынға бер нисә орлоҡ төшһә, осло әйбер менән таратып сығығыҙ. Ҡар ирегәс, орлоҡ үҙе тупраҡты тишеп төшөп шытасаҡ. Һауытты үҫентеләрегеҙ морон төрткәнсе пленка менән тығыҙлап ҡаплап ҡуйығыҙ. Петуния әсе тупраҡты яратмай. Һабаҡтары буйға оҙонайып китмәһен өсөн яҡты урынға ултыртығыҙ.
Бүлмәлә 20 – 22 градус йылылыҡ булырға тейеш. Үҫентенең тупрағын киптермәгеҙ, һәр ваҡыт дымлы тотоғоҙ. Беренсе этапта сәскәгә ашламалар һипмәгеҙ, үҙҙәренең сирҙәргә ҡаршы тороусанлығы уянһын. «Эпин» препаратын иҙеп, пульверизатор менән һиптерергә мөмкин. Петуния 4 – 5 сантиметрға еткәс, пикировкаларға була. Һуңынан айырым һауыт­тар­ға күсереп ултыртығыҙ. Ҙур һауытта сәскә яҡшы итеп тамыр ебәрә. Өй шарттарында пластик стакандар яҡшы. Һыуҙы самалап ҡына һибегеҙ. Артыҡ дымлы тупраҡта сәскә сирләй башлай. Күсереп ултыртып, ике аҙна үткәс, ашлама менән туҡландырырға була. Үҫентеләрҙе асыҡ тупраҡҡа сығарып ултыртыр алдынан сыныҡтырығыҙ. Петунияларҙың әкрен үҫеүе шикләндермәһен, улар шулай тамыр системаһын нығыта. Һуңынан сәскәләре лә күп буласаҡ. Үҫентеләрҙе кис йәки йонсоу көндә асыҡ тупраҡҡа төбөнә күп итеп һыу ҡойоп ултыртығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға