«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Пион үҫтерәбеҙ



13.06.2017 Пион үҫтерәбеҙ

Пион үҫтерәбеҙ
Пиондың гөрләп сәскә атҡан сағы июнь айына тура килә. Күп баҡсасы был ваҡыттан һуң уларҙы тәрбиәләүҙе онота, сәскәһен ҡойған үҫемлектәр ҡарауһыҙ ҡала. Ә бит тап шул ваҡытта пиондарға айырыуса ҙур иғтибар кәрәк, улар наҙға, туҡландарыуға мохтаж. Төрлө сир барлыҡҡа килә, япраҡтарында серек таптар күренә, һабаҡтарының ҡайһы бер өлөштәре юҡҡа сыға. Матурлыҡ яғынан ҡарағанда ла хәл шәптән түгел – бойоғошоп ултырған үҫемлектәр баҡсаны йәмһеҙләй. Шул ваҡыт хужалар күп уйлап та тормай, һабаҡтарын ергә тигеҙләп тиерлек ҡырҡып ырғыта. Был – ҙур хата. Артабан уларҙың туҡтауһыҙ сирләүенә, насар сәскә атыуына аптырамағыҙ – һабаҡтарҙы иртә ҡырҡып ташлау шундай насар эҙемтәләргә килтерә. Ниндәй генә сортты алһағыҙ ҙа, нисек кенә тырышып тәрбиәләһегеҙ ҙә, сәскәһе ҡойолғандан һуң һабаҡтарҙы шундуҡ ҡырҡыу ҙур проблема тыуҙыра. Эш шунда – был осорҙа киләһе йыл өсөн әҙерлек башлана, бөрөләр барлыҡҡа килә. Ә улар һабаҡтарҙың ер аҫтындағы өлөшөндә урынлаша. Пион сәскә атҡанда, бәләкәй булғанлыҡтан, бөрөләре күренмәй. Ләкин улар, ысынлап та, бар, уларҙың үҫешенә нигеҙ үткән йылда уҡ һалынған.
Шуға ла сәскәһе ҡойолоу менән пиондарҙың күренеп бармаған бөрөләре әүҙем үҫешә башлай. Ошо мәлдә үҫемлек туҡландырыуға мохтажлыҡ кисерә. Әүҙем үҫеш ай ярым тирәһе дауам итә. Ҡыҫҡаһы, тап ошо ваҡытта пиондарҙың киләһе йылда сәскә атыуына мөмкинлек булдырыла. Шуға күрә сәскәләрҙе ҡырҡҡысларға ла, иғтибарһыҙ ҡалдырырға ла ярамай.

Нимә эшләргә?
1. Пион сәскәләре ҡороғас, таждарын тулыһынса ҡырҡып ташларға. Ҡороған таждар япраҡтарға өҙөлөп төшөргә тейеш түгел. Был айырыуса ямғыр ваҡытында, ысыҡ мул төшкәндә ҡурҡыныс. Ҡороған таждар япраҡтарҙы серетә башлай. Ә был инде тотош үҫемлектең сирләүенә килтерә.
2. Ентекле тикшереп сығырға кәрәк. Вирус эләктергән, тутыҡ менән ҡапланған өлөштәрҙе өҙөп ташларға тура киләсәк, юҡһа улар ҙа насар эҙемтәләргә килтерәсәк.
3. Төбөндәге ерҙе һаҡ ҡына ситкә этәреп, үҫемлеккә ашлама индерергә кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға бер литр банка ағас көлөн бутап әҙерләгән иретмә лә ярай.
4. 10 – 15 г фосфор һәм шундай уҡ дәүмәлдәге калийҙы иретеп ашларға ла була. Был эште сәскәләр тулыһынса ҡойолғас башҡарырға кәрәк.
5. Профилактика тураһында ла онотмағыҙ. Составында баҡыр булған препараттар менән эшкәртегеҙ. Быны эшләр алдынан үҫемлектең төбөн һыу менән йомшартып алыу ҙа файҙаға.
6. Көндәр эҫе торғанда даими рәүештә һыу һибегеҙ. Һыу төпкә тиклем барып етергә тейеш, йәлләмәй ҡойоғоҙ.
7. Һабаҡтарҙы ҡырҡып ташларға ашыҡмағыҙ, был туҡлыҡлы матдәләрҙең бөрөләргә эләгеүенә булышлыҡ итә. Һабаҡтарҙы тәүге ҡырауҙан һуң, үҫемлектәр ергә һәлберәп төшкәндән һуң ғына ҡырҡалар. Бының өсөн ҡояшлы көндө һайлағыҙ. Ҡырҡылған урындарға ағас көлө һибегеҙ.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотһағыҙ, пиондарығыҙ быйыл ғына түгел, икенсе йылда ла гөрләп сәскә атыр, баҡсағыҙҙың йәме булыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға