«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » ОСАГО буйынса страховка тарифтары артыуына нисек ҡарайһығыҙ?



27.03.2015 ОСАГО буйынса страховка тарифтары артыуына нисек ҡарайһығыҙ?

Апрелдә автомобиль хужаларын “һөйөнөслө” яңылыҡ көтә, 12-һенән ОСАГО буйынса страховка тарифтары 40 – 60 процентҡа артасаҡ. Билдәле булыуынса, 2014 йылдың октябрендә генә ул 23 – 30 процентҡа артҡайны. Үҙәк банк хәбәр итеүенсә, ОСАГО полисына хаҡ­тар­ҙың артыуы 2015 йылдың 1 апреленән юл-транспорт фажиғәһендә зыян күреүселәр­ҙең ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә килгән зыян өсөн страховка түләүҙәрен 160 мең һумдан 500 мең һумға тиклем арттырыу тураһындағы закондың тормошҡа ашырылыуына бәйле. Был яңылыҡты водителдәр нисек ҡабул итә һуң? Улар автомобилдәрен шундай хаҡҡа страховкаларға әҙерме?

Дамир ХӘЛИМОВ, водитель стажы 32 йыл:
– Бөтөнләй шаштылар, страховканы тағы ла 40 – 60 процентҡа арттыралар, имеш. Кешене көпә-көндөҙ талау, тигән һүҙ инде. Анһат аҡса эшләү юлын тапҡандар. Былай ҙа бушҡа аҡса түләп торабыҙ бит. Үҙҙәренән аҡса алырға кәрәк булһа, бер ҙә тоттора һалып ебәрмәйҙәр, арттарынан күпме йөрөргә тура килә.

Ғафар СӘЙФУЛЛИН, водитель стажы 14 йыл:
– Йыл һайын “УралСиб”та страховкалайым. Ышаныслы ла, страховканың хаҡы ла артыҡ ҡиммәт түгел. Һуңғы тапҡыр ОСАГО өсөн 4000 һум түләнем, ә “Росгосстрах”та 7000 һумдан ашыу һорағайнылар.
Страховкам йыл аҙағында бөтә, шуға әлегә күңелем тыныс. Страховканың артыуы, әлбиттә, күп водителдә ризаһыҙлыҡ уята. Ғөмүмән, бының менән килешеүсе бармы икән ул?!

Ғ. ӘБИЛЕВА, Сибай ҡалаһы:
– Водитель стажым бәләкәй булғанлыҡтан, страховка суммаһы ла ҙур ғына. Әле декабрҙә “Росгосстрах”та бер йылға страховкалағайным, 5700 һум булды. Страховканың тағы ла артыуы барыһында ла ризаһыҙлыҡ уята. Берәй авария була ҡалһа, машинаң күргән зыянды ҡапларлыҡ суммала аҡса түләһәләр ярай ҙа. Уныһы ла бик шикле бит әле. Өҫтәүенә, страховка өсөн аҡса түләйбеҙ, ә юлдар ниндәй һуң?! Улар бит ҡаралмай.

Сәғит ТАЛИБОВ, водитель стажы 15 йыл:
– Машинамдың страховкаһы июндә бөтә, шуға тиклем бер йылға яңынан страховкалағанда яҡшы булыр ине. Ә теге ҡалғанын кире ҡайтартып алаһың. 3 – 4 мең һум булһа ла экономия килеп сыға.
Страховка суммаһын арттыралар инде, сөнки түләмәй хәл юҡ. Барыһына ла машинала йөрөргә кәрәк, теләйһеңме-теләмәйһеңме, страховкалар­ға тура килә. Өфөлә генә күпме машина, уйлап ҡараһаң, күпме аҡса йыйыла.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға