НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Алмағстың бер төбө 400 һум тора
Экономика // 23-05-2014, 08:20


Алмағстың бер төбө 400 һум тораӘле Өфөлә, район үҙәктәрендә үр­сетмәләр һатыу йәрминкәһе бара. Баҡсасылар әйтеүенсә, ошо аҙна аҙағына тиклем булған тауарҙары һатылып бөтмәһә лә, аҙ ҡаласаҡ. Яҡшы һатыусылар үрсетмәләренең, бер-ике йыллыҡ ағас, ҡыуаҡтарының сорты, үҫтереү тәртибе тураһында ентекләп һөйләй, ә ҡайһылары (йәрминкәгә осраҡлы килеп эләккәндәр­ҙер инде) хаҡынан башҡа бер йүнле һүҙ ҙә әйтә алмай.
Үрсетмәләрҙе ҡарап, һатыусылары менән әңгәмә ҡороп, тикшереп, өй­рәнеп сыҡтым. Ағастарҙың япраҡ­һыҙҙарын, ныҡлы тамыр ебәргәндәрен, тамырҙары дымлы, тупраҡлы булғандарын һайларға кәрәк икән. Баҡсасылар әйтеүенсә, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарҙың 2 – 3 йәшлектәрен алыу яҡшыраҡ. Әлбиттә, беҙҙең климатҡа тулыһынса яраҡлашҡандарын һайлау мотлаҡ. Экзотикаға ҡы­ҙығыу уңыш алырға теләүселәр өсөн түгел....

Урман ресурстары етерлек
Экономика // 16-05-2014, 08:11


Урман ресурстары етерлекРеспубликаның тәбиғәт ресурстарының күпселек өлөшөн урман тәшкил итә. Төҙөлөштә киң файҙаланылған ағас иң тәү сиратта төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә. Урмандарыбыҙ бөгөн ниндәй хәлдә? Законһыҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы ниндәй саралар күрелә? «Халыҡ әңгәмәһе» рубрикаһында БР урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллин «Йәшлек» гәзите уҡыусыларынан килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Ағас алыуҙа кемдәр өҫтөнлөк менән файҙалана?
Мин, өс бала атаһы Фаил Әлмөхәмәтов, төҙөлөш өсөн дүртенсе йыл ағас ала алмайым. Ғаризаны йыл һайын яңыртып тороу кәрәкме? Алдағы йылдарҙағы ғаризалар ҡаралмаймы икән? Бер тапҡыр ҙа ағас алғаным юҡ. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән бушлай ергә өй төҙөү өсөн ағас бирелергә тейешме? Ағас бүлеүҙә кемдәр ҡатнаша?...

Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!
Экономика // 11-04-2014, 05:14


Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡор­тос­танда торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу­ға мохтаждарҙың һаны – 38 мең кеше. Аңлашыла инде – күптәр, йүнле генә йәшәү урыны булмаһа ла, был исемлеккә инеп тә тормай ғына донъя көтөүен дауам итә. Шуға ла әлеге исемлектең ысынбарлыҡта тағы ла ҙурыраҡ икәнлегенә шик юҡ. 38 мең кеше лә әҙ түгел. Исемлеккә ингән һәр бер кешенең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра һәм иғтибарға лайыҡ. Даими рәүештә йәшәр урыны булмағандарға нисек тә булһа төрлө кимәлдә ярҙам итергә тырышыу ҙа шуға бәйләнгән....

Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 4-04-2014, 16:17


Өфөлә кейеҙ оҫталарының “Тамға” республика симпозиумы һәм “Урал батыр” эпосы персонаждары костюмдары” темаһына кейеҙ кос­тюмдар баҫыу конкурсы үтте. Сараны БР Мәҙә­ниәт министрлығы, Рес­­публика халыҡ ижа­ды үҙәге ойошторҙо, уларға БДПУ вәкилдәре ярҙам итте.
Симпозиумда Өфө, Бело­рет, Октябрьский, Сибай, Учалы, Күмертау, Нефте­кама, Благовещен, Стәр­летамаҡ ҡалаларынан һәм Шишмә, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко райондарынан 28 оҫта ҡатнашты. Барлығы 12 кейеҙ костюм баҫтырылды. Арта­бан әҙер кейемдәрҙә дефиле үткәрҙеләр. Теләүсе­ләргә ошонда уҡ һарыҡ йөнө менән нисек эш итеү, биҙәкләргә өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙы....

70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”
Экономика // 28-03-2014, 14:31


70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы, ғинуар-февралдә илдән “сығып киткән” таҙа капитал күләме 35 миллиард доллар булды, тип һанағайны. Ә беренсе квартал һөҙөмтәләре 65 – 70 миллиард долларҙы күрһәтеүе мөмкин. Бер ай эсендә иҫәптең шулай ҡапыл үҫеүенә ни сәбәпсе һуң? Бында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы арҡаһында АҠШ-тың “Рәсәй” банкына, ҡайһы бер ватандаштарыбыҙға ҡарата индергән санкциялары ғәйепле булыуы ихтимал. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач әйтеүенсә, санкциялар әлегә иҡтисади характерҙа түгел-түгеллеккә, әммә капиталды юғалтыуға ярайһы етди фактор булып тора....

Ниңә береһе лә, хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләмәй икән?
Экономика // 14-03-2014, 06:23


Ниңә береһе лә, хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләмәй икән?Бөгөн сәйәси тормошта Украина, Ҡырым, Янукович, украин радикалдары тигән һүҙҙәр генә ишетелгән кеүек. Эйе, күрше илдә хәл-торош шәптән түгел, ғауға дауам итә, “һалҡын һуғыш” хаҡында ла хәбәр йөрөй. Уныһы кемдәр араһында икәнен әйтеп торор­ға ла түгел. Беҙ, йәғни Рәсәй, АҠШ менән “һалҡын һуғыш”тан “йылынғаныбыҙ” юҡ әле. Рәсәй яғынан Украинаның рус телле граждандарын яҡлау өсөн ҙур эштәр башҡарылғаны хаҡында ла отчеттар тыңлайбыҙ. Илдә барған акциялар тураһында әйтәм. Беҙгә билдәле булмаған башҡа саралар ҙа күреләлер, бәлки. Украинаны нимә көтөүен хәҙер фаразлауы ла ауыр....

ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
Экономика // 28-01-2014, 06:28


ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ2013 йылда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыу сәбәпле, йорт хужаларына матди ярҙам итеү маҡсатында компенсациялар бирелә башлағайны. Бындай ҡарар Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде. Компенсация яңы тарифтар буйынса билдәләнгән хаҡ элеккенән 12 проценттан артҡан осраҡтарҙа бирелде.
Былтыр компенсацияны Өфөлә йәшәүселәрҙең бөтәһе лә алды. Бер ниндәй ҙә документтар йыйып тапшырырға, компенсация алыу өсөн тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итергә лә кәрәкмәгәс, күптәр бындай ярҙам күрһәтелеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Етмәһә, матди ярҙам граждандарҙың килемен тикшермәй генә бирелде.
Ләкин һәр кем аңларға тейеш – әлеге матди ярҙам адреслы түгел ине,...

Яңы технологияларға йөҙ тотоп
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 30-12-2013, 14:24


Яңы технологияларға йөҙ тотопХәҙер заманса төҙөлөш материалдары баҙары ифрат бай һәм ҡулланыусыға һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Был, тәү сиратта, төҙөлөш материалдары етештереү тармағының етеҙ үҫеүе менән аңлатылһа, икенсенән, һәр етештереүсе ба­ҙар­ҙа лайыҡлы урын табырға ынтыла. Әлбиттә, быға заманса технологияларҙы ҡулланып, юғары си­фатлы продукция етештереп кенә ирешеп була. "Ҡыҙыл таш" керамик блоктар һәм йөҙләү кирбестәре етештереү заводы" яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте – нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында урынлашҡан һәм төбәктә иң эре предприятиеларҙан һанала. За­водҡа алты йыл элек нигеҙ һалына. Ә быйыл ул ноябрь айында эш башланы. Тантаналы сарала Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты һәм заводтың эшмәкәрлеге менән танышып, уға баһа бирҙе....

Ауыл хужалығы
Экономика // 29-12-2013, 12:35


Башҡортос­танда быйыл крәҫ­тиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса эш айырыуса әүҙем барҙы. Был һүҙҙәрҙе иҫбат итеү өсөн эшен башлап ҡына тороу­сы фермерҙарға һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын төҙөүселәргә бирелгән гранттар хаҡында телгә алып үтергә була. 2013 йылда ауыл хужалығы ойошмаһын асырға ниәтләүсе 104 еңеүсегә грант тапшырылды. Атап әйткәндә, эш башлаусы фермерҙарға – 1,5 миллион һумға тиклем, ә инде ғаилә малсылыҡ фермаларын асыусыларға 10 миллион һумға тиклем ярҙам күрһәтелде. Грант алыусылар, башлыса, һөтсөлөк, һарыҡ аҫрау, ҡаҙ фермаларын булдырыу, картуф үҫтереү һәм умарта тотоу менән шөғөлләнергә ниәтләй....

Юлдар – тормош көҙгөһө
Экономика // 28-12-2013, 12:37


Саҡмағош юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе.
Саҡмағош юл хеҙмәтенең тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Йылдар дауамында ҙур эштәр башҡарыла, бай эш тәжрибәһе туплана. Һөҙөмтәлә идаралыҡ техник йыһазландырыл­ған предприятиеға әүерелә. Ул, район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр төҙөү, предприятиелар, социаль объекттарҙың территорияһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Йыл һайын Хөкүмәт территориаль заказын үтәүгә – төҙөлөш, ремонт һәм автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә 120 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелә. Хәҙерге ваҡытта предприятие ҡарамағында 416 саҡрымға яҡын юл иҫәпләнә. Шуларҙың 392,1 саҡрымы – ҡаты япмалы, 186,4 саҡрымы – асфальт юлдар һәм 34 күпер, 303 һыу үткәреү торбаһы....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM