НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

һалым күләме кәмейәсәк
Экономика // 30-10-2010, 01:25


Рөстәм Хәмитов «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Сергей Борисов менән осрашыу барышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һалым көсөргәнешен кәметеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Рәсәй законы килемдән һалым ставкаһын ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса 15 проценттан 5 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлеген бирә. Һалым күләмен кәметеү тураһындағы ҡарар сығарыу төбәк парламенты юрисдикцияһы яуаплылығында ҡала. Әле Рәсәйҙә фискаль көсөргәнеште кәметеү форсаты менән 66 субъ­ект файҙаланып ҡалған....

Атҡа бесән кем һала?
Экономика // 23-10-2010, 10:13


Эшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һөйләп тороуы ла артыҡ, быны һәр кем белә. Шуға ла был юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн төрлө юлдар эҙләнә, пландар ҡорола. Яңыраҡ республика Хөкүмәтендә «Башҡортостан Республикаһы йәштәрен эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барған «түңәрәк өҫтәл»дә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары, халыҡты эш менән тәьмин итеү ойошмалары, Башҡортостандың иң эре предприятиелары вәкилдәре, кадрҙар агентлыҡтары һәм журналистар ҡатнашты.
...

Һыуҙы бәрәкәтле тотоноғоҙ
Экономика // 19-10-2010, 10:43


БР Президенты республика Хөкүмәтенә йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа кәмеүе эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса программа эшләргә ҡушты.
Хөкүмәттә алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итәсәк эш төркөмө төҙөлдө. Рөстәм Хәмитов ҡалаларҙы һәм райондарҙы һыу менән тәьмин итеүсе өҫтәмә скважиналарҙы ябып, һыуҙы һаҡсыл тотоноу режимын индерергә ҡушты.
Һыу менән тәьмин ителеш бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Ишембай ҡалаларында һәм бер нисә районда айырым иғтибар талап итә. Һыуҙың иң түбән кимәле 2011 йылдың февралендә көтөлә. Йылғалар ҡушылдыҡтарынан һыуҙың әҙ килеүе ауыл-ҡалалар­ға һыуһыҙлыҡ менән янай....

Аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылғанмы?
Экономика // 19-10-2010, 10:42


Бишбүләк районында 12 район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары ҡоролоҡтан юғалтыуҙарҙы компенсациялауға бүленгән бюджет средстволарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙары хаҡында отчет бирҙе.
Дәүләт быйыл ауыл халҡына яҡшы ярҙам күрһәтте, һәм хәҙер финанс ярҙамын урынлы файҙаланыу мөһим. Беренсе сиратта аҡса орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш. Был киләһе яҙғы сәсеү кампанияһын ваҡытында юғары сифатлы итеп үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Аҡсаның бер өлөшө Башҡортостанда орғасы малды һаҡлап алып ҡалыу өсөн мал аҙығы һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш.
БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә 2020 йылға тиклем республиканың...

«Химпром» ябылды, әммә диоксиндар ҡалды
Экономика // 16-10-2010, 13:53


Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөләге фенол катастрофаһынан һуң (ул саҡта фенол эсәр һыуға рөхсәт ителгән концентрациянан күп тапҡырға күберәк эләккәйне) «йәшелдәр» саң ҡаға башланы. Экологик һәләкәт сәбәпсеһе булған «Химпром» заводында, фенолдан тыш, бик күп диоксин да тупланыуы асыҡланды. Диоксиндар – абсолют ағыу, ул тере организмда тарҡалмай, ә уны үлтереп, йыйыла бара. Өфө предприятиеһында, айырыуса 2,4Д гербициды етештерелгән 19-сы цех территорияһы эргәһендә тупланған диоксиндарҙың күләме Италияның ҙур экологик һәләкәт зонаһы тип иғлан ителгән Севезо ҡалаһындағы диоксиндар күләме менән сағыштырырлыҡ.
Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында завод әкренләп үҙ эшмәкәрлеген кәметә башланы, ә 2000 йылдар башында БР Хөкүмәте ҡарары менән тулыһынса ябылды. 2008 йылда предприятие территорияһын санациялау башланды....

«Крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табабыҙ», –
Экономика // 9-10-2010, 10:01


ти шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлығы, дүрт ул атаһы Хәлил Хәбир улы Ғәптрәҡипов
«Крәҫтиән хеҙмәтенән йәм, тәм табабыҙ», –Ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағас та алдағы ихатаға бер күҙ ташлап алыуҙан уҡ хужалар­ҙың буйтым ғына йәшәүен шәйләнем: бер гектарҙай майҙандың һул яғында кирбестән төҙөлгән ҙур ҡаралты, уны артлап күп һәм бейек итеп тиреҫ өйөлгән; уң яғында – киң, оҙон баҡса; уртала – күк төҫтәге «Беларусь» тракторы, арбаһына дүрт-биш феләк тейәлгән мини-трактор. Икеһе ике ерҙә бәйләнгән эттәр, ят кешене күреү менән урындарынан һикереп тороп, абаларға тотондо. Ҡурҡаҡ кешегә ни шул етә ҡалды: йөрәгемде усыма йомоп, артҡа сигендем....

Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ
Экономика // 28-09-2010, 16:30


Хәйбулла районында «Юби­лей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар.
Фабриканың сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтеү һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырыу күҙаллана. Быйыл уны йыһазландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.
«Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә. Ҡалған өсәүһе ер аҫты ысулы менән үҙләштереләсәк. Мәғдән ятҡылыҡтары 584 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан. Уларҙа 9,4 миллион тонна самаһы руда бар. 2018 йылға улар йылына 400 мең тонна руда табыуҙы тәьмин итергә тейеш. Ул саҡта рудниктың етештереүсәнлеге 650 мең тоннаға тиклем артасаҡ.
...

Коррупцияны еңеп буламы?
Экономика // 18-09-2010, 14:35


Ике мең һум ришүәт – иң уңайлыһы?!
Беренсе тапҡыр тотолдоңмо? Борсолма, ултыртмаясаҡтар. Ил депутаттарының Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индереү буйынса проекты ришүәтселәргә ошондайыраҡ «яуап» бирә. Бер генә «әтнәкә»һе бар – ришүәттең күләме өс мең һумдан артмаһа ғына кеше иректә ҡаласаҡ. Үәт, баш закон сығарыусыларҙа! Әйткәндәй, депутаттар үҙҙәре аңлатыуынса, «ошо күләмгә бюджет хеҙмәт­кәрҙәре – уҡытыусылар, табиптар тура килә». Шундай ваҡ-төйәк суммала ришүәт ала алалар, ә төрмәнән ҡасып ҡалырға мөмкинлектәре юҡ. Миллион һумдар менән «уйнаған» ысын ришүәтселәр иһә иректә рәхәтләнә....

Герой ейәндәре һынатмай
Экономика // 18-09-2010, 13:32


Герой ейәндәре һынатмайЭшҡыуарлыҡ, тәү ҡарашҡа, анһат ҡына бирелә торған шөғөл кеүек. Ә ысынында ул – шәхси көсөңә таянып эшләү, киләсәгеңде ҡайғыртыу, үҙеңде тормошта раҫлау, хатта, әйтергә кәрәк, кешенең донъяға карашы, ижтимағи аңы һәм яңы хеҙмәт әхлағы. «Стройгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Вәлиев менән әңгәмәлә бының шулай булыуына йәнә бер инандыҡ....

Көндәлек аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ
Экономика // 11-09-2010, 11:23


Дөрөҫөн әйткәндә, илдең аҙыҡ-түлек баҙарында нимәләр булып ятыуын бер һүҙ менән генә аңлатыуы ла ҡыйын. Подъезд алдарында ултырған әбейҙәр, беҙгә аслыҡ килеп етеп килә, тип ҡурҡытырға маташһа ла, етди, рәсми мәғлүмәттәр күңелде йылыта – улар, хаҡтар саҡ ҡына арта төшһә лә, аҙыҡ-түлек етерлек буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Шулай ҙа күрмәү ҙә мөмкин түгел – аҙыҡ-түлеккә хаҡ йә әкренләп, йә ҡапыл ғына артып тора....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM