НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һәр мохтажға – 100 мең һум
Экономика // 5-10-2012, 12:08


РФ Дәүләт Думаһында әҙ тәьмин ителгәндәргә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан яңы ысул тураһында закон проекты ҡабул ителгән.
Аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған, йә ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар дәүләт менән контракт төҙөй ҙә, 30 мең һумдан 100 мең һумғаса аҡса ала аласаҡ....

Һиҙҙегеҙме? Хаҡтар артты...
Экономика // 21-09-2012, 09:10


Хәлиҙә САФИНА, Сибай ҡалаһы, пенсионер:
– Көҙ етеү менән икмәк, һөт, ҡарабойҙай һәм башҡа төрлө ярмаларҙың хаҡын бер нисә һумға арттырҙылар. Беҙгә, оло кешеләргә, артыҡ күп сығым кәрәкмәй, ашауға булһа, торлаҡҡа түләһәк, осо-осҡа ялғана. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын.
Йәштәр өсөн йәнем әсей, уларға үҙҙәрен дә, балаларын да ҡарарға кәрәк. Кеше алдында кәм-хур булып йөрөгөләре килмәй бит, матур кейенергә лә теләйҙәр. Әммә бөгөн бөтә ерҙә ҡиммәтселек, уңға баҫһаң да, һулға барһаң да, аҡса дауай, тиҙәр. Ҡайҙа тәгәрәй замана?...

246 мең эшләүсе пенсионерҙың пенсияһы арттырылды
Экономика // 31-07-2012, 12:17


246 мең эшләүсе пенсионерҙың  пенсияһы арттырылды
1 августан эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһы ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Бына бер нисә йыл инде иҫәп-хисап автоматик рәүештә башҡарыла, шуға күрә Пенсия фондына ғариза яҙыуҙың һис кәрәге юҡ....

Һалымдар – бюджет сығанағы
Экономика // 6-07-2012, 13:09


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбыла Башҡортостан Республикаһы Именлек советының ултырышын үткәрҙе. Ултырышты асып, республика башлығы Именлек советы ағзаларын бюджетты тулыландырыу мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы....

Башҡортостандыҡы. тимәк, сифатлымы?
Экономика // 9-08-2011, 09:54


Башҡортостандыҡы. тимәк,  сифатлымы?
Республикабыҙҙа «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһы башланды
Магазиндарға тауар ситтән күп килә
Баҙар ситендә йәшелсә-емеш һатҡан әбей-бабайҙар янында йөрөгәндә ҡыҙыҡ ҡына күренешкә осраным: бер апай епкә ниндәйҙер тимер шөрөп элеп алған да, ҡыярҙар өҫтөндә тотоп тора. Тәбиғи, шөрөп инерция буйынса әйләнә, һелкенә. Йәшелсәләр составында нитрат бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлай икән был «ҡорамал». Оҙаҡ ҡына ҡарап торһам да, баштағы «шөрөп» етмәнеме, шәхсән үҙем шөрөптөң нисек эшләүен аңлай алманым. Миңә ҡалһа, ул бер туҡтауһыҙ һелкенеп кенә тора, бер ҙә үҙгәрмәй. Әммә теге апай бик етди, баулы шөрөптән күҙен дә алмай....

Көрсөк тиҙ генә еңелергә уйламай
Экономика // 30-07-2011, 11:59


Реформалар серияһы үткәрелмәһә, Рәсәйҙе көрсөк көтә, тип иҫкәртә хөкүмәт ҡушыуы буйынса 2020 йылға тиклем Рәсәйҙең үҫеш стратегияһын ҡайтанан төҙөүсе эксперттар. Үҫеш моделен үҙгәртмәгәндә, илебеҙ иҡтисады йә яйлап ҡына түбән тәгәрәйәсәк, йә, өрөп тултырылған күбек кеүек, шартлаясаҡ....

Еләк йәнә уңмағанмы?
Экономика // 9-07-2011, 10:41


Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында еләк һатыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө эргәһендәге райондарҙа был тәмлекәс быйыл да уңмаған. Былтыр ярай, ҡоролоҡ булғайны, ә быйыл ямғыр мул булды. Бәлки, ялан-болондар­ҙың ҡып-ҡыҙыл еләк менән ҡапланыуын тағы ла аҙыраҡ көтөп торорға кәрәктер?
Быйыл ҡыш буйы сит илдән килтерелгән йәшелсә ашар­ға тура килде. Бәл­ки, ҡайнатмалар эшләү өсөн ситтән килтерелгән емешкә өҫтөнлөк би­рергә кәрәктер? Улар арзаныраҡ та, күберәк тә кеүек тойола. Әлбиттә, үҙебеҙҙә үҫкән еләктән эшләнгән ҡайнатмаға ни етә, әммә әле баҙарҙа ситтән килгән емештәрҙең күп булыуына иғтибар итәйек.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 7 июлгә бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелә....

Ҡырмыҫҡалыны икмәк данлай
Экономика // 2-07-2011, 17:16


Ҡырмыҫҡалыны  икмәк  данлайҠырмыҫҡалы районы ҡулланыу­сылар йәмғиәте тармаҡта алдынғы коллективтарҙың береһе. Ул эске сауҙаны үҫтереү, уның социаль йүнәлтелгәнлеген күтәреү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана. Хеҙмәт­тәренең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы. Әйтәйек, былтыр халыҡҡа 264 миллион 100 мең һумлыҡ (райондағы һәр кешегә иҫәпләгәндә – 13 мең 93 һум) ҡулланыу тауарҙары һатылған. Хужалыҡ эшмәкәрлегенән ингән саф табыш 4 миллион 273 мең һум тәшкил иткән. Бер йылда ғына районда ете үҙ хеҙмәтләндереү магазины асылған. Хәҙер уларҙың дөйөм һаны 45-кә етә. Магазиндарҙағы бай ассортимент, хаҡтарҙың социаль йүнәлешлелеге, хеҙмәтләндереү кимәле – эштәре бар яҡлап та маҡтауға лайыҡ....

Еләк Әлегә Ҡиммәт
Экономика // 25-06-2011, 14:43


Еләк беште! Әлбиттә, әлегә ер еләген йыйырға иртәрәк, әммә баҡса еләге һатыуҙа күренә башланы. Әбей-һәбей эре-эре еләктәрҙе ҙур ғына ста­кандар­ға һалып, «тауар»ына юғары ғына хаҡ ҡуйып, беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып, урамдарға сығып теҙелде.
Тиҙҙән үҙебеҙҙә үҫкән төрлө еләктәрҙе һатыу тағы ла йәнләнеберәк китәсәк. Быйыл уларҙың хаҡы алтынға бәрәбәр булмаҫ, тип ышанғы килә. Ни тиһәң дә, үткән йылдағынан айырмалы рәүештә, ҡоролоҡ йонсотмай. Уңыш бик шәп булмаҡсы. Ямғыр ғына артыҡ яуып, эште боҙмағайы...
Түбәндәге таблицала 1 килограмм аҙыҡ-түлектең хаҡтары 23 июнгә ҡарата, Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән....

Завод дәүләт заказдарына өҫтөнлөк бирергә тейеш
Экономика // 18-06-2011, 16:46


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа сәфәрендә хәрби техника һәм ҡоралды утилләштереү предприятиеһында булды.
«Авангард» заводында айына 120 мең снарядты утилләштерергә мөмкин. Һуңғы ике йылда бында Иглин районының Урман ҡасабаһында һаҡланған 308 мең снаряд килтерелгән.
Республика башлығы боеприпас­тарҙы зарарһыҙландырыу майҙансығын, преслау блогын һәм сәнәғәт шартлатҡысы цехын ҡараны. Уға утилләштерелгән ҡоралдың металл корпустарын һәм шартлатҡыс матдәләрҙән яһалған продукцияны − сәнәғәт зарядтарын, шашка-детанаторҙарҙы, шартлатҡыс состав­тар­ҙы күрһәттеләр....


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM