НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Иң түбән эш хаҡы – 5500 һум
Экономика // 16-08-2013, 14:47


Иң түбән эш хаҡы – 5500  һумРәсәйҙә 2014 йылдың беренсе ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 5,5 мең һумға етәсәк. Әҙме был, күп­ме? Шундай күләмдәге хаҡты ниндәй эш өсөн түләйҙәр? Моғайын да, көн һайын һигеҙ сәғәт буйына (беҙҙә 8 сәғәтлек эш көнө) эшләрлек эш түгелдер?...

Кредитһыҙ нисек йәшәргә?
Экономика // 2-08-2013, 12:09


Бөгөн күп кеше үҙенә ошо һорауҙы бирергә мәжбүр. Иҫләп ҡарағыҙ әле – бынан 20 йыллап элек кредитығыҙ булдымы? Ә бөгөн ни өсөн банкыларға бурыслыһығыҙ?
Рәсәй халҡы шул тиклем күп кредит алған, хатта ошо арала дефолт булыуы ихтимал, имеш. «Связной банк» тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шундай һығымтаға килгән – ил халҡының хеҙмәт йәшендәге кешеләренең 45 проценты кредит түләй. Уларҙың күбеһе булған бурысын түләргә тағы кредит ала икән. Үҙәк банк һәм кредит бюролары мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер төбәктәрҙә эшләүселәр­ҙең 100 проценты кредитлы. Силәбе, Кемерово, Свердловск өлкәләре, Хабаровск крайы шул иҫәптә. Араларында беҙҙең Башҡортостан да бар....

Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?
Экономика // 2-08-2013, 12:06


Сит илдең тауығын ҡаҙҙай итеп күреүҙән туҡтарбыҙмы?Рәсәйҙә иң күп тыйыу, сикләү иғлан итеүсе етәксе кем тип уйлай­һығыҙ? Юҡ, һис кенә лә Президент түгел, ә илдең баш санитар табибы Геннадий Онищенко. Ул йылына бер нисә мәртәбә, етештереүселәр яғына ҡарап, йоҙроҡ төйнәп ала. Тыңла­ғандар тыңлай уны – сығарған тауар­ҙарын бер аҙ ипкә килтерәләр....

Илдең төп байлығы кешеләр ҙә ул…
Экономика // 12-07-2013, 11:25


Илдең төп байлығы кешеләр ҙә ул…Миҙалдың ике яғы була, тигәндәй, көндәлек матбуғатҡа күҙ баҡһаң, радио тыңлаһаң, телевизор ҡараһаң, бөтәһе лә ал да гөл һымаҡ. Етәкселәребеҙ матур-матур сығыштар яһай, тау-тау вәғәҙәләр бирә, депутаттарыбыҙ йылдар дауамында иҫәпһеҙ-һанһыҙ закон ҡабул итә, төрлө өҫтөнлөклө программалар тормошҡа ашырыла һымаҡ....

Кемдәр юғары баһаланыр?
Экономика // 5-07-2013, 14:32


Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Респуб­ликаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия ошо премияға конкурста ҡатнашыуға түбәндәге эштәрҙе индерҙе:
1. “Яҡшыртылған экологик үҙенсәлектәргә эйә автомобиль бензины алыу технологияһы”. Авторҙар − Г. Теләшев, А. Әхмәтов, Г. Сидоров.
Башҡортостандың Нефтте химик эшкәртеү институты тарафынан тәҡдим ителде.
2. Өс өлөштән торған “Федераль һәм төбәк ҡануниәтен яраштырыу механизмы” монографияһы. Эш авторы − М. Маликов.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тарафынан тәҡдим ителде.
3. “Күп функциялы үҙенсәлектәргә эйә булған күләмле наноструктуралы металдар һәм иретмәләр”. Р. Вәлиев, Р. Исламғәлиев, И. Александров.
Өфө дәүләт авиация техник университеты тарафынан тәҡдим ителде....

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев “ПОЛИЭФ” заводы менән ҡыҙыҡһынды
Экономика // 5-07-2013, 14:29


Дмитрий Медведев менән бергә Башҡортостанға уның урынбаҫары Аркадий Дворкович, РФ-ның энергетика министры Александр Новак, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Шулай уҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, химия тармағына ҡараған ҙур компаниялар етәкселәре лә ҡатнашты.
Илдә нефть һәм химия сәнәғәте иҡтисадтың мөһим бер тармағы булып ҡала, уның продукцияһын башҡа өлкәләр ҙә ҡуллана. Әммә ярайһы ғына үҫеш булһа ла, экспортта юғары технологиялы продукция өлөшө 10 проценттан да артмай. Күбеһенсә ашлама, синтетик каучук кеүек продукция тарала. Ситкә һатыуҙа иһә тауар төрләнә − химия, пластмасса, буяғыстар һ.б. Бөгөн иң мөһиме – арзан, һәр кем алырлыҡ продукцияға ихтыяжды тәьмин итеү, эске баҙарҙы үҫтереү, оҙайлы ваҡыт­ҡа иҫәпләнгән проекттарҙы тормош­ҡа ашырыу һәм, әлбиттә, дәғүәселек шарттарында эшләргә яраҡлашыу....

Пенсия һанай беләһегеҙме?
Экономика // 5-07-2013, 10:34


Йыллыҡ пенсия коэффициентын иҫәпләгәндә, 13 процентлыҡ һалым һалынмаған тик рәсми эш хаҡы ғына һанала.
Әгәр ҙә граждандың дөйөм страховкалау стажы 35 йылдан ашыу булһа, яңы формула буйынса, уға ҙурыраҡ күләмдә пенсия тәғәйенләнә. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың – 30 – 40, ир-егеттәрҙең 35 – 45 йыл стажының һәр йылына өҫтәмә берәр коэффициент ҡу­шы­ласаҡ. Ә хеҙмәт стажы ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 35, ир-егеттәрҙә 40 йыл булһа, тағы ла бишәр коэффициент өҫтәлә.
Яңы ҡағиҙә буйынса, әрмеләге хеҙмәт, бала тәрбиәләгән осор хеҙмәт пенсияһы стажына индерелә. Шулай итеп, хәрби бурыс үтәгәндең бер йылы өсөн 0,85 пенсия коэффициенты өҫтәлә. Баланың 1,5 йәшенә тиклем декрет ялында булыусыларға түбәндәге тәртип буйынса иҫәпләнә:
беренсе бала өсөн (1 МРОТ) – бер йыл өсөн 0,85 пенсия коэффициенты;
икенсе бала өсөн (2 МРОТ) – бер йыл өсөн 1,7 пенсия коэффициенты;
өсөнсө бала өсөн (3 МРОТ) – бер йыл өсөн 2,55 пенсия коэффициенты....

"Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел"
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 5-07-2013, 10:31


"Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел"Мин Баймаҡ ҡыҙымын. Ҡалалағы 1-се мәктәп-лицейҙы тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сит телдәр төркөмөнә уҡырға индем. Бишенсе курс­та уҡ хеҙмәт юлымды башланым – бер аҙ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп алдым. Унан аэро­порт­ҡа халыҡ-ара терминалға диктор булып урынлаштым. Бер йыл самаһы уҙғас, бер бүлмәлә генә көнөнә әллә нисә тапҡыр бер үк хәбәрҙе ҡабатлап ултырыу ялҡытты. Нисектер ижад етмәй кеүек тойолдо. Тел белгесе булараҡ, артабан филология йүнәлешендә үҫергә ҡарар иттем. Эштән сығып, Сибайға ҡайтып киттем, сөнки унда институтта инглиз теле уҡытыусыһы урыны бушарға тейеш ине. Барһам, эйе, була, тик бер аҙнанан килегеҙ, артабан, тағы бер аҙна көтөгөҙ, тигәнерәк яуаптар яңғыраны. Тора-бара хеҙмәт урынын көтөп ятыуыма ике ай булып китте. Былай булмаҫ, тип, яҡын тирәләге барлыҡ редакцияларҙы урап сыҡтым. Мине Сибай телевидениеһына алдылар, институтта урын бушағансы аҡса эшләргә тигән теләк менән килгәйнем, телестудияла эшләү бик оҡшаны. Ана шулай телевидениеға барып эләктем....

Дания Короллеге лә юғары баһаланы
Экономика // 28-06-2013, 10:22


Дания Короллеге лә юғары баһаланы«Башуралтехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге ил күләмендә маҡсатлы программа булараҡ билдәләнгән әлеге бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Фирма предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, торлаҡ йорттарҙа йылылыҡ энергияһын иҫәпләү, йылылыҡ системаһын автоматлаштырыу йыһаздарын урынлаштыра. Ә өс йыл элек төбәктә яңылыҡ булған проектты ғәмәлгә ашырҙылар: энергия ресурстарын ҡулланыу параметрҙарын иҫәпләү буйынса мәғлүмәттәрҙе тапшырыу комплексын эшкә ҡуштылар. Әйткәндәй, компанияның ойошторолоуына һанаулы ғына йылдар үтһә лә, тормошҡа ашырылған дөйөм әһәмиәткә эйә проекттарҙың һаны буйынса ул энергияны һаҡлау өлкәһендә эшләүсе предприятиелар араһында алдынғы урынды алып тора. Бөгөн «Башуралтехсервис»тың комплекслы хеҙмәтләндереүендә республиканың төрлө ҡалаларында энергия ресурстарынан файҙа­ла­ныу­сы 900-гә яҡын объект иҫәпләнә....

Илһөйәр тауар етештереүселәр арта
Экономика // 17-05-2013, 12:26


Республикала урындағы тауар етештереүселәрҙе дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн күп эш башҡарыла. Әлбиттә, үҙебеҙҙең тауар­ҙы таратыуға ла иғтибар бирелә. Республика етәкселеге тарафынан “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән саҡырыу ҙа иғлан ителгәйне.
Йәнә бер яңылыҡ – “Башҡортостан продукты” (“Продукт Башкортостана”) билдәһе. Уны булдырыу идеяһын БР Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткәйне. Бындай сара республика тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуына йүнәлтелгән. Бөгөн 31 предприятие үҙ продукцияһын ошо билдә аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Уларҙың күбеһе һөт, икмәк-булка продукцияһы, ит һәм кондитер изделиелары, эсәр һыу етештереүҙә махсуслашҡан....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM