НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һитәһе лә витамин!
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 15-08-2016, 15:09


Һитәһе лә витамин!Бөгөнгө йәш ғаиләләр араһында ла умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Улар ата-бабаларҙан ҡалған матур шөғөлдө тағы ла киңәйтеберәк ебәрә, балдан, ҡортсолоҡтан килгән аҙыҡ-түлектең, тауарҙарҙың ассортиментын тағы ла күберәк итеп һата, ҡуллана. Иглин районында йәшәүсе Арсен Зәйнуллин – балсылыҡ менән шөғөлләнеүсе йәштәребеҙҙең береһе. Уның ҡырҡтан ашыу умартаһы бар. Әлбиттә, был тиклем умарта шәхси ихатаға ғына һыйып бөтмәгән, йәш атайҙың умарталары Үктәй ауылындағы матур бер урындағы умарталыҡта тора....

Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 28-07-2016, 22:25


Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы барЭлек-электән ауылда көтөүселәрҙең абруйы ҙур булған. Әйтергә кәрәк, был эшкә тотонорға күптәр йөрьәт итмәй. Бары тик тырыштар һәм түҙемдәр генә үҙенә шундай ҙур бурысты алырға батырсылыҡ итәлер, моғайын. Халыҡ күҙ терәп торған малын улар ҡулына ышанып тапшыра икән, көтөүселәрҙең үҙҙәренән дә ҙур яуаплылыҡ талап ителеүе бәхәс тыуҙырмай.
Нишләптер беҙҙә көтөүселәргә ҡытлыҡ, йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы алдына ҡайҙан көтөүсе табырға тигән һорау килеп баҫа. Быйыл хатта социаль селтәрҙә, тегендә-бында көтөүсе талап ителә, тигән иғландар күренде. Баймаҡ районынан бер фермер 57 баш һыйырын көткән өсөн айына 25 мең һум эш хаҡы түләргә вәғәҙә бирә ине. Насар ғәҙәттәр­ҙән ары торған, көҙгә тиклем көн һайын эшләргә риза булған ир-ат табылдымы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Шулай уҡ Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында үҙ ваҡытында түләнә торған хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы шарттары булған торлаҡ менән ҡыҙыҡтырҙылар....

Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп була
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-04-2016, 13:25


Халыҡҡа кәрәк әйберҙе үҙебеҙҙә лә етештереп булаБаймаҡ егете Әлфир Иҫәнбаев тимерсымдан селтәр үрә

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләп килә. Илфат Сәфәрғәлин, Радик Арғынбаев, Фәрит Ниғмәтуллин ҡырсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнһә, яңы ғына үҙ эшен башлап торған Флүр Мырҙаханов бөтә көсөн баҡсасылыҡҡа һалырға иҫәп тота. Ҙур булмаған ауылда етештереү менән булышҡан шәхси эшҡыуар ҙа бар. Бөгөнгө һүҙебеҙ – нәҡ уның хаҡында....

Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-04-2016, 13:19


Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһындаЮлдар – дәүләттең артериялары, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер ул. Боронғо Рим империяһында, мәҫәлән, юл төҙөүгә һәм уларҙы тейешле хәлдә тотоуға ғәйәт ҙур иғтибар бүленгән. Билдәле, Рим империяһы Урта диңгеҙ ярҙарында урынлашҡан булған һәм уның биләмәләре хәҙерге Испаниянан Төньяҡ Африка дәүләттәренә тиклем барып еткән. Юлды төрлө материал ҡулланып, ҡатлы итеп һалыуҙы тап шул Боронғо Рим төҙөүселәре уйлап тапҡан, йәнәһе. Ни булһа ла, беҙҙең эраға тиклем төҙөлгән Рим юлдары әле һаман урыны-урыны менән һаҡланып ҡалған, тиҙәр....

“Ауырлыҡтары күп булһа ла, теплицала эшләүҙең файҙаһы бар”
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 26-04-2016, 09:47


“Ауырлыҡтары күп булһа ла, теплицала эшләүҙең  файҙаһы бар”Туймазы районының Йүкәлешишмә ауылы фермеры Салауат Ғәбдрәхимов ҡыярҙан көнөнә өсәр тонна уңыш йыйып ала

Ғүмер буйы тиерлек райондың агросәнәғәт тармағында намыҫлы эшләгән, заманында үҙе көн күргән төбәктә үҙидара органын да етәкләгән, әле лә тынғыһыҙ йөрәкле кеше булып ҡалған Салауат Ғәбдрәхимовты Үрге Бишенде яҡтарындағы Йүкәлешишмә ауылында тап килтерермен тип һис кенә лә уйламағайным....

Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа
Махсус бит / Үҙ эшеңде башла! // 25-03-2016, 13:35


Ҡулдарынан матурлыҡ тыуа Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Фирғәт Истәковтың йөрәк йылыһын һалып эшләгән ҡапҡалары, тәҙрә йөҙлөктәре һәм кәрниздәре әллә ҡайҙан балҡып, нурланып тора.

Төбәктә алтын ҡуллы оҫта булараҡ танылыу яулаған Фирғәт Һиҙиәт улы Истәковҡа был һәләт тәбиғәттән бирелгән. Бала саҡтан рәсем төшөрөүгә әүәҫ малай 5-се кластан Өфө ҡалаһының Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында белем ала. Уны уңышлы тамамлағас, әрмегә
алынып, Германияла хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт юлын Аҡморон мәҙәниәт йортонда рәссам-биҙәүсе булып башлай. Артабан Ярат мәктәбендә рәсемдән уҡыта. Оҙаҡламай йәш белгесте ата-әсәһе йәшәгән Сәйғәфәр ауылы мәктәбенә рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Тормошон балаларҙы уҡытыуға бағышлаған
Фирғәт Һиҙиәт улы Сибай педагогия колледжында һәм Магнитогорск дәүләт университетында белемен камиллаштыра....

Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
Проблема / Үҙ эшеңде башла! // 24-03-2016, 15:18


Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр? “Йәшлек” гәзитенең былтырғы 49-сы һәм быйылғы 10-сы һандарындағы эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, мин дә бер аҙ баштан үткәндәр хаҡында яҙып үтергә булдым. Мәҡәләләрҙә “эшҡыуар” төшөнсәһе тураһында төрлө ҡараштан яҙылған. Эйе, ысынлап та, эш башлап китеүе ауыр, сөнки һәр бер нәмә ҙур сығым талап итә....

КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘР
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-12-2015, 14:04


КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘРТын ғына көй аҫтында балсыҡтан үҙ ҡулдарың менән көршәк әүәләү айырым бер зауыҡ, айырым бер донъя кеүек. Һәр хәлдә, хәҙерге ваҡытта төшөрөлгән фильмдарҙа ошо шөғөлгә мөкиббән киткән берәй нәзәкәтле ханым йәки һаҡаллы ир кеше тураһындағы эпизодты йыш күрергә була. Ҡасандыр онотолған, ләкин һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған балсыҡ әүәләү шөғөлөн үҙ иткән кешеләрҙе, бигерәк тә оҫтаханаларҙағы эште күптән күрге килә ине. Шуға ла Салауат районының Малаяҙ ауылындағы балсыҡ оҫтаһын күрергә айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән юлландым.
Алдан уҡ, серле кешелер инде ул, тип күҙ алдына килтереп барған шәхесебеҙ республика, Волга буйы федераль округы, ил кимәлендә ойошторолған һөнәри ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусы, еңеүсе талантлы уҡытыусы Илфат Исмәғилев булып сыҡты. Ул балаларға информатика серҙәрен өйрәтә....

Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 12-11-2015, 10:56


Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәйРушан Зәкир улы быға тиклем үҙенең ышаныслы кешеләре менән берләшеп, төҙөлөш менән булыша. Республиканың ниндәй генә районында булмай улар. Ҡыйыҡ та ябалар, бура бурап та күтәрәләр, нигеҙ ҙә һалалар, ҡыҫҡаһы, ғаилә ҡарау, балалар үҫтереү өсөн төҙөлөштә кәрәк бөтә эштәрҙе лә башҡаралар. Ун өс йылға яҡын ошо эштәрҙә йөрөй торғас, Рушан аныҡ ҡарарға килеп, күңелендәге уй-ниәттәрен тормош­ҡа ашырырға хәл итә һәм быйыл йәй һалым инспекцияһында юл төҙөү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлә....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM