НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
Проблема / Үҙ эшеңде башла! // 24-03-2016, 15:18


Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр? “Йәшлек” гәзитенең былтырғы 49-сы һәм быйылғы 10-сы һандарындағы эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, мин дә бер аҙ баштан үткәндәр хаҡында яҙып үтергә булдым. Мәҡәләләрҙә “эшҡыуар” төшөнсәһе тураһында төрлө ҡараштан яҙылған. Эйе, ысынлап та, эш башлап китеүе ауыр, сөнки һәр бер нәмә ҙур сығым талап итә....

КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘР
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-12-2015, 14:04


КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘРТын ғына көй аҫтында балсыҡтан үҙ ҡулдарың менән көршәк әүәләү айырым бер зауыҡ, айырым бер донъя кеүек. Һәр хәлдә, хәҙерге ваҡытта төшөрөлгән фильмдарҙа ошо шөғөлгә мөкиббән киткән берәй нәзәкәтле ханым йәки һаҡаллы ир кеше тураһындағы эпизодты йыш күрергә була. Ҡасандыр онотолған, ләкин һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған балсыҡ әүәләү шөғөлөн үҙ иткән кешеләрҙе, бигерәк тә оҫтаханаларҙағы эште күптән күрге килә ине. Шуға ла Салауат районының Малаяҙ ауылындағы балсыҡ оҫтаһын күрергә айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән юлландым.
Алдан уҡ, серле кешелер инде ул, тип күҙ алдына килтереп барған шәхесебеҙ республика, Волга буйы федераль округы, ил кимәлендә ойошторолған һөнәри ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусы, еңеүсе талантлы уҡытыусы Илфат Исмәғилев булып сыҡты. Ул балаларға информатика серҙәрен өйрәтә....

Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 12-11-2015, 10:56


Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәйРушан Зәкир улы быға тиклем үҙенең ышаныслы кешеләре менән берләшеп, төҙөлөш менән булыша. Республиканың ниндәй генә районында булмай улар. Ҡыйыҡ та ябалар, бура бурап та күтәрәләр, нигеҙ ҙә һалалар, ҡыҫҡаһы, ғаилә ҡарау, балалар үҫтереү өсөн төҙөлөштә кәрәк бөтә эштәрҙе лә башҡаралар. Ун өс йылға яҡын ошо эштәрҙә йөрөй торғас, Рушан аныҡ ҡарарға килеп, күңелендәге уй-ниәттәрен тормош­ҡа ашырырға хәл итә һәм быйыл йәй һалым инспекцияһында юл төҙөү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлә....

«Халҡыбыҙ лидерҙары эшҡыуарҙарҙан сығасаҡ»
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 12-06-2015, 13:09


«Халҡыбыҙ лидерҙары  эшҡыуарҙарҙан  сығасаҡ»24 йыл буйы Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры булған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Дамир Әнүәр улы Аллаяров тап ошондай фекерҙә .
Илебеҙ кисергән төрлө үҙгәреш-реформаларҙан, ниһайәт, яңы быуын кешеһе формалаша бара тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ тап шундайҙарҙан – эш яратҡан, йүнсел, алдағы көндө уйлаған, ҡулы аҫтындағыларҙың йәшәйешен тәьмин иткән, ҡыйыу рухлы, оло йөрәкле кешеләр рәтенә инә. Беҙ Дамир ағайҙың ҙур тормош тәжрибәһе тураһында һөйләштек һәм эш­ҡыуарлыҡ, милләттәштәребеҙҙең аҡса та­быуға ҡарата битарафлығы, эшҡыуарлыҡҡа нисек өйрәнергә, тигән һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, оло тормош йөгөн тартҡан етәксенең бөгөнгө эшҡыуарлыҡҡа ҡарата фекерҙәре, моғайын, гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр....

ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 17-04-2015, 14:21


ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛКүптәр, яҡшы уңыштың нигеҙе – ҡиммәтле теплицала, тип уйлай. Әлбиттә, сифатлы, ҡиммәтле теплица уңышҡа үҙ өлөшөн индерә. Әммә тере организм тураһында һүҙ барғанда, төрлө сер һәм хәйләне лә иҫтә тоторға кәрәк. Унда үҫтерәсәк йәшелсәнең гибридын, орлоғон ентекле һайлау талап ителә, теплица өсөн махсус сығарылғандарын алыу тағы ла шәберәк. Сорттың ниндәй сиргә, ниндәй шартҡа бирешеүен, сыҙауын белеү мотлаҡ.
Мәҫәлән, ябыҡ тупраҡта үҫергә тейешле гибрид йылыға, дымға мохтаж. Асыҡ һауала үҫеүсе вағыраҡ була, ул әллә ни таралып үҫмәй. Теплицала үҫергә яраҡлы гибридтың ысыҡҡа ла бирешмәүе шарт. Сөнки теплица эсендә дым, һауа мотлаҡ артыҡ дымлы буласаҡ. Тамыры сереп барған сорт та ҡаплаулы тупраҡта үҫеү өсөн яраҡһыҙ....

ИНКУБАТОР СЕБЕШЕ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 17-04-2015, 14:18


ИНКУБАТОР  СЕБЕШЕХәҙер күптәр себеште һатып алыу ғына түгел, үҙҙәре лә инкубаторҙа сығарыу тураһында хыяллана. Һорау булғас, тәҡдимдәр ҙә күп – баҙар инкубаторҙар менән тулды. Рекламаһы иҫ киткес инде уларҙың: “автомат инкубаторҙар”, “себеште күберәк сығара торғандар”, “юғары сифатлы терморегуляторҙар” вәғәҙә итәләр. Ябай шәхси хужалыҡтарға тәғәйенләнгән инкубаторҙы һәр кем үҙенсә һайлай, бында күптәр бер машинаға нисә йомортҡа һыйыуын ғына күҙ уңында тота. Икенсе мөһим мәсьәлә – йоморт­ҡаны дөрөҫ һаҡлау.
Тауыҡ йомортҡаны һалғанда уның температураһы 40 – 42 градус була....

Ергә ысын хужалар кәрәк
Үҙ эшеңде башла! / Объявления // 24-01-2015, 09:53


Муниципаль ерҙәр бынан һуң баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа һатыла башлаясаҡ.
Халыҡ, һатыуға (торг) сығарылған ерҙе һатып алыу ғына түгел, ҡайҙалыр буш торған ерҙәр барлығын күрә икән: “Ошо ерҙе һатып алырға теләйем”, – тигән тәҡдим менән урындағы үҙидаралыҡ органына ла бара ала. Дәүләт йәки муниципалитетҡа ҡараған, ләкин буш ятҡан ерҙе алып, үҙеңдекенә ҡушырға ла мөмкин буласаҡ. Был инде ер участкаларын арзан ғына хаҡҡа алырға ла мөмкинлек бирә. “Ә дәүләткә ни файҙа?” – тип уйларға кәрәкмәй – ҡулланылған ерҙәр әйләнештә буласаҡ. Был инде ерҙең буш ятыуынан күпкә яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, муниципалитеттар дәүләт ерен һатыуҙан үҙ белдектәре менән баш тарта алмаясаҡ. Законды биш йыл буйы әҙерләнеләр, фекер алыштылар. Ғөмүмән, ул баҙар иҡтисады шарттарында ерҙе бик күп йылдар ҡулланыуҙан һуң эшләнгән һығымталар һөҙөмтәһендә әҙерләнгән....

Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 21-11-2014, 12:59


Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларҺеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларҺеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта  баҫаларАльбина апайҙың эштәрендә күңел йылыһы сағыла. Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың бо­рон-бо­рон­дан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Хәҙерге көндә онотола барған кәсептең яңынан тергеҙелеүе ҡыуандыра. Салауатта йәшәүсе Альбина Аҡбашева (Лати­пова) – ана шул кейеҙ баҫыу оҫталарының береһе.
Береһенән-береһе сағыу кейемдәр, елән, сумкалар – уларҙың ба­рыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Ма­газиндағынан һис тә кәм түгел үҙҙәре! Кейеҙҙән эшләнгән әйбер­ҙәр­ҙе Альбина апайҙың оҫта ҡулдары һәм хыялға бай фантазияһы тыуҙырған. Һәммәһе лә ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылғаны күренеп тора. Альбина Рәмзи ҡыҙының был эш менән ныҡлап шөғөлләнеп китеүенә икенсе генә йыл....

Сәскәләр батшабикәһе
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 23-05-2014, 11:03


Сәскәләр  батшабикәһеЙылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәниә Айытҡолова гөлдәр үҫтереүҙән рухи ләззәт кенә түгел, килем дә ала.
Шау сәскәгә күмелеп ултырған йортҡа таң ҡалдым да, хужабикәһе күренмәйме икән, тип тәҙрәләренә ҡарайым. Ай-һай, тәҙрә төптәре лә гөл менән тулы икән дә баһа! Гөлдәр батшалығының хужаһы менән танышмай тороп артабан бер аҙым да яһарға ҡыймай, йорт ҡапҡаһын асмай булдыра алманым инде. Йортон сәскәле-гөллө иткән хужабикә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фәниә Айытҡолова булып сыҡты. Төрлө гөл үҫтереүе менән ауылдаштарын күптән һоҡландыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ошо матур шөғөлөн бәләкәй генә килем сығанағына ла әйләндереп алған әле ул – гөлдәр әленән-әле сәскә ата, яңы ботаҡтар ебәрә. Уларҙы артабан да үҫтерергә кәрәк....

Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 4-04-2014, 16:17


Өфөлә кейеҙ оҫталарының “Тамға” республика симпозиумы һәм “Урал батыр” эпосы персонаждары костюмдары” темаһына кейеҙ кос­тюмдар баҫыу конкурсы үтте. Сараны БР Мәҙә­ниәт министрлығы, Рес­­публика халыҡ ижа­ды үҙәге ойошторҙо, уларға БДПУ вәкилдәре ярҙам итте.
Симпозиумда Өфө, Бело­рет, Октябрьский, Сибай, Учалы, Күмертау, Нефте­кама, Благовещен, Стәр­летамаҡ ҡалаларынан һәм Шишмә, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко райондарынан 28 оҫта ҡатнашты. Барлығы 12 кейеҙ костюм баҫтырылды. Арта­бан әҙер кейемдәрҙә дефиле үткәрҙеләр. Теләүсе­ләргә ошонда уҡ һарыҡ йөнө менән нисек эш итеү, биҙәкләргә өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙы....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM