НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Апрелдә баҡса эштәре
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 21-04-2018, 08:00


Апрелдә баҡса эштәре
Апрель – яҙҙың үҙенә күрә бик тә матур һәм мәшәҡәтле айы. Беҙҙең шарттарҙа апрелдә һауаның уртаса айлыҡ температураһы 3 градус йылылыҡҡа яҡынлаша. Ай аҙағына ҡайһы бер йылдарҙа йылылыҡ 20 – 25 градусҡа ла етә. ...

Юлдарыңа гөлдәр һибелһен
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-03-2018, 07:30


Юлдарыңа гөлдәр һибелһен
йәки Йәш рәссам Нургөл Айсыуаҡова донъяны биҙәп йәшәй

– Үҙ илеңә ҡайт, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, – тигән кәңәш бирә Ҡәнифәгә ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән башҡорт әбейе. Ун һигеҙ йәшенә яңы аяҡ баҫҡан Сураш батыр ҡыҙы хәүеф-хәтәр тулы юлға сыға. Артынан ҡыуа төшкән ҡаҙаҡтарҙан да, бүре өйөрөнән дә имен ҡотола ул. Сая ҡыҙҙың бар теләге – тыуған еренә ҡайтып етеү. Ул әленән-әле кире яҡҡа ҡарап ала, йәнәһе, баҫтырып килмәйҙәрме. Ләкин туҡтамай, тик алға бара, һағая, әммә йөрәге ҡурҡыу белмәй... “Ҡәнифә юлы” риүәйәтендәге ҡыҙ образында батырлыҡ, тәүәккәллек, илһөйәрлек, ауырлыҡтарға баш бирмәү кеүек сифаттар сағыла. Бөгөнгө тормошта ла ҡәнифәләр етерлек. Рәхимһеҙ яҙмышҡа буйһонмай, үҙ бәхетенә ҡыйыу юл ярған гүзәл зат аҙмы ни арабыҙҙа?!
Күптән түгел, интернет киңлеген айҡағанда, Ҡәнифә скульптураһының фотоларына юлыҡтым. Был эштең авторы менән танышыу теләге барлыҡҡа килде. Бар донъя нурға сумған, яҙ һулышы күңелде ҡытыҡлаған көндә йәш рәссам Нургөл АЙСЫУАҠОВА менән осраштыҡ. Матурлыҡты күрә белгән кешенең күңеле лә матур, үҙе лә изге була, тиҙәр бит. Нургөл тап шундайҙарҙан, тәү ҡараштан уҡ әсир итте лә ҡуйҙы....

Тормошто еңеләйтә торған кәңәштәр
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 16-03-2018, 08:00


Тормошто еңеләйтә торған кәңәштәр
✦ Әгәр ҙә яңы танышығыҙҙың йәшен туранан-тура һорарға ҡыймаһағыҙ, уның Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса кемлеген белешегеҙ. Мәҫәлән, эт йылында тыуғандарға 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018 йылдар тура килә. Ә 12 йыл – ҙур ваҡыт арауығы, кешенең ҡиәфәте буйынса теүәл йәшен билдәләүе ауыр булмаҫ....

Нимә ул пикировка?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 6-03-2018, 07:00


Нимә ул пикировка?
Минең бер танышым помидор орлоғон тәүҙә бәләкәй йәшниктәргә ҡуйы итеп сәсә лә, 15 көндән һуң һәр береһен айырым һауытҡа күсереп мәшәҡәтләнә. Уларҙы башта уҡ айырым сәсеп булмаймы икән ни?
Т. СӘҒИТОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Һеҙҙең танышығыҙ, күрәһең, бик белемле баҡсасы. Ул шулай итеп үрсетмәгә пикировка яһай. Сөнки помидорҙың тамыры тура үҫеүсән. Ә күсереп ултыртҡанда тамырҙың өстән бер өлөшө өҙөп ташлана. Шулай итеп, түтәлгә ултыртҡандан һуң тамыр тәрәнгә үҫеп китмәй. Ерҙең уңдырышлы ҡатламы иһә 35 – 40 см тәрәнлегендә генә. Әгәр етерлек йылы булып, помидорҙы тура түтәлгә сәсһәк, 4 – 5 аҙнала уның тамырҙары 100 – 150 см тәрәнлеккә китер ине. Ә ул тәрәнлеккә ашлама индереү мөмкин түгел.
...

уңыш мул булһын тиһәгеҙ…
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 4-03-2018, 08:00


уңыш мул булһын тиһәгеҙ…
Мартта ағас-ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләргә кәрәк. Бөрөләр уяныу менән ҡоротҡос бөжәктәр ҙә терелә. Уңыш мул булһын тиһәгеҙ, емеш ҡыуаҡтарының сирҙәрен алдан дауалағыҙ.

Ҡара ҡарағат
Ҡар иреп бөтмәҫ элек, март урталарында сирҙәре булмаһын өсөн лейка менән эҫе һыу һибәләр. Иғтибарлы булығыҙ, бөрөләр сыҡмаған булырға тейеш. Бәшмәк ауырыуҙары һәм вирус­ҡа ҡаршы нитрофен иретмәһе бөркәләр. Ҡар ирегәс, 1 квадрат метрға 20 грамм селитра һәм 15 грамм мочевина иҫәбенән ашлама индерәләр. 20 – 30 мартта ботаҡтарын ҡырҡалар. Апрель аҙағында, ҡар һыуҙары кипмәҫ элек, яңы үҫентеләрҙе ултырталар. Фосфорлы ашламалар ҙа ҡарағат өсөн файҙалы.
Крыжовник
Сәскә атҡансы уҡ нитрофен һәм хлорофос иретмәләрен бөркөргә кәрәк. Аҡ ҡуныҡ менән зарарланған ботаҡ остарын ҡырҡалар. Ҡар ирегәс, калийлы ашламалар индереп, тупраҡты йомшартырға кәрәк.

Сейә, слива

Арҡыры һәм эскә табан үҫкән, кипкән ботаҡтарҙы ҡырҡалар. Бөрөләр асылғансы, нитрофен, хлорофос иретмәләрен бөркөргә онотмағыҙ. Сейә менән слива калийлы ашлама­ларҙы ярата.

Ҡурай еләге

Бөрөләр асылғансы 10 литр һыуға 500 грамм иҫәбенән мочевина иретмәһе менән эшкәртеү талап ителә. Барлыҡ ботаҡтарҙың да осон 20 сантиметрға ҡыҫҡарталар. Ҡыуаҡтарға 10 литр һыуға 30 грамм карбофос,100 грамм борос ҡушып, һиптерәләр. Ҡурай еләге калийлы ашламаларҙы ярата.

Алмағас

Сәскә атҡансы ағастың аҫҡы олонон аҡҡа буярға, ҡайырыһын таҙартырға кәрәк. Бәшмәк ауырыуҙарына, вирустарға ҡаршы махсус препараттар менән эшкәртһәгеҙ, сәскәләре лә ҡойолмаҫ, емеше лә зарарланмаҫ....

Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл башланды
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 3-03-2018, 10:00


Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл башланды
Март – яҙҙың тәүге айы. Баҡсала әле ҡар ята. Әммә ҡояшлы көндәр артты, яҙҙың яҡынлашыуы һиҙелә. Марттың икенсе яртыһында ҡар әкренләп ултыра һәм ирей башлай. Был айҙа йәшелсә үҫтереүселәр төп иғтибарын асыҡ ерҙә ултыртылырға тейешле йәшелсә культураларының үрсетмәләрен өй шарттарында ла, парниктарҙа, теплицаларҙа үҫтереүгә йүнәлтә. Өй шарттарында иртә өлгөрә торған помидорҙы үрсетмә өсөн – март башында, һуң өлгөргәндәрен 18 – 21 мартта сәсәләр, ә баклажан, татлы борос үрсетмәләре март башында беренсе япрағын сығарып өлгөрә. Парник йылы булһа, иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, йәшел килеш файҙаланыу өсөн редис, һуған, петрушка, укроп сәсергә мөмкин.
Баҡсасылар был айҙа асыҡ грунтҡа минераль ашламалар индереүҙе дауам итә, баҡсала ҡар тота.

Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл башланды...

Туҡымалар – уның әхирәте
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 27-02-2018, 07:00


Туҡымалар – уның әхирәте
11 йәштән күлдәк теккән Рәшиҙә Ҡоҙашева артистарҙы кейендерә

Кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, тигән әйтем һәр ваҡыт үҙен аҡлай. Кешенең холҡон, эшләгән эштәрен белмәҫ элек уның ҡиәфәтенә һәм кейеменә ҡарап фекер тыуа. Ә артист халҡы өсөн ул бик мөһим фактор булып тора. Сәхнә күрке, биҙәге булыр өсөн таланттан тыш, зауыҡ һәм матурлыҡ тойғоһо ла кәрәк. Ә был матурлыҡты кемдәр тыуҙыра? Әлбиттә, тегенселәр. Көндәлек кейемдән сәхнәнеке айырылып торорға тейешлеге – яҙылмаған закон ул. Һәр хәлдә баҙарҙа һатылған күлдәктең сәхнә ҡанундарына тап килеүе икеле....

“Техника – минең тормошом”
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 22-02-2018, 07:00


“Техника – минең тормошом”Шамил Хөснөтдинов 15 сәғәт буйына туҡтамайынса машина йүнәтеп, рекорд ҡуйған
Мәләүездә һәләтле балалар күп. Шуларҙың береһе – 3-сө гимназия уҡыусыһы Шамил Хөснөтдинов. Ул бәләкәйҙән машина менән ҡыҙыҡһына. Өфөнән апаһы алып ҡайт­ҡан уйынсыҡ машиналар­ҙы боҙоп йыйыу яратҡан шөғөлө була. Алты йәшенән машина йөрөтөргә өйрәнә. 2015 йылдан ныҡлап техника менән ҡыҙыҡһына башлай. “ВАЗ – 2106” машинаһын һүтеп, тулыһынса яңынан йыя....

Петунияларҙы нисек сәсергә?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 16-02-2018, 09:00


Петунияларҙы нисек сәсергә?
Йәйге баҡсалағы күпереп сәскә атҡан петуния кемде генә һоҡландырмай икән. Уңған баҡсасылар уны гөл һауыттарына, аҫылмалы көршәктәргә ултыртып, ихаталарын, йорттарын биҙәй. Был сәскәләр июнь башында уҡ сәскәләре менән һеҙҙе һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, үҫентеһен февраль башында уҡ ултыртыр­ға кәрәк. Май аҙағы, июнь уртаһына тиклем ҡырауҙар булғас, беҙҙә март башында әлеге сәскә үҫентеһен ултыртырға мөмкин. Асыҡ тупраҡҡа ултыртыу өсөн сәскә 12 – 13 аҙна йылыла үҫергә, тамыр системаһын йәйелдереп, нығытырға тейеш. Петуния еңел, һауа үтеп ингән, ашламалы тупраҡты ярата. Орлоҡтары ваҡ булғас, сәсеүе лә мәшәҡәтле. Шуға ла тупраҡ өҫтөнә тәүҙә ҡар һалыр­ға, һуңынан орлоҡто уның өҫтөнә һибеп сығырға кәрәк. Бер урынға бер нисә орлоҡ төшһә, осло әйбер менән таратып сығығыҙ. Ҡар ирегәс, орлоҡ үҙе тупраҡты тишеп төшөп шытасаҡ. Һауытты үҫентеләрегеҙ морон төрткәнсе пленка менән тығыҙлап ҡаплап ҡуйығыҙ. Петуния әсе тупраҡты яратмай. Һабаҡтары буйға оҙонайып китмәһен өсөн яҡты урынға ултыртығыҙ.
...

Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 15-02-2018, 08:30


Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк
Ҡыш етһә лә, баҡсасының мәшәҡәттәре барыбер кәмемәй. Йәйге уңыш күләме ағас-ҡыуаҡтарҙың нисек ҡышлауына бәйле. Еләк-емеш ағастарының бигерәк тә тамыр системаһы һалҡынға тиҙ бирешеүсән. Ҡар аҙ булған йылда 15 – 20 градус һалҡында уға зыян килергә мөмкин. Шуға күрә ағас төбөнә ҡалын итеп ҡар өйөп ҡуйырға кәрәк. Ҡар – яҙғы дым запасы ла. Һыуыҡтан ағастың олонон, иң ҙур ботаҡтарының төбөн һаҡларға кәңәш ителә. Улар зыян күрмәһә, башҡа ботаҡтар өшөгәндә лә ағас үҫеп китә ала. Көн йылытҡан ваҡытта ағастарға кимереүселәр һөжүм итә. Уларға юл ҡалдырмаҫ өсөн ағас төбөнә ҡар өйөп, ныҡлап тығыҙлап тапап сығығыҙ. Йәш үҫентеләрҙең төбөн капрон колготки менән урағыҙ.
Ҡышын ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп, ем һалып, улар­ҙы йорт янына эйәләштерегеҙ. Йәйгеһен ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Емеш ағастарын тағы бер тапҡыр ҡарап сығығыҙ. Уларҙа үрмәксе ауына төрөлгән япраҡтар осрауы мөмкин. Был – яҙға сығырға тейешле ҡоротҡостарҙың оялары. Уларҙа 10 – 15 ҡорт була. Ошондай ҡороған япраҡтарҙы йыйып алып яндырығыҙ. Кипкән, серегән емеш ҡалдыҡтарын да шулай юҡ итегеҙ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM