НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 17-06-2018, 07:30


Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Баҡсасылар, кәбеҫтә үҫтерә алмайым, ҡорт ашай, йә күсәнләнмәне, тип зарлана. Минең баҡсамда ул емерелеп уңа. Был йәшелсә дым ярата. Уға көн һайын бер төпкә бер күнәк иҫәбенән йылымыс һыу һибәм. Аҙнаһына бер мәртәбә кер һабыны иретмәһен бөркәм. Июль айында шулай эшләгәндә, бер бөжәк тә булмай. Күсәне күренә башлағас, кәбеҫтә күбәләктәрен ҡурҡытыу өсөн ике тапҡыр еҫле тәмәке һибәм. Көлдө лә йыш ҡулланам. Ул бер яҡтан ашлама булып торһа, икенсенән, зарарлы бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы ла үлтерә. Көлгә кер һабыны ҡушып, кәбеҫтә япраҡтарына һалырға мөмкин. Йәшелсә үҫтергәндә бер ниндәй ҙә химик препаратты ҡулланмайым. Һыйыр тиҙәген әсетеп һалһаң, кәбеҫтә ҡотороп үҫә. Үҫтереп ҡарағыҙ. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтәләрем үҫеп етеп, күсәне ярыла башлаһа, уны 180 градусҡа бороп ултыртам. Тамырҙары өҙөлгәс, һабаҡта үҫмәй, һулымай ҙа.

З. САФИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы....

Помидорҙың уңышын нисек арттырырға?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 10-06-2018, 08:00


Помидорҙың уңышын нисек арттырырға?
Башҡа йәшелсә культуралары кеүек, помидор ҙа үҙенә иғтибар талап итә, шунһыҙ юғары уңышҡа өмөтләнәһе түгел. Үҫентене асыҡ тупраҡҡа ултырт­ҡас, яҡшы итеп һыу һибеп, ашламалар менән туҡландырһаң, ул бик көслө итеп тармаҡлана. Тамыры көслө булһа, уңышты ла мул бирә.
Беренсе туҡландырыу ике аҙна үткәс башҡарыла. Һәр квадрат метрға 30 г иҫәбенән ҡатнаш ашлама – нитрофос менән туҡландыралар. Бының өсөн шул ашламаны бер күнәк һыуҙа яҡшылап иретәләр һәм һәр үҫемлекте 1 л иҫәбенән иретмә менән ашлайҙар ҙа, мул итеп һыу һибәләр. Икенсе тапҡыр үҫемлектәрҙе емеше ярала башлағанда, азотлы ( мочевина) һәм калийлы (көл) ашламалар менән туҡландыралар. Өсөнсө тапҡыр минераль ашламалар һибергә кәрәк. Һыйыр тиҙәге иретмәһе һалһағыҙ, тағы ла яҡшы. Бер күнәк һыйыр тиҙәгенә алты күнәк һыу ҡушығыҙ. Ҡош тиҙәген дә һалырға була. Бер өлөш тиҙәккә 10 – 12 өлөш һыу алына. Тамырҙарға үтеп инһен өсөн бер төпкә бер литрҙай ашлама китә....

Виноград иғтибар талап итә
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 8-06-2018, 08:00


Виноград иғтибар талап итә
Йыл һайын виноград алып ултыртам. Ниңәлер тамыры ерегеп китә алмай. Сәбәбе нимәлә икән?

Т. Ғәлиева.
Дыуан районы.

Виноград үҫтереп ҡарарға теләгегеҙ булһа, беҙҙең һалҡын климат шарттарына сыҙам «Изабелла», «Платовский», «Юбилейный», «Башкирский ранний», «Башкирский изумруд» сорттарына туҡталығыҙ. Тәлгәштәре бәләкәй генә булһа ла, 32 градус һалҡынға да түҙәләр. Үҫентеләрҙе баҙарҙан алмауығыҙ хәйерле, ышаныслы баҡсасыларҙан ғына алырға кәрәк....

Үрсетмәләрҙе туҡландырығыҙ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 20-05-2018, 07:00


Үрсетмәләрҙе туҡландырығыҙ
Май айы тамамланғансы үрсетмәләр өйҙә тәҙрә төптәрендә үҫә әле. Асыҡ тупраҡҡа ултыртҡанға тиклем уларҙы даими туҡландырып тороу зарур. Күптәр был эште мөһим тип һанамай.
Үҫемлектәрҙе файҙалы микроэлементтар менән туҡландырыу уларҙың һыуыҡҡа, төрлө сирҙәргә сыҙамлылығын арттыра. Ашлама һибер алдынан тамырҙары янмаһын өсөн иң тәүҙә таҙа һыу ҡойоғоҙ. Ашламағанда, улар сиргә бирешә, япраҡтары һарғая башлай. Помидор үҫентеләренә яҡшыраҡ үҫһен өсөн йод иретмәһе һибәләр: 3 л һыуға 1 тамсы йод тамыҙырға һәм иретмәне үҫентенең төбөнә һибергә. Йодлы иретмәне баҡсаға сығарып ултыртҡас тағы ла һибергә мөмкин. Помидор эре буласаҡ, йод уны фитофторанан да һаҡлай.
Үрсетмәләрҙе туҡландырыу өсөн Унифлор Рост, Кемира Люкс, Агрикола, Гуми һ.б. препараттарҙы ҡулланалар.
...

Ҡоротҡостар бүлешмәһен уңышты
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 19-05-2018, 07:30


Ҡоротҡостар бүлешмәһен уңышты
Баҡсала эште ҡоротҡостарҙан арыныу­ҙан башларға кәрәк. Ә улар бик күп, ҡайһы саҡта бер ағасҡа бер нисә ҡуңыҙ, ҡарышлауыҡ эйәләшергә мөмкин.

Ағас төбөндә ялтырап торған тамсылар күрен­һә, уны оҙон морон (жук-долгоносик) тишкеләп киткән тигән һүҙ. Ул бер ҡыуаҡты ла буш ҡалдырмай. Был ҡуңыҙ һалҡынға түҙмәй. 10 градус һыуыҡта ҡатып ҡала. Шунда уҡ йыйып юҡ итергә кәрәк.
Япраҡ төргөс тә (листовертка) бөрөләрҙе тишкеләп юл яра. Йөрөгән ерен үрмәксе ауы менән ҡаплап китә....

Еләк яҡты урынды ярата
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 6-05-2018, 08:00


Еләк яҡты  урынды ярата
Баҡсамда баҡса еләге үҫтерә алмайым. Түтәлдәр ҡойма буйында урынлаш­ҡан. Яҙғыһын көл һибеп торһам да, уңышы аҙ була. Үҫентеләрҙе әллә яңыртырғамы икән, тип тә уйлайым. Кәңәш бирегеҙ әле.
Л. Ғиләжева.
Ҡырмыҫҡалы районы....

Балсы ҡулынан бал тамыр
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 3-05-2018, 07:00


Балсы ҡулынан бал тамыр
йәки Бал ҡорттарын рамһыҙ ҡарау ысулын һеҙ ҙә өйрәнһәгеҙ, һис тә үкенмәҫһегеҙ

Бал ҡорто үҙенең хужаһы – умартасыға ғына түгел, ә бөтә кешегә, тәбиғәткә ыңғай йоғонто яһай. Бер күрәҙәсе: “Ҡорт бөтһә, кешелек тә бөтә”, – тигән. Ул бының менән беҙҙең йәшәйештә бал ҡорттарының ифрат ҙур роль уйнағанын әйтергә теләгәндер. Бал, балауыҙ, ҡорт елеме, һитә, инә һөтө – бына беҙгә был йән эйәләре биргән төп ризыҡтар. Бөтәһе лә файҙалы: үҙең ҡулланһаң да, һатыу итһәң дә. Ул ғына ла түгел, бал ҡорттарын тәрбиәләү, эшмәкәрлектәрен күҙәтеү, умарталар араһында йөрөп эшләү – үҙе бер ләззәт. Тәү ҡараш­ҡа ябай бөжәктәр умартасы тормошона күпме йәм өҫтәй, дәртен арттыра.
...

Һуған уңышы мул булһын тиһәң…
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 1-05-2018, 07:00


Һуған уңышы мул  булһын тиһәң…
Һуған яҡшы итеп ашлама индерелгән һәм дымландырылған ерҙе ярата, балсыҡлы урында насар үҫә. Уны элек ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, шалҡан, редис, сельдерей кеүек йәшелсәләр үҫкән ергә сәсеү отошло. Орлоҡто сәсергә ике аҙна ҡалғас, түтәлдәр әҙерләгеҙ. Уларҙың бейеклеге 15 – 20 см булһын. Һәр квадрат метрға ярты биҙрә серетмә, торф-тиреҫ компосы, ике стакан ағас көлө һалығыҙ. Яҙ иртә килгән йылдарҙа, тупраҡ йылынғас, апрелдән дә ҡалмай һуған ултыртырға була. Шытыуҙы тиҙләтеү, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан ҡотҡарыу өсөн орлоҡтарҙы йылы һыуҙа йыуып, марганцовка иретмәһендә сылатып ( 2,5 литр һыуға ярты грамм алына), 40 градус йылылыҡта 20 минут тотоу шарт. Шунан һуң ике мәртәбә йыуып, орлоҡтарҙы бер аҙ һыуҙа тотоғоҙ. Һуған тупраҡҡа ике сантиметр тәрәнлектә ултыртыла. Орлоҡтар араһы биш сантиметр булыуы шарт. Тәүге айҙарҙа һыуҙы күп һибергә кәрәк. Ул ҡырауҙан ҡурҡмай. Был йәшелсәне һыйыр, ҡош тиҙәге, минераль ашламалар менән туҡландырыу яҡшы. Ер артыҡ ҡатып китмәһен, ваҡытында ҡыйын йолҡоп тороғоҙ. Уңыш июль аҙағында, ҡойма ямғырҙар башланғансы йыйып алына. Ҡыяҡтары менән бергә йолҡоп, ике аҙна самаһы елләтелеп торған урында киптерәләр.
...

Ағас ултыртып ҡалығыҙ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 26-04-2018, 07:00


Ағас  ултыртып  ҡалығыҙ
Тупраҡ ҡар һыуҙары менән туйынған мәлдә, апрелдә, ағас ултыртыу яҡшы. Соҡорҙарҙы көҙгөһөн үк әҙерләп ҡуялар.
Ултыртыр алдынан органик һәм минераль ашламалар һалырға онотмағыҙ. Органик ашлама сифатында тиреҫ, торф, серетмә ҡулланалар. Яңы тиреҫ һалырға ярамай. Минераль ашламаларҙан фосфорлы һәм калийлы ашламалар тәҡдим ителә. Суперфосфат иң яҡшы фосфорлы ашлама тип һанала. Әсе тупраҡ өсөн фосфор онон да файҙаланырға була. Калийлы ашламаларҙан хлорлы калийҙы файҙаланырға мөмкин. Улар булмағанда нитрофоска ҡулай. Ашламаларҙы тупраҡ менән ҡатнаштырып бутап, ағастың төбөнә күмергә....

Нисек ҡарбуз үҫтерергә?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-04-2018, 08:00


Нисек ҡарбуз үҫтерергә?
Беҙҙең тәбиғәт шарттарында ҡарбуздың һыуыҡҡа сыҙамлы, районлаштырыл­ған һәм иртә өлгөрә торған сорттарын ултыртырға кәрәк. «Огонек», «Сахарный малыш», «Ультраранний», ҡауындың «Колхозница», «Золотинка» сорттары яҡшы. Орлоҡтарҙы иң тәүҙә марганцовка иретмәһенә һалып алығыҙ. Еүеш марля, һыулы мүк һалынған тәрилкәлә шыттырып алғас (өс көндә морон төртәләр), бәләкәй стакандарға сәсәбеҙ. Үҫенте ултыртҡан һауыттың төбөн тишегеҙ. Был эштәр апрелдең һуңғы аҙнаһында теүәлләнә. Үрсетмә мотлаҡ ҡояш төшкән, яҡты урында ултырһын. Уны майҙың икенсе яртыһында йылытылған теплицаға сығарырға. Ҡауын менән ҡарбузды ҡыярҙан мөмкин тиклем алыҫ ултыртырға кәрәк. Сөнки уларҙың ауырыуҙары бер төрлө. Үҫентеләр өсөн кесерткән үҫкән, кәҫ аҫтынан алынған тупраҡ яҡшы. Бер биҙрә тупраҡҡа ике стакан ярым көл ҡушыла. Иң яҡшыһы – һалам көлө. Ошо һауытҡа ике шырпы ҡабы азотлы ашламалар ҙа өҫтәлә. Әлбиттә, тупраҡҡа яҡшы серетмә лә ҡушығыҙ. Асыҡ ергә ҡыяр менән ҡауынды тупраҡ йылынғас, ҡырауҙар бөткәс, июндең урталарында сығарырға мөмкин. Түтәлгә тиреҫ, бысҡы сүбе, ҡом һалыу ҙа яҡшы. Үҫемлектәрҙе 40 – 50 см ара ҡалдырып, шахмат тәртибе рәүешендә ике рәт итеп ултыртырға....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM