НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Помидор үҫтереү серҙәре

Помидор үҫтереү серҙәре


Помидор үҫтереү серҙәре
Баҡса – күптәребеҙ өсөн тәжрибә урыны ла ул. Шуға ла беҙ унда йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңынан-яңы үҫемлектәр үҫтереп, яңы сорттарҙы ултыртып ҡалырға тырышабыҙ. Был помидорҙарға ла ҡағыла. Һуңғы тиҫтә йылда әллә күпме яңы гибрид сорт барлыҡҡа килде. Улар элеккеләренә ҡарағанда төрлө сирҙәргә ҡаршы тороусанлығы, һалҡынға сыҙамлылығы, юғары уңыш бирергә һәләтле, хатта декоратив булыуҙары, өҫтөнлөклө яҡтары менән айырылып тора. Бынан тыш, һуңғы осорҙа помидор тураһында һүҙ сыҡҡанда, беҙгә йыш ҡына детерминант һәм индетерминант сорттар тураһында ишетергә тура килә. Уларҙың тәүгеһе, билдәле бер күләмдә ботаҡтар үҫтергәс, үҙҙәренең үҫешен тотҡарлай һәм асыҡ һауала ултыртыу өсөн файҙаланыла. Индетерминант сорттарҙа иһә төп һабаҡтың үҫеше оҙаҡ ваҡыт дауам итә. Бындай сортлы помидорҙар юғары уңыш бирергә һәләтле һәм уларҙы ябыҡ грунтҡа ултыртыу яҡшы.

Йыш ҡына һатып алған орлоҡтарҙың күп өлөшө «буш» була. Шуға ла үҫентеһеҙ ҡалмаҫ өсөн башта уларҙы тоҙло йылы һыуға һалып ҡарарға кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалып иретеп, шуға помидор орлоҡтарын һалып болғатырға. Стакан төбөнә төшөп ятҡандары ултыртырға ярай тигәнде аңлата, өҫкә күтәрелгәндәрен алып ташларға кәңәш ителә. Тоҙло һыуҙан алғас, ултыртаһы орлоҡтарҙы сайҡарға онотмағыҙ. Уларҙы «Байкал Эм1» препараты (башҡа махсус препараттар ҙа ярай) ҡушылған һыу һалып еүешләтелгән туҡымала 10 – 12 сәғәт буйы ятҡырғандан һуң, алдан әҙерләп ҡуйылған йәшниккә 1 см тәрәнлектә, араларын 2 – 3 cм ҡалдырып, тупраҡҡа сәсергә. Помидор серетмә ҡатыш торфлы тупраҡты ярата, фосфорлы- калийлы ашламаларға һиҙгер (1 биҙрә тупраҡҡа өстән бер өлөш суперфосфат һәм 2 – 3 стакан көл һалырға). Йәшниктең өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы һәм яҡты урынға (20 – 23 гра­дус йылылыҡ талап ителә) урынлаштырырға. 7 – 8 көндән һуң беренсе үҫентеләр баш ҡалҡытыр. Улар 5 – 7 сантиметрға тиклем үҫкәс, үҫентеләрҙе яртылаш тупраҡ һалынған 400 грамлы стакандарға күсереп ултыртырға онотмағыҙ. Үҫкәндә һауытҡа әҙ-әҙләп тупраҡ өҫтәргә кәрәк һәм ян-яҡ япраҡтарын өҙөп ташларға кәңәш ителә. Аҙнаһына бер тапҡыр шыйыҡ органик ашлама менән туҡландырып барыу шарт. Үҫенте 30 – 40 см бейеклеккә еткәс, көслө тамыр системаһын үҫтереү өсөн 1 литрлы һауыттарға күсереп ултыртһаң үҫенте ныҡ булыр. Әгәр ҙә үҫентене май баштарында уҡ теплицаға ултыртырға планлаштыраһығыҙ икән, быны эшләмәһәгеҙ ҙә була.
Пленка аҫтына сығарып ултыртыу өсөн помидорҙы 1 – 10 март­ҡа тиклем, асыҡ грунтҡа ултыртыу өсөн марттың 25-нән апрелдең 5-нә тиклем сәсеү яҡшы. Үҫентеләр сыҡҡас, һыуҙы һирәк, ләкин мул итеп һибергә кәрәк. Асыҡ грунтҡа сығарырға ике аҙна ҡалғас үҫентеләрҙе сыныҡтырыу зарур.
Рәсәйҙең урта зонаһында үҫтереү өсөн помидорҙың түбәндәге сорттары яҡшы:
✔ «Москвич» – иртә өлгөрә. Уның аҫҡы һабаҡтарын өҙөргә, таяҡҡа бәйләргә түгел. Шытып сыҡҡандан һуң 80 көндә бешә.
✔ «Монгольский карлик», «Драгоценность» сорттары ла тиҙ өлгөрә. Уларҙы тәрбиәләүе еңел. Фитофтора башланғансы өлгөрөп етә. Төп уңыш өлгөргәнсе, июлдә ашай башларға мөмкин.
✔ «Взрыв», «Сладкий мой», «Бедуин», «Желтоплодный золотой» сорттары август башында бешә.
Консервалау өсөн эшкәрткәндә ҡабығы бик һыҙырылмаған «Драгоценность» сорты бик яҡшы. Тәжрибәле баҡсасылар «Русский любительский сладкий», «Розовый гигант» кеүек ҙур булып үҫеүсе сорттарға өҫтөнлөк бирә. Помидорҙар эре, итләс була.
✔ «Долгохранящиеся» сорты ла бик популяр. Помидор һабаҡта ҡыҙармай, уны йәшел килеш йыялар, ҡыш айҙарына тиклем ҡыҙара.
✔ «Бычье сердце» (гибрид). Сиргә бик бирешеп бармай. Ҡоролоҡта ла яҡшы үҫә. Аҫҡы япраҡтарын дөрөҫ итеп өҙөргә кәрәк. Бер төптән 5 кг уңыш алырға мөмкин.
✔ «Дамские пальчики» – иң әрһеҙ сорт. Һыуыҡтан, ямғырҙан ҡурҡмай. Ҡояшлы, ашлама менән туҡландырылған уңышы яҡшы була. Ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуйыу өсөн яҡшы.
✔ « Белый налив» сорты һал­ҡынға сыҙамлы. Һабағы ярты метр­ға тиклем етә. Помидоры итләс. Фитофторозға бирешмәй.

Сығыу ваҡыты 13-02-2018, 15:59 | Ҡаранылар: 462
|
  • Ер еләген үҫтереү
  • Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?
  • Ҡыш – орлоҡ һайлау осоро
  • ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛ
  • Июнгә ай календары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM