RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матурлыҡҡа ынтылған күңел

26.10.2017 Матурлыҡҡа ынтылған күңел

Матурлыҡҡа ынтылған күңелКүңеле матур кеше генә тирә-яғын, йәшәгән йортон, көнкүрешен матурлыҡҡа сорнарға тырыша. Ә матурлыҡ төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер магазиндан һатып алынған затлы әйберҙәрҙе баһалаһа, кемдер үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡты өҫтөн күрә. Ейәнсура районының Биштирәк ауылында йәшәүсе Гөлһылыу Тимербаева – ҡул эштәренә маһир уңғандарҙың береһе. Ябай ғына ептән ысын сәнғәт өлгөһө тыуҙырған етеҙ ҡулдарға һоҡланмау мөмкин түгел.

Гөлһылыу сәләмәтлеге арҡаһында бала саҡтан уҡ мәктәптә белем алыуҙан мәхрүм ҡала. Хәҙерге заман булһа, Рәис ағай менән Көнһылыу апай мотлаҡ ҡыҙҙарына өйҙә белем биреү өсөн уҡытыусы юллар, бик булмаһа, махсус интернатта уҡытыу сараһын күрер ине. Тик бынан 25 йыллап элек, райондың иң төпкөл ауылында изге күңелле, матурлыҡ яратыусы кескәй ҡыҙ балаға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр һирәк була. Шулай ҙа Гөлһылыуға ата-әсәһе үҙ аллы уҡырға, белем серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Һүрәт төшөрөргә таланты барлығын белгәс, атаһы уға магазиндан альбом һәм төҫлө буяуҙар, ҡәләмдәр алып ҡайта. Әсәһе иһә Ейәнсура ҡатындарына хас һөнәр – шәл бәйләү серҙәрен өйрәтә башлай. Тик бәләкәй ҡыҙ ҡулына энә тоторға өйрәнеү менән төҫлө ептәргә тартыла. Тәүҙә ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләргә өйрәнә, артабан ырғаҡ ярҙамында биҙәкле шәлдәргә, косынкаларға, кофталар­ға тотона. Бөгөн инде Гөлһылыу күберәк бәйләнгән күлдәктәрен генә кейергә тырыша. Интернет мөмкинлектәре асылғас, ҡыҙ яйлап ҡына сәйлән, мәрйендәр менән биҙәлгән сувенирҙар эшләргә өйрәнә, сигеү менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Көнһылыу апай төҫлө ептәр алырға, махсус журналдар яҙҙырырға аҡсаһын йәлләмәй. Гөлһылыу ғына күңелен төшөрмәһен, яратҡан шөғөлө менән матурлыҡ тыуҙырһын. Хәҙер инде туғандары ла, уның ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, бүләккә кәрәкле материалдар алып килә. Ә ҡыҙ, улар­ға яуап итеп, әҙер ҡул эштәрен бүләк итә.
Гөлһылыу Тимербаева “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, “Башҡортостан” гәзите ойошторған ҡул эштәре конкурстарында ҡатнашҡан, ә Ейәнсурала ойошторолған байрам күргәҙмәләре уның әйберҙәре ҡуйылмайынса үтмәй тиергә лә мөмкин. Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра алған кешегә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайһың, хатта бер аҙ көнләшеү менән, эстән генә: “Их, уның кеүек булдыра алһаң икән!” – тип уйлай-уйлай, ҡул эштәрен ҡабат-ҡабат тотоп ҡарайһың. Ябай ғына нәмәнән зауыҡлы, һәр береһе сәнғәт өлгөһөнә тиң әйбер эшләй алыусы, шул уҡ ваҡытта мөмкинлектәре сикләнгән булып та, тормоштарын биҙәп йәшәүсе кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Бына шундай көслө рухлылар беҙҙең тормошҡа, һәр көнөбөҙгә йылылыҡ, йәнлелек һәм матурлыҡ өҫтәй ҙә инде.
Һуңғы арала Гөлһылыу интернет селтәрендә шиғырҙар уҡыу менән дә мауыға. Йәш шағирҙарҙың ижады менән таныша, күңеленә ауаздаш шиғырҙарҙы ҡабат-ҡабат уҡыу өсөн үҙ сәхифәһенә лә күсерә. Кескәй генә йөрәктә яралған тормошҡа мөхәббәт хисе йәш күңелдә шулай матурлыҡ булып тышҡа урғылалыр...

Нургөл ШӘРИПОВА.

Тимур ИШКИНИН фотолары.

Матурлыҡҡа ынтылған күңел
Матурлыҡҡа ынтылған күңел
Матурлыҡҡа ынтылған күңел
Матурлыҡҡа ынтылған күңел










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай