НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ

Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ


Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ
Халҡыбыҙҙа эш кешеһен данлаған бихисап мәҡәл һәм әйтем бар: “Һөнәрҙең артығы юҡ”, “Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ”, “Һөнәрле кеше үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”... Был аҡыллы һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Замандың төрлө шауҡымына бирелеп, йәштәр еңелерәк, вазифалыраҡ эшкә өҫтөнлөк бирә башланы. Һәр өсөнсө кеше – юрист йә иҡтисадсы. Ә хеҙмәт баҙарында йорт һалыусылар, мебель эшләүселәр, кейем тегеүселәр аҙ.

Яңыраҡ интернет селтәрҙәрендә оҫта ҡулдар теккән сағыу төҫтәге кейем күҙгә салынды. Күҙҙең яуын алырлыҡ күлдәктәрҙең хужаһы Светлана Аҡбашева булып сыҡты. Түҙмәнем, уның менән бәйләнешкә сыҡтым. Света менән магазинда осраштыҡ. Ул унда әйберҙәрен һатыуға ҡуя.
– Әле кибеттә кейем-һалымдың бер нисәһе генә. Айырыуса сығарылыш сараларына заказ биреүселәр күп. Һәр күлдәкте, фантазиямды егеп, зауыҡ менән тегергә тырышам. Ҡайһы бер нескәлектәргә интернеттан ҡарап өйрәнәм. 15 йәштә тегеү менән мауыға башлағайным. Әсәйем дә был эшкә оҫта ине. Һуңыраҡ шөғөлөм булмышыма әйләнде. Бер көн ҡулыма энә-еп алмаһам, ҡыйын булып тора, – ти уңған ханым.
Светлана Анериковна ашнаҡсыға һәм бухгалтерға уҡый. Әммә уға үҙ һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Күңеле ҡул эштәренә тартыла. Башта ул төрлө кейем, аҙаҡ тәҙрә шаршауҙары тегә. Ҡыҙҙары тыуғас, уларҙы береһенән-береһе сағыу күлдәктәрҙән өҙмәй. Туҡыманы интернет аша арзанға һатып ала. Аҡмаһа ла, тама, тиҙәр бит. Хеҙмәте килем килтермәй ҡалмай.
Светлана Аҡбашеваның киләсәккә хыялы ла ошо тегенсе һөнәре менән бәйле. Ул артабан да күлдәктәр тегеү эшен дауам итергә, ошо өлкәлә камиллашырға теләй.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.

Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 6-07-2017, 11:00 | Ҡаранылар: 184
|
  • “Үҙебеҙсә кейенеү ҙур шатлыҡ булһын, ә беҙ ярҙам итербеҙ”
  • Һеҙҙә тула баҫалармы? Салауатта баҫалар
  • «Яратҡан шөғөл арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа», –
  • Яратҡан эш табыш килтерә
  • Етмеш төрлө һөнәрле ҡыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM