НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уф, себен!


Уф, себен!
Баҡсасыларҙы һуған себене бик йонсота, ҡайһы саҡ унан ҡотолоу юлы ла табылмаҫ кеүек тойола. Һуған сәскән ваҡытта иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ һайлау. Был ҡоротҡос сейә һәм муйыл сәскә атҡанда күренә башлай. Шуға ла һуғанды иртә сәсеү талап ителә, себен сыҡҡанда ул ныҡлап тамырланып, ҡыяҡланып ултырырға тейеш. Баҡса тирәһендә сирень, сейә, бәпембә булмаһа, бик яҡшы ла бит, ләкин был тормошҡа ашмаҫтай ысул – ҡағиҙә булараҡ, бер хужалыҡта бөтә төрлө емеш-еләк тә, йәшелсә лә үҫтерелә. Себен йомортҡаһын һуған эргәһендәге тупраҡҡа һала. Улары үрсей ҙә, һарымһаҡ менән һуғанды ҡыра башлай. 2 – 3 аҙна үткәндән һуң, нығынып, һуғандың эсенән ергә килеп сығалар ҙа, тоҡомон дауам итеү эшен ҡайтанан башлайҙар. Бер миҙгелдә һуған себене ике тоҡом бирә. Тәүгеһе, билдәләп үтеүебеҙсә, муйыл сәскә атҡан ваҡытта, ә инде икенсеһе – июлдә. Уның һөжүменән ҡотолор­ға һуғанды иртә сәсеү генә ярҙам итә ала. Ҡарышлауыҡтар һуғандың башын ғына түгел, ҡыяҡтарын да теткеләп бөтә. Улары ҡорой, ә инде башлы һуған йомшай һәм серей. Һуған себене ҡышын 5 сантиметр тәрәнлектә ҡасып ята.
Бөжәкте ҡурҡытыу өсөн дә төрлө ысулдар бар. Мәҫәлән, һуған түтәле менән кишерҙекен йәнәш итергә кәрәк. Бик шәп килеп сығасаҡ: кишер себене һуған еҫен яратмай, ә һуғандыҡы – кишер еҫен. Йәғни бер-береһенә ярҙам итәләр. Себен помидор еҫенә лә ылыҡмай, тимәк, уның үрсетмәләрен дә һуған түтәле тирәһенә ултыртырға була. Төйөлгән ҡара борос менән ағас көлөн һибеп сығыу ҙа ҡоротҡосто алыҫыраҡ йөрөргә мәжбүр итәсәк. Һарымһаҡ менән һуғандың баҡсалағы урынын йыш ҡына алмаштырып торалар, был да тупраҡта йоҡлап ятҡан себендәрҙе алыҫыраҡ ҡыуырға ярҙам итә.

Сығыу ваҡыты 25-04-2017, 14:21 | Ҡаранылар: 188
|
  • Хужабикә, мейеңә һеңдер!
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Баҡсасылар өсөн ай календары
  • Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы
  • МАЙҒА АЙ КАЛЕНДАРЫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM