RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һарыҡ аҫра ла, килем ал

01.12.2016 Һарыҡ аҫра ла, килем ал

Һарыҡ аҫра ла, килем ал
Эш башларға ҡурҡһаң, Әлшәй фермеры Мөнир Шәймөхәмәтовҡа барып, кәңәш ит

Бала саҡтан шундай хәтирә иҫтә ҡалған: көтөү ҡайтҡан мәл ғәләмәт ҡыҙыҡ була торғайны. Иң тәүҙә ваҡ мал (кәзә, һарыҡ) ҡайта. Ауыл урамы оҙон ғына, ә шул мал урамды буйынан буйына ҡаплап ала, бер осо тегендә, береһе – бында тигәндәй. Ә һыйыр көтөүе күренеүгә бала-саға ҡапҡа алдында ҡалмай ҙа тиерлек – күмәк эре мал урам тулып килһен әле!
Хәҙер хәлдәр башҡасараҡ – ҡайһылыр ауыл көтөүе элек бер-ике ихатаға ингән мал һанындай ғына. Сәбәбе ниҙәлер, уныһын хужалар үҙҙәре белә. Шулай ҙа күпләп мал аҫраусылар юҡ түгел. Тарихта ҡала яҙған һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермер­ҙар ҙа бар. Шундайҙарҙың береһе – Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан Мөнир Шәймөхәмәтов.

Район үҙәгенән Ҡармыш яғына боролоп, бер аҙ барыуға ҡырҙа мал күренде. Тышта – ҡыш, сентябрҙә яуған ямғырҙан һуң сыҡҡан ҡурпы ла ҡар аҫтында ҡалған. Эҙләгән таба, тигәндәй, һарыҡтар үҙҙәренә ашарлыҡ үлән таба инде ул. Баҡһаң, был тирәлә бер түгел, ике көтөү йөрөй икән дә.
– Береһе – беҙҙекеләр, – тине Мөнир ағай беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡанда. – Мине күрһәләр, ҡайтып килерҙәр.
Фермерҙың өйөнән малдары йөрөгән ҡыр күренеп тора. Йәй буйына иркен көтөүлеккә өйрәнгән һарыҡтар тибендән ҡайтып инергә бик ашыҡмай шикелле. Миңә ҡалһа, ҡышын тибендә йөрөүсе йылҡыны ғына күргән бар. Ә бында йөҙҙән ашыу баш эре генә һарыҡ рәхәтләнеп йөрөп ята. Тере килеш кәрәкме, итләтәме – теләгәнен һайлап алырға була.
Хужаларҙың ҙур һарайының ҡыйығы тулы бесән, янында өйөлгәне лә бейек кенә. Етерлек әҙерләнек, ул яҡтан тынысмын, ти фермер. Бесәнлеге 15 гектарға яҡын. Тәбиғи үҫкән ҡыр бесәне.
– Фураж, жом бирәбеҙ. Раевкалағы шәкәр заводының яҡын булыуы ла уңай, жомдо шунан алабыҙ, – ти Мөнир Шәймөхәмәтов.
Әлбиттә, витаминлы аҙыҡ та кәрәк. Уныһын Өфөнән һатып алалар икән. Фермер баш ҡалалағы шул юҫыҡта эшләүсе төрлө компания менән килешеү төҙөгән.
Тоҡомло һарыҡтар аҫрай ул. Тексель тоҡомлоһон бер нисә йыл элек Өфө районынан барып тапҡан, тағы цигейка тигәне бар. Ошо ике төрлө малдан алынған ҡатнаш тоҡом тәкәһе лә тора ҡурала. Тексель һарыҡтарының ите лә тәмле була, йөнө лә матур, ти белгестәр.
Фермерлыҡ менән шөғөлләнә башлаған саҡта ағайҙың ҡул осонда һарыҡ-кәзә аҫрау буйынса белешмә китап та булған. Хәҙер инде ғилми сығанаҡтарға шәхси тәжрибә лә ҡушылып, малсылыҡтың бөтә серен тиерлек белә ул. Таныш-белештәренә бик теләп кәңәш биреүен дә бер нисә тапҡыр телгә алды. Белгән өйрәтә, тигән әйтем тап килә үҙенә. Яҡын-тирәләге башҡа фермерҙар менән тығыҙ аралашып йәшәй Мөнир ағай. Әйҙә, миңә мөрәжәғәт итһендәр, бер ниндәй ҙә сер юҡ, ти. Ул үҙе һәр ваҡыт белемен камиллаштыра, юридик белеме лә бар.
Ағай малға бесән һала торған урынды ла шундай хәйлә менән эшләгән – бер грамм бесәне лә әрәм булмай. Белгегеҙ килһә, үҙенән һорайһығыҙ инде.
– Һарыҡ йыл әйләнәһенә 256 төр үлән ашай, – ти Мөнир Самат улы.
Хужаның бурысы – аҫраған малын тейешле күләмдә аҙыҡ менән тәьмин итеү. Мотлаҡ витаминлыһы ла булһын. Бәрәстәрҙе лә гел күҙәтеп торорға кәрәк. Юҡһа бер йылы шундай осраҡ булған: бер-бер артлы бәрәстәр эсе күбеп үлгән. Ветеринарға алып барһа ла, сәбәбен белә алмай аптыранғандар. Эҙләй торғас, табылған: бәрәстең эсәгендә, туп шикелле булып, йөн ҡатҡан, башҡа аҙыҡ үтә алмайынса тығылған. Мөнир Самат улы осона сыҡҡан тәки был хәлдең – көкөрт етмәгәнлектән бәрәс инәһенең йөнөн ашаған. Шунан һуң фермер малын, айырыуса бәрәстәрҙе, составында көкөрт булған витамин (йәғни витаминлы тоҙ) менән туҡландырып тора. Талпанға ҡаршы ла укол ҡаҙата. Һөҙөмтәлә һатып алыу­сыларға сәләмәт, көр мал эләгә.
Әлбиттә, ҡайһы бер проблема­лар­ҙы ла хәл итергә кәрәк. Бөтә малсылар алдында торған мәсьә­ләләр бар. Мәҫәлән, Мөнир Шәймө­хәмәтов бер нисә аҙна элек Өфөлә ВДНХ-ла үткән конференцияла ҡатнашҡанында етәкселеккә шундай һорау биргән: һарыҡтарҙың йөнөн, тиреһен ҡайҙа ҡуйырға? Элекке кеүек шәхси хужалыҡтарҙан ошондай тауарҙы һатып алған әҙерләү ойошмалары (заготконтора) хәҙер ҙә кәрәк бит. Уйларбыҙ, тип яуаплағандар уға. Эйе, мотлаҡ уйларға кәрәк.
Ысынлап та, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр алдында әлеге проблема бар. Ярай хужабикәләр һарыҡ йөнөн ҡулланыу әмәлен табыр, ә тиреләрҙе үтә арзан хаҡҡа биреп ебәрге лә килмәй, ҡайһы берәүҙәр ташлай ҙа ҡуя. Бик ныҡ түҙемлек, айыҡ аҡыл, йылдамлыҡ талап иткән эш ул ауылда килем алыу өсөн мал аҫрау.
– Тәүҙә мин дә ҡыйынлыҡтарға осраным, ҡайҙа, кемгә һатырға ла белмәйһең, тигәндәй. Ошо баш­лан­ғыс осорҙо түҙемлек менән үткәрергә кәрәк, – тип һөйләй Мөнир ағай.
Хәҙер иһә һатып алыусылар етерлек, киң мәғлүмәт сараларына сығыу ҙа ярҙам итте, тип йылмая ул. Йәй көнө Мөнир Шәймөхәмәтов “Шоңҡар” журналына яҙылыу барышында бағыусы булараҡ ҡатнашып, конкурста еңеүсегә һарыҡ инселәгән. Шулай, ҡайһы берҙә гәзит-журнал уҡырға яратыусыларға ла ҙур бүләк эләгә ул. Аңлағанға – ишара.
Ауылда эш юҡ, тип ситкә сығып китәләр, тип ауыҙ асыуыма Мөнир Самат улы:
– Эш бар ул. Ауылда эш булмай тиме ни?! Колхоз юҡ икән, үҙ эшеңде асырға ла була. Нимә ҡулыңдан килә, шуға тотоноп ҡара. Өҫтәүенә, бөгөн төрлө субсидиялар алырға мөмкин, байтаҡ программа эшләй. Дәүләт бигерәк тә ауылда ҡалған йәштәргә иғтибар итергә тырыша. Иң мөһиме, белешергә, эҙләргә, эшләп ҡарарға кәрәк, – тип яуапланы.
– Шулай шул, – тип килештем мин уның менән. – Беҙҙең күпме ир-егеттәр Себерҙә лә йөрөмәҫ ине...
– Бөгөн һәр кемдә – машина, такси хеҙмәтенә лә ихтыяж бар, – хужа ауылда нисек кәсеп-шөғөл табырға икәнен белә, шундай тырыштар күберәк булһын ине лә.
Ауыл үҙенең егәрле халҡы менән йәшәй инде ул. Таңдан уянған, ҡараңғы төшкәнсе хужалыҡ мәшәҡәттәре менән булған ихлас та, ваҡыт ҡәҙерен белгән бөтмөр ҙә кешеләре менән матур. Ундайҙар булғанда ауыл уттары оҙаҡ янасаҡ әле. Әлбиттә, ҙур-ҙур компаниялар асылмаҫ, заводтар ҡоролмаҫ бында, әммә ҡыр тулып мал-тыуар, ҡош-ҡорт йөрөһә, бына һиңә мул тормош!
Шундай уйҙар менән сығып киттек фермер Мөнир Шәймөхәмәтов йортонан. Хатта берәй һарығын һатып алғы килде…

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Тимур ИШКИНИН фотолары.
Өфө – Ҡармыш – Өфө.
Һарыҡ аҫра ла, килем ал










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай