НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында

Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында


Юл буйында ашхана ғынамы? йәки Юл буйы эшҡыуарлығының ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһындаЮлдар – дәүләттең артериялары, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер ул. Боронғо Рим империяһында, мәҫәлән, юл төҙөүгә һәм уларҙы тейешле хәлдә тотоуға ғәйәт ҙур иғтибар бүленгән. Билдәле, Рим империяһы Урта диңгеҙ ярҙарында урынлашҡан булған һәм уның биләмәләре хәҙерге Испаниянан Төньяҡ Африка дәүләттәренә тиклем барып еткән. Юлды төрлө материал ҡулланып, ҡатлы итеп һалыуҙы тап шул Боронғо Рим төҙөүселәре уйлап тапҡан, йәнәһе. Ни булһа ла, беҙҙең эраға тиклем төҙөлгән Рим юлдары әле һаман урыны-урыны менән һаҡланып ҡалған, тиҙәр.

Юлдар борон-борондан сауҙаны алға этәрергә, яңынан-яңы тауарҙар, яңы баҙарҙар асыу, һатып алыусылар табыу йәһәтенән дә, сауҙагәрлекте үҫтереүгә лә булышлыҡ иткән.
Ваҡытында Рәсәй төбәктәре буйлап күп кенә йөрөргә тура килде. Эш менән Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Пермь, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Екатеринбург, Омск ҡалаларында булдым. Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрен иһә арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡтым. Йәй етеп, отпускка сыҡһаҡ, хәләл ефетем менән Башҡортостан ҡала-райондары буйлап сабабыҙ. Ә тыуған яҡтарға, Баймаҡҡа, ай һайын тиерлек барып торабыҙ. Баҡтиһәң, бөгөн дә тормошобоҙ хас та боронғо башҡорттоҡо кеүек, юлда үтә икән.
Юл йөрөгәндә иң ғәжәпләндергәне – юл буйы баҙарҙары. Улар, Башҡортостандан тыш, ҡайҙа ла осрай торғайны. Мин күргән иң ҙур һәм бай баҙарҙарҙың береһе Волгоград өлкәһенең Котель­никово станцияһында урынлашҡайны. Дөрөҫөрәге, ул баҙар станцияға алыҫ юлда йөрөгән пассажир составтары килгән саҡта ғына йыйыла ла кире тарала, имеш. Әйтергә кәрәк, мин ултыр­ған поезд Котельниково аша үткән саҡта ул баҙарҙа донъяла булмаған нәмәне лә табырға мөмкин булғандыр, тип уйлайым. Иң күп һәм төрлө тауар, әлбиттә, балыҡ – тоҙланған йәки ыҫланған, киптерелгән йәки бешерелгән. Бынан тыш, тағы ла ҡыҫала һәм һыра. Йәғни бер нисә тәүлек вагонда бәүелеп-һелкенеп барған пассажирға самай шул. Етмәһә, төрлө ҡамыр аштары, бешкән картуф, башҡа тәм-том.
Тимер юл станцияларындағы баҙарсыҡтар хатта Советтар Союзында ла булды бит. Совет Армияһында Алыҫ Көнсығышта, Амур өлкәһенең Белогорск ҡала­һында хеҙмәт итергә тура килде. Хәрби хеҙмәт тамамланғас, был яҡтарға бүтән әллә киләм, әллә юҡ тигәнерәк уй менән, Бело­горскиҙан Владивостокка тиклем барып, унда аҙна-ун көн булып, ҡаланы, Япон диңгеҙен күреп, Сергей Капаклы исемле хеҙмәттәш дуҫымды Петропавловск-Камчатскийға оҙатып, Влади­восток – Харьков йүнәлешендәге поезд менән Рәсәй киңлектәре аша үтеп, Өфөгә килеп еттем.
Поезда тәүҙә тамаҡ ялғарға вагон-ресторанға барҙым да ундағы хаҡтарға ғәжәпләндем. Шунан иғтибар иттем, пассажир­ҙар станцияларҙа перронға сыға һалып урындағы халыҡтан бешкән картуф, ҡурылған балыҡ, төрлө ит ризыҡтары, бәлеш-пирожкиҙар һатып алып туҡлана икән. Хатта, һатыусылар менән бер телдә һөйләшә белһәң, “йылытҡыс” эсемлекте лә табырға мөмкин, имеш. Тормош миңә бөтөнләй икенсе яғы менән боролдо. Иң мөһиме, поездан тороп ҡалмаҫҡа. Миңә, алты йыл буйына интернат ашы, ике йыл әрме бутҡаһы менән туҡланған кешегә, юл буйы ризығы килеште генә.
Өфөнән Силәбегә, Башҡортос­тандың төньяҡ-көнсығыш райондарына йөрөгәндәр Эҫем ҡалаһы эргәһендәге баҙарға иғтибар иткәндер, моғайын. Ул үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында уҡ, Эҫем ҡалаһындағы хәрби комплекс өсөн эшләгән агрегат заводының эше туҡтап торғас, барлыҡҡа килгәйне. М – 5 федераль юлында урынлашҡан был баҙарҙың даны алыҫҡа тарал­ған. Бажаларымдың береһе алыҫ командировкаларҙан ҡайтҡан һайын шул баҙарҙа туҡтап, беҙгә бүләктәр алып ҡайтыр ине. Бажам күптән юҡ инде, ә ул бүләк иткән ике литрлыҡ тимер термос, һаман уны һәм Эҫем баҙарын хәтерләтеп, беҙгә тоғро хеҙмәт итә. Үҙҙәре етештергән спиртлы эсемлектәр яратыусылар ул баҙарҙа һатылған көмөшкә ҡыуыу аппараттарын маҡтай. Тутыҡмай торған юғары сифатлы ҡоростан (нержавейка) эшләнгән был ҡорамалдар аша үткән эсемлек кибеттекенә алмаштырғыһыҙ, имеш.
Әйткәндәй, Эҫем ҡалаһы хакимиәтенең статистика бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, юл буйы бизнесы менән шөғөлләнеүселәр ҡала биләмәһе сиктәрендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең егерме биш процентын тәшкил итә. Йәғни был ҡалалағы һәр дүртенсе эшҡыуар ошо юл буйында тора һәм аҡса эшләй. Юл кешене ашата, эсерә һәм йәшәргә мөмкинлек бирә, тигәндәре бына ошо инде.
М – 5 трассаһы буйлап Мәскәү – Һамар юлында йөрөгәндәр иһә, Өмөт (Умёт) ауылында туҡтап, тамаҡ ялғамай үтеп китеп булмай, тип һөйләй. Уның үҙенсәлеге Википедияға инеп киткән хатта. Мордовия Республикаһының Зубово-Поляна районында урынлашҡан был ауыл федераль трасса буйында урынлашҡан һәм унда биш йөҙләп кенә ашхана-кафе бар икән. Был юл аша үткән һәр бер водитель үҙенең иртәнге, төшкө йәки киске ашын ошо ауылда планлаштыра, имеш. Туҡланыу урындарынан тыш, бында шулай уҡ машинаны ремонтларға төрлө запас часть, автомобиль майы, башҡа төрлө техник шыйыҡсалар­ҙы һатып алырға мөмкин.
М – 5 юлынан тыш, Башҡортос­тан аша М – 7 «Ҡазан – Өфө» трассаһы, Өфө – Ырымбур, Стәрле­тамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Ира – Мораҡ – Йылайыр – Баймаҡ – Магнитогорск, Өфө – Яңауыл һәм башҡа республика трассалары үтә. Әммә бер ерҙә лә үҫешкән юл буйы баҙарҙары йәки, заманса тел менән әйткәндә, үҙ эсенә туҡланыу һәм сауҙа предприятиеларын, шиномонтаж, автосервис, автомагазин кеүек хеҙмәтләндереү нөктәләрен индергән сауҙа-сервис комплекстарын күргән булманы. Әллә улар кәрәкмәйме?
Эйе, Өфө – Белорет юлында Инйәр, Сермән ауылдары янында яғыулыҡ заправкалары тирәһендә ниндәйҙер инфраструктура барлыҡҡа килгән кеүек. Инфра­структура тигәнем – шикләнмәй ауыҙға ҡабырлыҡ ризыҡ тәҡдим иткән ике-өс кафе һәм улар эргәһендә саф һауала аҡ шыршы майы, имән, аҡ шыршы, ҡайын миндеген, йәй көндәрендә биҙрәләп еләк-емеш тәҡдим иткән унлаған ҡатын-ҡыҙ. Шуның менән вәссәләм! Ә бит ауыл халҡы тәҡдим итерлек тауар ассортименты бик ҙур. Миндек, шыршы майы, еләк-емеш кеүек урман байлығынан тыш, һөт һәм һөт ризыҡтары, ауыл икмәге, башҡа ҡамыр аштары, тоҙланған, консерваланған йәшелсә, махсус рәүештә шешлек бешерерлек итеп туралған һыйыр, һарыҡ, ҡош ите, ул итте бешереп алыр өсөн әҙер утын һәм һүндерелгән ағас күмере, йәғни юлда йөрөгән, ә йәй көндәрендә берәй ергә ял итергә китеп барған кеше өсөн кәрәк-яраҡ.
Ә автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереүсе сервистар ҡайҙа һуң? Хаҡтары баш ҡаланыҡынан арзаныраҡ булған хәлдә (ә улар шулай булырға тейеш, сөнки ауыл ерендә ҡуртымға алыу күпкә арзаныраҡ), Учалы, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ яҡтарына барыусы Өфө халҡы һәм, киреһенсә, әйтеп үтелгән райондарҙан баш ҡалаға юлланыу­сы кеше «тимер ат»ын тап шунда хеҙмәтләндерәсәк. Ауыл­дарҙың һәм райондарҙың үҙидара органдары ҡаҙналарын тултыра торған аҡсаның аяҡ аҫтында ятҡанын күрергә теләмәйме әллә?
Ғөмүмән, юл буйы баҙарҙарының, ашханаларҙың барлыҡҡа килеүе нимә менән бәйле һуң, тип һорарһығыҙ. Иҡтисад, социаль мәсьәләләр буйынса белгестәр­ҙең был хаҡта үҙ фекере барҙыр, әммә миңә ҡалһа, был аҙымға кеше эшһеҙлектән интегеп, тормош көтөргә башҡа хәле лә, әмәле лә ҡалмағас, сикһеҙ бөлгөнлөккә төшмәҫ өсөн баралыр ул. Ваҡытында, туҡһанынсы йылдар башында, предприятиелар эш хаҡын аҡсалата түгел, ә әйберләтә, йәғни етештерелгән продукция менән бирә башлағас, юлдарға гәлсәр бокалдар һәм вазалар, люстралар һәм башҡа төрлө яҡтыртҡыстар, кәстрүлдәр һәм термостар, йомшаҡ уйынсыҡтар, самауыр һатыусылар күпләп сыҡҡайны. Әммә был хәл беҙҙең республикаға бик ҡағылманы. Ул саҡтарҙа беҙ етеш тормошта йәшәгән һымаҡ инек. Әллә беҙҙең халыҡтың тормошо һаман түңәрәкме?
Аңлашыла, хәҙер тауарҙар бөтә ерҙә лә етерлек, юл буйына көнкүреш тауарҙарын сығарып һатыр мәл үтте. Хәҙер кеше бер төрлө уңайлы тормошҡа өйрәнеп бара. Сағыштырмаса аҡсалы булған ҡала халҡы тағы ла сифатлы һәм матур итеп хеҙмәтләндереүҙе талап итә.
Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, юл буйы баҙарҙарын, ашханаларҙы, оҫтаханаларҙы яңы кимәлдә ойоштороп ебәреү – йүнсел кешеләрҙең ҡулынан килерлек эш.

Таһир ИШКИНИН.

Сығыу ваҡыты 29-04-2016, 13:19 | Ҡаранылар: 591
|
  • ҠАЛАҒА – ИТ, АУЫЛҒА – АҠСА!
  • Фермер булһаң, тауарыңды Өфө баҙарына килтер
  • Сифатлы аҙыҡ ҡайҙа һатыла?
  • Аҡсаның ҡасан еткәне бар?
  • Миңә генә теймәһендәр, тип йәшәһәк…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM